Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

 
Шәйхисламов Рафаэль Бәдретдин улы
– с.ф.д., профессор, кафедраның мөдире
 
Ғилми тикшеренеүҙәре: коммуникациялар социологияһы, шәхес социологияһы, мәҙәниәт социологияһы, бизнес социологияһы, этносоциология, мәғариф социологияһы. 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Уҡыу әсбаптары: Социология (Өфө, 2005); Конфликтология (Өфө, 2001), Мәҙәниәт социодинамикаһы (Өфө, 2001), Йәмәғәтселек менән бәйләнеш: сығаралыш квалификация эше (Өфө, 2010). Монографиялары: Социокультур система һәм шәхес (теоретик-методологик анализ). (М., 2005), Социокультур системаның коммуникатив үҙ-ара бәйләнеше (М., 2006), Хәҙерге ойошманың социаль-коммуникатив инструменты булараҡ имидж-менеджмент (Өфө, 2010, авторҙашлыҡта), Йәмәғәтселек менән бәйләнеш: теоретик-методологик нигеҙҙәре (Өфө, 2010).
Уҡытылған төп курстары:
социология, идаралыҡ социологияһы, киң коммуникациялар социологияһы, социология һәм мода психологияһы, социаль психология, идара итеү системаларын тикшереү, социаль-иҡтисади һәм сәйәси процесстарҙы тикшереү, йәмәғәтселек бәйләнештәре менән идара итеү һ.б.
 
 
Ирназаров Рәшит Исмәғил улы - социология теорияһы һәм тарихы кафедраһы профессоры
Ирназаров Р.И. – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреүенең почетлы хеҙмәткәре.
Ғилми тикшеренеүҙәре: социология теорияһы һәм тарихы, этносоциология, идара итеү социологияһы, региональ социология, социаль тигеҙлек-айырмалыҡ, Башҡортостандың социаль фекере тарихы, генетик социология, баҙар иҡтисадының социаль проблемалары.
Уҡытылған төп курстары:
- дөйөм социология;
- Башҡортостандың социаль фекере тарихы;
- социаль тигеҙлек теорияһы;
- баҙар иҡтисадының социаль проблемалары.
 
 
 
Аҫылғужин Хәлил Бәхтигәрәй улы – доцент, с.ф.д.
Ғилми тикшеренеүҙәре: федератив дәүләттең формалашыуы һәм нығыуы проблемаларын өйрәнеү, үҙәкләштереүҙең һәм регионлаштырыуҙың диалектик бәйләнеше, федерацияларҙың һәм субъекттарҙың сувернитеты, милли һәм региональ оҡшашлыҡ, федератив мөнәсәбәттәрҙең һәм уның субъекттарының үҫеше һәм федераль-региональ бәйләнештәрҙә оптималләштереү.
Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә уның тарафынан 110-дан ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырылған.
Уҡытылған төп курстары:
- дөйөм социология;
- реклама социологияһы;
- эшҡыуарлыҡ социологияһы;
- социологияны уҡытыу методикаһы.
 
 
Сенникова Екатерина Джаудатовна - философия фәндәре кандидаты, доцент.
Ғилми тикшеренеүҙәре: Рәсәй Федерацияһында йәмәғәтселек фекерен һәм үҙгәреүсән йәмғиәттә уның үҙенсәлектәрен өйрәнеү менән шөғөлләнә.
Уҡытылған төп курстары:
- специальносҡа инеш;
- ижтимағи фекер социологияһы;
- социаль эш теорияһы һәм практикаһы;
- социологияның дөйөм теорияһы.
 
 
 
 
Фәрхтдинов Ринат Тәнзлғилем улы - к.с.н., доцент.
Ғилми тикшеренеүҙәре: социаль идаралыҡ, хеҙмәткәрҙәр менән идара итеү, социаль мониторингтың төрлө төрҙәре, шәхестең мәғлүмәти-психологик хәүефһеҙлеге.
Уҡытылған төп курстары:
- идаралыҡ социологияһы;
- персонал менән идаралыҡ;
- социаль технологиялар;
- социаль идаралыҡты мәғлүмәти-аналитик тәьмин итеү;
- регионды өйрәнеү;
- үҙгәреүсән Рәсәй йәмғиәтенең социаль проблемалары;
- дөйөм социология.
 
Шәрипов Азамат Рәжәп улы - философия фәндәре кандидаты, доцент.
Ғилми тикшеренеүҙәре: глобализация шарттарында милли үҙаңдың проблемалары, милли һәм милләт-ара бәйләнештәрҙең социологияһы.
Уҡытылған төп курстары:
- этносоциология;
- социология тарихы;
- социология.
 

 

 

 
 
 
Мөхәмәҙиева Земфира Фәнис ҡыҙы - ассистент.
Ғилми тикшеренеүҙәре: йәмғиәттең хәҙерге осор үҫешендә йәштәрҙең социаль проблемалары менән шөғөлләнә.
Уҡытылған төп курстары:
- дөйөм социология;
- иҡтисади мәҙәниәт;
- бизнес һәм эшҡыуарлыҡ социологияһы;
- хеҙмәт баҙарының социаль проблемалары;
- девиант тәртип социологияһы.
 
 
Зөбәйерова Елена Валерьевна - социологияның теорияһы һәм тарихы кафедраһы ассистенты.
Ғилми тикшеренеүҙәре: йәштәр, мәғариф, ғаилә, никах проблемаларын өйрәнеү менән шөғөлләнә.
Уҡытылған төп курсы:
- социология.