Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

 

Новоселова Евдокия Ивановна

Вазифаһы: профессор, экология кафедраһы мөдире

Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: доцент
У
ҡытҡан дисциплиналары: «Тупраҡ тураһындағы фән», «Экология», «Биология», «Тәртип эконигеҙҙәре», «Тупраҡ экологияһы»
Педагогик эш стажы: 17 йыл.
Биографик белешмә:

Новоселова Е.И. 1980 йылда университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген СССР ФА Биология институтының тупраҡ тураһындағы фән лабораторияһында стажер булып башлай.  1982 йылда Биология институты ҡарамағындағы ситтән тороп уҡырға инә. Бер үк ваҡытта тупраҡ тураһындағы фән лабораторияһында кесе ғилми хеҙмәткәр, 1990 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләп йөрөй. 1994 йылдан хәҙерге көнгәсә ул Башҡорт дәүләт университетына эшләй. 1990 йылда Воронеж дәүләт университетында 03.00.27 – тупраҡ тураһындағы фән специальносы  буйынса “Влияние нефтяного загрязнения на свойства серых лесных почв Предуралья и пути восстановления их плодородия” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын, 2007 йылда 03.00.27 – тупраҡ тураһындағы фән һәм 03.00.16 – экология специальностары буйынса «Экологические аспекты трансформации ферментного пула почвы при нефтяном загрязнении и рекультивации» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Новоселова Е.И. етәкселегендә ике кандидатлыҡ диссертациялары яҡланған.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: тупраҡ энзимологияһы һәм техноген юл менән зарарланған ерҙәрҙе яңынан культивациялау.

Наградалары: «РФ-ның почетлы мәғариф хеҙмәткәре». Ул 100-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.

 

Миркин Борис Михайлович
Вазифаһы: экология кафедраһы профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: профессор
У
ҡытҡан дисциплиналары: «Дөйөм экология», «Экология һәм рациональ тәбиғәтте файҙаланыу», «Экология нигеҙҙәре менән биология».
Педадгогик эш стажы: 46 йыл.
Биографик белешмә:

Миркин Б.М. 1937 йылда тыуған. 1959 йылда Казан дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетының ботаника кафедраһында лаборант булып эшкә урынлаша. Ул Ленинград дәүләт университеты маҡсатлы аспирантураһына командировкаға ебәрелә, 1963 йылда ваҡытынан алда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1972 йылдан – биология фәндәре докторы, 1976 йылдан – профессор, 1977 йылдан – “БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре”, 1994 йылдан - “РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре”, 1997 йылдан – БР ФА ағза-корреспонденты, 1995 йылдан – БДУ-ның докторлыҡ диссертацияһын яҡлау буйынса Диссертацион Совет председателе (“ботаника”, “үҫемлектәрҙең физиологияһы һәм биохимияһы” специальностары буйынса), 2003 йылдан – РФА ӨҒҮ Биология институтының докторлыҡ диссертацияһын яҡлау буйынса Диссертацион Советы ағзаһы (“экология” специальносы буйынса),

“Башҡорт энциклопедияһы” редакция-нәшриәте Советы председателе урынбаҫары, бер нисә “Экология һәм тереклек”, “Мәктәптә биология”, “Экономика һәм идара итеү” кеүек һ.б. журналдарҙың редколлегия ағзаһы.

Аспирантураны тамамлағандан алып БДУ-ның ботаника акфедраһында, 2003 йылдан – экология кафедраһында эшләй. 1983-1986 йылдарҙа – уҡыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1970 йылдан РФА ӨҒҮ Биология институтында эшләй. 1971-1975 йылдарҙа СССР ФА һәм МФА-ның Совет-Монгол отряды комплекслы биологик экспедицияһын етәкләй, әлеге көндә төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: фитоценология (һан ысулдары, классификациялау теорияһы), агроэкология (ауыл хужалығы экосистемаһы структураһын оптимизациялау), экологик белем (мәктәптә, урта һәм юғары уҡыу йорттарында).

Наградалары: “Найрамдал” медале (1975), БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (1994), РФ-ның (1992) һәм БР-ҙың (1997) Юғары Советы Почетлы грамоталары менән, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

Ул 1200-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.

 

Кузәхмәтов Григорий Ғилмийәр  улы
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: профессор
У
ҡытҡан дисциплиналары: “Дөйөм экология”, “Тупраҡ тураһындағы фән”, “Һыу экосистемаһы экологияһы”, “Биоиндикация һәм биомониторинг”, “Экологик проектлау һәм экспертиза”

Педадгогик эш стажы: 49 йыл.
Биографик белешмә:

Күзәхмәтов Г.Ғ. 1972 йылда биология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә «Альгофлора выщелоченного чернозема Башкирии и влияние на нее различных приемов агротехники» тигән темаға диссертация яҡлай.  2000 йылда «Пространственная организация почвенных альгоценозов степи и лесостепи» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: һан методтары анализын ҡулланып тупраҡ ылымыҡтарының экологик-ценотик аспекттарын өйрәнеү, һыу һәм ер өҫтө экосистемаһы торошоноң альгоиндикацияһы.

Наградалары:  РФ Мәғариф министрлығы тарафынан Почетлы грамота менән бүләкләнгән. Факультеттың уҡыу-методик советы ағзаһы. “БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” (2001), “РФ-ның юғары профессиональ белем биреү буйынса прочетлы хеҙмәткәре” (2003), РФ-ның Мәғариф министрлығы тарафынан Почетлы грамота (2003), “Хеҙмәт ветераны” (1989) медалдәре менән бүләкләнгән.

Ул 300-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.

  

Хазиәхмәтов Рәшит Мөхәмәт улы

Вазифаһы: экология кафедраһы профессоры
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: профессор
У
ҡытҡан дисциплиналары: “Кешелектең тотороҡло үҫеше”, “Агроэкология”, “Экологик хәүефһеҙлек”

Педадгогик эш стажы: 25 йыл.
Биографик белешмә:

1949 йылдың 31 октябрендә БР-ҙың Ҡариҙел районында тыуған. 1984 йылда БДУ-ның биология факультетын тамамлағандан һуң 1994 йылған тиклем РФА ӨҒҮ Биология институтында эшләй.

1992 йылда кандидатлыҡ, 2002 йылда «Экологически ориентированное управление структурой и функцией агроэкосистем» темаһына “Экология” специальносы буйынса докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1994 йылдан хәҙерге көнгәсә БДУ-ла эшләй.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: тотороҡло үҫеш,  глобализация, глобаль экология и агроэкология.

Ул 120-нән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.

 

Ғарипова Светлана Рәүил ҡыҙы
Вазифаһы: экология кафедраһы доценты
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Ғилми званиеһы: доцент
У
ҡытҡан дисциплиналары:  «Экология», «Дөйөм экология», «Экологик менеджмент» һәм «Экологик аудит», «Атмосфера тураһында белем».
Педадгогик эш стажы: 15 йыл.
Биографик белешмә:

Ғарипова С.Р. 1965 йылда Өфөлә тыуған. 1988 йылда БДУ-ның биология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. 1994 йылда «Селекция высокоэффективных штаммов клубеньковых бактерий Rhizobium leguminasarum bv. viceae для инокуляции гороха (Pisum sativum L.) в условиях Южного Урала» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1995 йылдан өлкән уҡытыусы, 2000 йылдан доцент вазифаһында БДАГ-ның агрохимия һәм экология кафедраһында эшләй. 2003 йылдан БДУ-ла уҡыта. 2006 йылдан паралель БДАУ биотехнология лабораторияһында ғилми-тикшеренеү эшен алып бара.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: азот эшкәртеүсе бактериялар

Ул 48-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.

 

Ямалов Сергей Марат улы
Вазифаһы: экология кафедраһы доценты
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Ғилми званиеһы: доцент
У
ҡытҡан дисциплиналары:  «Үләндәр төркөмө экологияһы», «Үҫемлектәр тураһында фән»
Педадгогик эш стажы: 15 йыл.
Биографик белешмә:

1998 йылда БДУ-ның биология факультетын тамамлай. 2000 йылда 03.00.05 – “ботаника” специальносы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2005 йылдан БДУ-ның экология кафедраһы докторанты.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: тикшеренеүҙәре Көньяҡ Уралда үҫкән үҫемлектәрҙе өйрәнеү, уларҙы классификациялау, һаҡлап алып ҡалыу кеүек киң даирәле ғилми проблемаларҙы үҙ эсенә ала. Йыл һайын БР территорияһында һәм Евразияның башҡа региондарында үҫкән үҫемлектәрҙе геоботаник тикшереү экспедициялары үткәрә.

 Ул 140-тан ашыу ғилми мәҡәлә, шуларҙың 24-һе үҙәк журналдарҙа баҫылған һәм 4 коллектив монография авторы.

Наградалары: БР Президенты һәм БДУ-ның Ғилми Советы стипендиаты. Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм РФ Президенты гранттарын алыусыларҙың етәксеһе булып тора.

 

Абдуллин Шамил Рәйес улы
Вазифаһы: экология кафедраһы доценты
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Ғилми званиеһы: доцент
У
ҡытҡан дисциплиналары:  «РБ-ҙың экологик проблемалары», «Тарихи экология», «БР тәбиғәтен һаҡлау», «Тәбиғәтте файҙаланыу нигеҙҙәре».
Педадгогик эш стажы: 4 йыл.
Биографик белешмә:

1997-2002 йылдарҙа БДУ-ның биология факультетында уҡый. 2002 йылда БДУ-ның ботаника кафедраһы аспирантураһына уҡырға инә. Биол.ф.д., проф. Миңлебаев Р.Ғ. һәм биол.ф.к., доц. Шәрипова М.Ю. етәкселегендә 03.00.05 – ботаника һәм 03.00.07 – микробиология специальностары буйынса «Шүлгән-Таш мәмерйәһе цианобактериялары һәм ылымыҡтары» тигән темаға диссертация яҡлай.

Фәнни тикшеренеүҙәре өлкәһе: мәмерйә цианобактериялары һәм ылымыҡтары, ылымыҡтар-макрофиттар, ылымыҡтар экологияһы.

Ул 63-тән ашыу ғилми мәҡәлә авторы.

 

Әсфәндиәрова Луиза Заһит ҡыҙы
Вазифаһы: экология кафедраһы өлкән у
ҡытыусыһы
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты

Специальносы: ботаника - 03.00.05
Педагогик эш стажы: 13 йыл.
Биографик белешмә:

1997 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай. 2000-2003 йылдарҙа аспирантурала уҡый. 2007 йылда «Состав и структура альгоценозов посевов многолетних трав Предуралья Республики Башкортостан» кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Фәнни тикшеренеүҙәре өлкәһе: тау экосистемаһы цинобактериаль-ылымыҡтар төркөмөн өйрәнеү.