Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

 

 

 

 

 

 
Семенов Сергей Николаевич
профессор, Башҡорт дәүләт университетының философия һәм   социология факультетының «Йәмәғәтселек менән бәйләнеш» кафедраһы мөдире
Ғилми тикшеренеүҙәренең өлкәһе: ижадты тикшереүҙең философик-методологик аспекттары, сәйәси философия,
белем алыу философияһы, йәмәғәтселек менән бәйләнештәрҙең теорияһы һәм практикаһы.
 
 
 
 
 
Уланов Алексей Александрович — философия фәндәре кандидаты, доцент.
Ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарының темаһы – мәғлүмәт киңлеген ойоштороу һәм барлыҡҡа килтереү проблемалары.
Уҡытыу эшмәкәрлеге - «Коммуникация теорияһы нигеҙҙәре», «Пресс-сараларҙы ойоштороу», «PR-кампаниялар үткәреү», «Фирма эсендәге PR» курстары буйынса лекциялар.
Социаль барлыҡҡа килтереү философияһы буйынса 25 фәнни эш авторы. 
 
 
 
 
Сөләймәнова Римма Рифхәт ҡыҙы — философия фәндәре кандидаты, доцент, БДУ-ның аспирантура һәм докторантура бүлеге мөдире.
Ғилми тикшеренеүҙәренең өлкәһе – социолингвистика, хәҙерге йәмғиәттә коммуникацион бәйләнештәрҙең социаль-философик проблемалары.
Уҡытыу эшмәкәрлеге —  «Тел һәм эшлекле аралашыу», «Стилистика һәм әҙәби редакторлау», «Аралашыу һәм үҙ-ара аңлашыу мәҙәниәте», «Телмәр этикеты», «Риторика», «Донъя әҙәбиәте тарихы», «Коммуникация менеджменты» инновацион курстары буйынса лекциялар уҡыу.
Хәҙерге йәмғиәттә мәғлүмәти бәйләнештәрҙең эффектлығының социаль-философик проблемалары буйынса 40-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. 
 
 
Ғәрипова Ғәлиә Ризуан ҡыҙы — филос. ф.канд., доцент, фән эштәре буйынса декан урынбаҫары.
Ғилми тикшеренеүҙәренең өлкәһе — социаль философия, йәмғиәттә көс ҡулланыу проблемаһы, көс ҡулланмау этикаһы, репрессиялар һ.б.
Уҡытыу эшмәкәрлеге — «Коммуникация менеджменты», «Сәйәси PR», «Бизнес философияһы», «Мәғлүмәти аналитика нигеҙҙәре» дисциплиналарынан лекциялар уҡый.
30-ан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. gali@mail.ru
 
 
 
Елагина Регина Хәмит ҡыҙы – уҡытыусы.
Ғилми тикшеренеүҙәренең темаһы – PR-технологияларҙың, хәҙерге мәғлүмәти үҙ-ара йоғонто яһауҙың социаль аспекттары.
Уҡытыу эшмәкәрлеге: «СО технологиялары», «Имиджеология», «Ойоштороу тәғлимәте» курстарынан лекциялар уҡый.
Коммуникация менеджменты технологиялары проблемалары буйынса мәҡәләләр авторы.
 
 
 
 
Крестьянинова Елена Николаевна - уҡытыусы.
Ғилми тикшеренеүҙәренең темаһы – социаль өлкәлә мәғлүмәти технологиялар, коммуникация формаһы булараҡ реклама.
Уҡытыу эшмәкәрлеге: «Киң мәғлүмәт теорияһы һәм практикаһы», «Телмәр этикеты», «Реклама теорияһы һәм практикаһы» курстары буйынса лекциялар уҡый, «СО-ға инеш» курсынан семинар дәрестәр үткәрә.
Реклама коммуникацияһы, коммуникацион процестар менән идара итеү проблемалары буйынса мәҡәләләр авторы.
 
 
 
Насырова Елена Валерьевна - полит. фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы.
Ғилми тикшеренеүҙәренең темаһы – сәйәси технологиялар, хәҙерге Рәсәй йәмғиәтендә сәйәси-коммуникацион система.
Уҡытыу эшмәкәрлеге: «Хәҙерге йәмғиәттә технологиялар», «Хәҙерге йәмғиәттә тикшеренеүҙәр» курстары буйынса лекциялар уҡый, “Донъя әҙәбиәте тарихы” буйынса семинар дәрестәр алып бара.
Киң мәғлүмәт сараларының сәйәси әһәмиәте һәм хәҙерге мәғлүмәти йәмғиәттә уларҙың роле артыуы мәсьәләләре буйынса 10-дан артыҡ фәнни эш авторы.