Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

 

 

Итҡолова Ләйсән Әхмәт ҡыҙы  — философия фәндәре кандидаты, доцент.

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: башҡорт халҡының донъяға ҡарашының барлыҡҡа килеү һәм үҫеш проблемалары. 50-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы.

Уҡытылған төп курстары:

— логика,
— этика.

 

 

 
Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы — философия фәндәре докторы, профессор, РТФА академигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: мәҙәниәт һәм мәғариф философияһы, 280-гә яҡын ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 9 монография һәм 6 дәреслек авторы.

Уҡытылған төп курстары:

— культурология,
— этика,
— эстетика,
— аралашыу мәҙәниәте.

  

 

Аҡбашева Дилара Хамбал ҡыҙы

философия фәндәре кандидаты, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: рухи мәҙәниәт өлкәһе, этика, дин, ислам философияһы проблемалары менән шөғөлләнә.  20  ғилми публикация һәм уҡыу-методик ҡулланмаһы авторы.

Уҡытылған төп курстары:

— культурология,
— башҡорт фәлсәфәүи һәм ижтимағи-сәйәси фекере тарихы.

 

 

  

Бикбулатова Альбина Рим ҡыҙы  — философия фәндәре кандидаты, доцент

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: рухи мәҙәниәт өлкәһе, социаль философия, көс ҡулланмау этикаһы проблемалары менән шөғөлләнә. 20-нән ашыу ғилми публикация һәм уҡыу-методик ҡулланмаһы авторы.

Уҡытылған төп курстары:

— этика һәм эстетика,
— конфликтология,
— аралашыу һәм үҙ-ара аңлашыу мәҙәниәте.

  

  

Вәлеева Земфира Риза ҡыҙы  — философия фәндәре кандидаты, доцент. 

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре:  рухи мәҙәниәт өлкәһе, кешенең әхлаҡи ситләшеүе һәм уны еңеп сығыуҙың социаль-рухи нигеҙҙәрен эҙләү проблемаларының төрлө аспекттары. 30-ға яҡын публикация һәм уҡыу-методик ҡулланмаһы авторы.

Уҡытылған төп курстары:

-этика,
-этика һәм эстетика,
-биоэтика.

 

 

   Вәлиуллина Зәйнәб Рәхимйән ҡыҙы — философия фәндәре кандидаты.

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: рухи мәҙәниәт өлкәһе, экологик мәҙәниәт һәм экологик мәғариф проблемалары.

30-ҙан ашыу хеҙмәт авторы.

Уҡытылған төп курстары:

— этика һәм эстетика,
— культурология,
— аралашыу һәм үҙ-ара аңлашыу мәҙәниәте,
— конфликтология.

 

  

Ғирфанов Камил Вәли улы  — педагогия фәндәре кандидаты, доцент.

Ғирфанов К.В. СССР-ҙың юғары һәм урта белем мәғарифы министрлығының “Хеҙмәтендә яҡшы уңыштары өсөн”  һәм РФ Мәғариф министрлығының “Юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре” билдәләре менән бүләкләнгән.

Ғилми белемдәрҙе актив пропагандалағаны өсөн  Башҡорт АССР-ның Юғары Совет Президиумының  “Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” почетлы званиеһы менән бүләкләнгән.

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: рухи мәҙәниәт өлкәһе, дин ғилеме проблемалары менән шөғөлләнә, 50-гә яҡын ғилми публикация һәм йәштәрҙе рухи тәрбиәләү проблемаларына арналған йөҙгә яҡын газета мәҡәләләре авторы.

Уҡытылған төп курсы:

- дин тарихы

 

  

 Төхвәтуллин Морат Нәбиулла улы — философия фәндәре кандидаты, доцент 

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: этика, этик һәм логик фекерләү, мәҙәниәт философияһы проблемалары. 30-ға яҡын публикация һәм уҡыу-методик ҡулланмаһы авторы.

Уҡытылған төп курстары:

— логика,
— этика,
— культурология.

 

 
   

Фәтҡуллина Альбина Йыһанур ҡыҙы — философия фәндәре кандидаты, доцент

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: рухи мәҙәниәт өлкәһе, башҡорт рухиәте проблемалары менән шөғөлләнә. 40-тан ашыу ғилми публикация һәм уҡытыу-методик ҡулланма авторы.

Уҡытылған төп курстары:

— аралашыу һәм үҙ-ара аңлашыу мәҙәниәте,
— конфликтология,
— культурология,
— этика.

 

 

 Ханова Руфина Вильсовна — философия фәндәре кандидаты, доцент

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре: рухи мәҙәниәт өлкәһе, дин ғилеменең теоретик проблемалары, мәҙәниәттең дөйөм теорияһы. 30-ҙан ашыу публикация авторы.

Уҡытылған төп курстары:

-дин тарихы,
-этика,
-
дин тарихы һәм мәҙәниәте,
-культурология.

 

  

Хәсәнова Лилиә Рауил ҡыҙы — философия фәндәре кандидаты, доцент.

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре:  рухиәт сфераһы һәм милли мәҙәниәт, этноэтикет проблемалары һ.б.

20-нән ашыу ғилми публикация һәм уҡытыу-методик ҡулланма авторы.

Уҡытылған төп курстары:

— этика,
— эстетика,
— культурология,
— аралашыу һәм үҙ-ара аңлашыу мәҙәниәте,
— конфликтология.

 

 

 Вычужанова Ләлә Камил ҡыҙы — философия фәндәре кандидаты.

 

Ғилми тикшеренеүҙәренең йүнәлештәре:  рухи мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһе. 10-ға яҡын ғилми публикация һәм уҡыу-методик ҡулланма авторы.

Уҡытылған төп курсы:

— этика һәм эстетика.