Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Рахманғолова Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы

Вазифаһы: кафедра мөдире, профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: профессор
Уҡытҡан дисциплиналары: “Үҫемлектәр физиологияһы”, “Ауыл хужалығы һәм декоратив үҫемлектәр физиологияһы һәм фитопатология”, “Үҫемлектәрҙең экологик физиологияһы” дөйөм дисциплиналары, “Үҫемлектәрҙең биоэнергетикаһы”, “Үҫемлектәрҙең фотосинтезы һәм тын алыуы” махсус курстары.
Педагогик эш стажы: 19 йыл.
Биографик белешмә: 1985 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына биология факультетының үҫемлектәр физиологияһы кафедраһының көндөҙгө аспирантураһына уҡырға инә. Фәнни хеҙмәтен академик А.Т.Мокроносов етәкселегендә Рәсәй Фәндәр академияһының Үҫемлектәр физиологияһы институтының фотосинтез лабораторияһында башҡара. 1990 йылда “Количественный анализ суточного согласования фотосинтеза, дыхания и синтеза экспортных соединений у С3 и С4 растений” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2002 йылдың апрелендә М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Д 501.00.146 Махсуслашҡан советында “Үҫемлектәрҙең тышҡы насар шарттарға яраҡлашыуының энергетик нигеҙе булараҡ фотосинтез менән тын алыуҙың бәйләнеше” темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
З.Ф.Рахманғолова Европа үҫемлектәр физиологтары ойошмаһы (FESPP) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй үҫемлектәр физиологтары ойошмаһы (ОФР) ағзаһы, 18 йыл Рәсәй үҫемлектәр физиологтары ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһендә секретарь. Уның етәкселегендә 4 кандидатлыҡ һәм 6 магистрлыҡ диссертациялары яҡланған.
Ғилми тикшеренеүҙәре өлкәһе: Үҫемлектәрҙең тышҡы насар шарттарға яраҡлашыуының энергетик нигеҙе булараҡ фотосинтез менән тын алыуҙың бәйләнеше, Үҫемлектәрҙең стресҡа сыҙамлылығының физиологик аспекттары.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 100-ҙән ашыу.

Усманов Искәндәр Йосоп улы

Вазифаһы: профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: профессор
Уҡытҡан дисциплиналары: Үҫемлектәр физиологияһы
Педагогик эш стажы: 1991 йылдан алып
Биографик белешмә: 1977 йылда РФА Ҡазан ғилми үҙәгенең Ҡазан биология институтында 03.00.12 – Үҫемлектәр физиологияһы специальносы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1989 йылда “Үҫемлектәрҙең яраҡлашыу стратегияһы типтарына функциональ анализ” темаһына 03.00.05 – Ботаника һәм 03.00.12 – Үҫемлектәр физиологияһы специальностары буйынса УССР Фәндәр академияһының Н.Г.Холодный исемендәге Ботаника институтында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Рәсәй физиологтары ойошмаһы эксперты (ВОФР Үҙәк советы ағзаһы), Европа үҫемлектәр физиологтары ойошмалары ассоциацияһы ағзаһы, 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Башҡорт дәүләт университетында И.Й.Усманов үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы профессоры булып 1991 йылдан алып хәҙерге ваҡытҡа тиклем эшләй. Кафедрала эшләү ваҡытында проф. И.Й.Усманов биология факультеты эшмәкәрлегендә, шулай уҡ диссертацион советтың эшендә актив ҡатнаша. Уның етәкселегендә “Ботаника” һәм “Үҫемлектәр физиологияһы” специальностары буйынса 18 кеше кандидатлыҡ диссертациялары яҡлаған.
Ғилми тикшеренеүҙәре өлкәһе: тикшеренеүҙәрендә биосинтез регуляцияһына һәм тышҡы шарттарҙа матдәләр йыйылыуына акцент яһала, шуға ла лаборатор тикшеренеүҙәрен был фәнни төркөм Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап даими ғилми экспедициялар менән бергә алып бара. Башҡортостан Республикаһы өсөн характерлы булған уникаль биологик актив матдәләр эҙләүгә айырым иғтибар бирелә. Тикшеренеүҙәр РФА Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институты, БР Фәндәр академияһының Сибай филиалы, БДУ-ның Сибай институты менән бергә үткәрелә. Бындай тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә үҫемлектәр тарафынан ауыл хужалығы өсөн бик ҡиммәтле ҡушылмалар класы булған флавоноидтар туплауына тышҡы шарттарҙың йоғонтоһо тикшерелгән, уларҙың үҫемлектәрҙең ҡайһы бер төрҙәрен ауыр металдарҙан һаҡлауҙа ҡатнашлығы асыҡланған.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 200-ҙән ашыу.

 

Веселов Станислав Юрьевич

Вазифаһы: профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы, медицина фәндәре кандидаты
Ғилми званиеһы: профессор
Уҡытҡан дисциплиналары: “Иммунология”, “Эксперименталь иммунология”, “Экологик эпидемиология”, шулай уҡ бер нисә махсус курс.
Педагогик эш стажы: 1991 йылдан алып
Биографик белешмә: Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң И.И.Мечников исемендәге Вакциналар һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институтына (НИИВС) эшкә алына. СССР Фәндәр академияһының Вирусология институтында (Мәскәү) аспирантура тамамлағандан һуң, 1985 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Бер нисә йыл гриптың молекуляр биологияһын һәм биохимияһын тикшереү менән шөғөлләнә, грипҡа ҡаршы инактивлаштырылған вакцина эшләүҙә ҡатнаша.
1991 йылдан алып БДУ-ның биология факультетында эшләй. 1999 йылда “Үҫемлектәрҙең һәм уларҙың метаболиттарының үҫеү регуляторҙарын локализациялау, таҙартыу һәм һан яғынан билдәләү өсөн антиматдәләрҙе ҡулланыу” темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. С.Ю.Веселов етәкселегендә 6 кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнгән, ул бер докторлыҡ диссертацияһының ғилми консультанты булған.
Ғилми тикшеренеүҙәре өлкәһе:
- фитогормондарға иммуноанализ;
- үҫемлектәрҙең тормошонда фитогормондарҙың ролен өйрәнеү;
- вируслы инфекцияларға иммунодиагностика.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 100-ҙән ашыу, шул иҫәптән монографиялар, уҡыу әсбаптары, патенттар, сит ил һәм Рәсәй журналдарында мәҡәләләе бар.

Шәкирова Фәриҙә Миннихан ҡыҙы

Вазифаһы: профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: профессор
Биографик белешмә: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Педагогик эш стажы: 33 йыл
Рәсәйҙең Физиологтар ойошмаһы һәм Европа үҫемлектәр биологтары ойошмалары федерацияһы ағзаһы. Ул – үҫемлектәрҙең мөхиттең стресс факторҙарына сыҙамлылығы физиологияһы өлкәһендә танылған белгес. Ф.М.Шәкирова етәкләгән лабораторияла үҫемлектәрҙең стресс факторҙарына сыҙамлылығының молекуляр механизмдарын тикшереүҙәр үткәрелә.
Ф.М.Шәкирова етәкселендә һәм ғилми консультациялығында 11 фән кандидаты һәм 3 фән докторы әҙерләнгән.
Ф.М.Шәкирова – бик күп проекттарҙың етәксеһе һәм яуаплы башҡарыусыһы (INTAS, Рәсәйҙең фундаменталь тикшеренеүҙәре фонды (РФФИ), РФТФ Региональ проекттары, “2002-2006 йылдарға Рәсәйҙә фән һәм юғары белем интеграцияһы” федераль маҡсатлы проекты, “Рәсәйҙең 2007-2012 йылдарға ғилми-технологик комплексы үҫешенең приоритетлы йүнәлештәре буйынса тикшеренеүҙәр һәм эшкәртмәләр” федераль маҡсатлы проекты, 1996-2008 йылдарҙа бирелгән Рәсәй Федерацияһының алдынғы фәнни мәктәптәренә ярҙам итеү программаһы гранттары).
Рәсәйҙең ғилми-техник өлкәһе эксперттарының федераль реестрына ингән, АҠШ Милли фәнни фонды проектына эксперт булараҡ саҡырылған.
Ф.М.Шәкирова – Биохимия һәм генетика институтының Ғилми советы ағзаһы, Башҡорт дәүләт университетының Д 212.013.11 һәм РФА Өфө ғилми үҙәге Биохимия һәм генетика институтының ДМ 002.133.01 махсуслашҡан диссертацион советтары ағзаһы.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: үҫемлектәрҙең мөхиттең стресс факторҙарына сыҙамлылығы физиологияһы белгесе.
Наградалары: 1999 йылда Ф.М.Шакирова Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы айҡанлы РФА Почетлы грамотаһы менән бүләкләнгән.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 100-ҙән ашыу.

 

Ҡасимова Дамира Идият ҡыҙы

Вазифаһы: үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы доценты
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Ғилми званиеһы: доцент
Уҡытҡан дисциплиналары: Үҫемлектәр физиологияһы, “Үҫемлектәрҙең гормондары” махсус курсы
Специальносы: Үҫемлектәр физиологияһы
Педагогик эш стажы: 41 йыл.
Биографик белешмә: 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, 1967-1969 йылдарҙа – аспирантура, 1970 йыл – “Влияние N-хлорацето производных на состояние нуклеиновых кислот апикальных меристем” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы.
Ғилми йүнәлеше: Үҫемлектәрҙең үҫеүенә һәм үҫешенә тәбиғи һәм синтетик регуляторҙарҙың йоғонтоһон өйрәнеү
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны: 80

 

 

Щербаков Аркадий Владимирович

Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Ғилми званиеһы: доцент
Уҡытҡан дисциплиналары: Үҫемлектәр физиологияһы, Дарыу үҫемлектәре физиологияһы, Экологик биохимия, Биоэкологик тикшеренеү методтары, Дөйөм биология.
Педагогик эш стажы: 11 йыл, 1998 йылдан алып.
Биографик белешмә: 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетын “Биология” специальносы буйынса тамамлай, 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетында аспирантура; 1997 йыл – “Анализ альтернативных морфофизиологических механизмов компенсации дефицита минерального питания у растений с разными типами адаптивных стратегий” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ғилми йүнәлеше: Үҫемлектәрҙең фенол метаболизмы физиологияһы: регуляция механизмдары, төрлө таксондар вәкилдәрендә фенол ҡушылмалар биосинтезы үҙенсәлектәре, Башҡортостан Республикаһы территорияһында дарыу үҫемлектәренең яңы перспективалы төрҙәрен һәм химик эндемиктарын эҙләү
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны: 23

 

Федяев Вадим Валентинович

Вазифаһы: үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы доценты
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Ғилми званиеһы: доцент
Уҡытҡан дисциплиналары: Үҫемлектәр үҫтереү нигеҙҙәре, Үҫемлектәр физиологияһы
Специальносы: Үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы
Педагогик эш стажы: 8 йыл.
Биографик белешмә: 1997 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, 1997-2001 йылдарҙа – аспирантура, “Минераль туҡланыу дефицитына сыҙамлылығы төрлө булған үҫемлектәрҙә тын алыу юлдарының бәйләнеше” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы.
Ғилми йүнәлеше: Үҫемлектәрҙең стресҡа сыҙамлылығының физиологик аспекттары
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны: 42

 

Рәхмәтуллина Светлана Риф ҡыҙы

Вазифаһы: үҫемлектәр физиологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Уҡытҡан дисциплиналары: Үҫемлектәр физиологияһы (бәләкәй практикум), дөйөм биология, ауыл хужалығы үҫемлектәре һәм декоратив үҫемлектәр физиологияһы, үҫемлектәрҙең экологик физиологияһы.
Специальносы: Үҫемлектәр физиологияһы
Педагогик эш стажы: 7 йыл
Биографик белешмә: 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, 2007 йылда “Бойҙайҙың антиоксидант системаһын регуляциялауҙа тын алыу юлдарының ҡатнашлығы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ғилми йүнәлеше: Фотосинтез, һауа алмашыныуы
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны: 10