Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Книсс Владимир Александрович

Вазифаһы: кафедра мөдире, профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Уҡытҡан дисциплиналары:
- умыртҡаһыҙҙар зоологияһы;
- биогеография;
- тупраҡ зоологияһы;
- энтомология.
Педагогик эш стажы: 1973 йылдан алып
Биографик белешмә: 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған. 2006 йылда “Рәсәйҙең һәм уның эргәһендәге территорияларҙың мәмерйәләрендә йәшәүсе коллемболалар (Collembola)” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 03.00.16 – экология специальносы.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: Рәсәй мәмерйәләренең фаунаһы. Мәмерйәләрҙә йәшәүсе коллемболалар (Tomoceridae һәм Hypogastruridae ғаиләләре).
Наградалары һәм званиелары: Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2009).
1990 йылдан алып Халыҡ-ара биоспелеология союзы ағзаһы.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 80-дән ашыу.

 

Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы

Вазифаһы: профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: профессор
Уҡытҡан дисциплиналары:
- умыртҡалылар зоологияһы;
- паразитология нигеҙҙәре.
Педагогик эш стажы: 1958 йылдан алып
Биографик белешмә: 1952 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетын тамамлай; 1952-1955 йылдарҙа Мәскәү ветеринария академияһында аспирантура; 1956 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. “Көньяҡ Урал һыу экосистемаларында гельминттар” темаһына докторлыҡ диссертацияһы Башҡорт дәүләт университетының зоология кафедраһында башҡарыла, 1983 йылда Мәскәүҙә К.И.Скрябин исемендәге Бөтә Союз гельминтология институты советында яҡлана.
Специальносы: 03.00.19 – паразитология, гельминтология.
Ғилми йүнәлештәре: Көньяҡ Урал гидробионттары – һыу-һаҙ ҡоштары, амфибиялар, балыҡтар һәм умыртҡаһыҙ хайуандарҙың гельминттары; төрлө типтағы һыу ятҡылыҡтары менән һыу ағымдарында йәшәгән бентик организмдар фаунаһы; Башҡортостан Республикаһының орнитофаунаһы; Башҡортостан Республикаһында хайуандарҙың һирәк төрҙәре.
Наградалары һәм званиелары: “Эштәге яҡшы уңыштары өсөн” знагы (1978), ”Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2000), Урман рыцары (2005).
БР Фәндәр академияһының биология бүлеге һәм БДАУ диссертацион советы ағзаһы.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 180-дән ашыу, шул иҫәптән 4 монография авторҙашы.

 

Маматов Әнүәр Фаризун улы

Вазифаһы: профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Уҡытҡан дисциплиналары:
- умыртҡалылар зоологияһы;
- орнитология;
- хайуандар экологияһы;
- промысел хайуандары биологияһы.
Педагогик эш стажы: 1970 йылдан алып
Биографик белешмә: 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған. 1967-1970 йылдарҙа Ҡазан биология институтында аспирантура; 1973 йылда Ҡазан дәүләт университетында “Башҡорт АССР-ында һыу ҡоштарын ҡулланыуҙың биологик тәү шарттары” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай; “Көньяҡ Уралдың һыу ҡоштары” темаһына докторлыҡ диссертацияһы Ҡазан дәүләт университетында 2006 йылда яҡлана. Специальносы 03.00.016 – экология һәм 03.00.032 – биологик ресурстар.
Ғилми йүнәлештәре: Популяциялар фаунаһы, динамикаһы һәм продуктивлығы, ҡоштарға кешенең йоғонтоһо (һыу эргәһе биоценоздарында ҡаҙ һымаҡтар, сыпҡайҙар, аҡсарлаҡтар, көйөлдөләр һәм турғайҙар).
Наградалары һәм званиелары: БР Мәғариф отличнигы (2006), Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2006).
М.А.Мензбир исемендәге орнитология ойошмаһы ағзаһы.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 300-ҙән ашыу, шул иҫәптән 11 монография авторы һәм авторҙашы.

 

Биккинин Рәшит Фәйзулла улы

Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Уҡытҡан дисциплиналары:
- үрсеү һәм үҫеш биологияһы;
- балыҡсылыҡ нигеҙле ихтиология;
- гидробиология.
Педагогик эш стажы: 1980 йылдан алып
Биографик белешмә: 1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1976-1980 йылдарҙа Күл һәм йылға хужалығы буйынса дәүләт ғилми-тикшеренеү институтында (ГосНИОРХ) аспирантура; “Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарының климатына яраҡлашҡан ала балыҡтың морфо-экологик характеристикаһы һәм уны рациональ ҡулланыу” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы.
Специальносы 03.00.10 – ихтиология.
Ғилми йүнәлештәре: Көньяҡ Уралдың төрлө интенсивлыҡта антропоген йоғонто аҫтында булған төрлө типтағы һыу ятҡылыҡтарында һәм һыу ағымдарында балыҡ үрсетеү экологияһы һәм иҫәп динамикаһы.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 50-нән ашыу.

 

Дьяченко Иван Пантелеевич

Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Уҡытҡан дисциплиналары:
- эволюция теорияһы;
- умыртҡалылар зоологияһы;
- ихтиология.
Педагогик эш стажы: 1968 йылдан алып
Биографик белешмә: 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған. 1964-1968 йылдарҙа Ҡазан дәүләт университетында аспирантура; 1969 йылда Ҡазан дәүләт университетында “Куйбышев һыуһаҡлағысында сазан үҫтереү буйынса Кайбицк ыуылдырыҡ үрсетеү хужалығының эшмәкәрлегенә анализ” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Специальносы 03.00.10 – ихтиология.
Ғилми йүнәлештәре: Балыҡтар экологияһы, фаунаһы; микроэволюция проблемалары.
Наградалары: Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2001).
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 100-ҙән ашыу.

 

Хәбибуллин Винер Фәрит улы
Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Уҡытҡан дисциплиналары:
- умыртҡалылар зоологияһы;
- умыртҡаһыҙҙар зоологияһы;
- герпетология;
- хайуандарҙың үҙҙәрен тотоуының биологик һәм психологик нигеҙҙәре;
- умыртҡалыларҙың сағыштырма анатомияһы.
Педагогик эш стажы: 1998 йылдан алып
Биографик белешмә: 1996 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған. 2000 йылда Екатеринбургта РФА Урал ғилми үҙәгенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтында (ИЭРиЖ) “Башҡортостан Республикаһының һөйрәлеүселәре” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Специальносы 03.00.08 – зоология.
Ғилми йүнәлештәре: Көньяҡ Уралда һөйрәлеүселәрҙең фаунаһы һәм таралыуы; Һөйрәлеүселәрҙең зоогеографияһы, экологияһы һәм этологияһы; Һөйрәлеүселәрҙең гельминттары.
Наградалары: 6 тапҡыр Башҡорт дәүләт университетының Ғилми советы стипендиаты. В.Потанин исемендәге фонд стипендиаты (2006).
2000 йылдан алып А.М.Никольский исемендәге Рәсәй герпетология ойошмаһы ағзаһы.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 60-тан ашыу.

 

Йомағолова Гөлдәр Рәшит ҡыҙы

Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Уҡытҡан дисциплиналары:
- умыртҡалылар зоологияһы;
- умыртҡаһыҙҙар зоологияһы;
- региональ паразитология;
- хайуандар экологияһы.
Педагогик эш стажы: 1994 йылдан алып
Биографик белешмә: 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған. 2000 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында “Көньяҡ Урал амфибияларының гельминттары” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Специальносы 03.00.19 — паразитология, гельминтология.
Ғилми йүнәлештәре: Көньяҡ Уралда ер-һыу хайуандарының фаунаһы һәм таралыуы; ер-һыу хайуандарының зоогеографияһы, экологияһы һәм этологияһы; ер-һыу хайуандарының гельминттары.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 20-нән ашыу.

 

 

Яковлев Анатолий Германович

Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Уҡытҡан дисциплиналары:
- биология;
- биогеография;
- палеонтология нигеҙҙәре.
Педагогик эш стажы: 1980 йылдан алып
Биографик белешмә: 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған. 1982-1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Геология институтында аспирантура; 1997 йылда Екатеринбургта РФА Урал ғилми үҙәгенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтында (ИЭРиЖ) “Көньяҡ Уралдың Көнбайыш һырты менән Башҡортостандың Урал алды плейстоцены һәм голоценында ваҡ һөтимәрҙәр” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Специальносы 03.00.08 – зоология.
Ғилми йүнәлештәре: Көньяҡ Урал регионының һуңғы кайнозойында (плиоцен, плейстоцен, голоцен) ваҡ һөтимәрҙәр фаунаһы.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 80-дән ашыу.

 

Валуев Виктор Алексеевич

биология фәндәре кандидаты,
Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу-ғилми музейы мөдире,
Зоология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
Түбәндәге йәмәғәтселек ойошмаларының ағзаһы:
1. Башҡортостан республика орнитология йәмғиәте (БРОО). “Общественные ресурсы образования” (М.: МСоЭС нәшриәте, 2003, 304 б.) белешмәһе исемлегенә индерелгән.
2. Рәсәйҙең Ҡоштарҙы һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе (БО СОПР);
3. Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе (БО МОИП). Был йәмғиәткә 7 биология фәндәре докторы һәм медицина фәндәре докторы (улар араһында 3 академик һәм 1 ағза-корреспондент), 5 биология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың йәмәғәтселек эшмәкәрҙәре һәм студенттар ингән.
2006 йылдан РФА Экология һәм эволюция проблемалары институтының Үҙәк Рәсәй Тәбиғәт музейының (МПЦР) Кураторҙар советы ағзаһы.
150-нән ашыу ғилми мәҡәлә баҫтырған (шуларҙың 14-е ВАК тарафынан докторлыҡ диссертациялары өсөн тәҡдим ителгән баҫмаларҙа), 3 монография, 3 уҡыу әсбабы, уның тарафынан “Ҡоштарҙың морфометрик параметрҙарын регистрациялау журналы” төҙөлгән һәм баҫтырылған, республиканың хайуандар донъяһы тураһында фильмдар төшөрөлгән (уларҙың 4-һе 2001-2004 йылдарҙа республика һәм регион-ара күргәҙмәләрҙә беренсе урындарҙы яуланы, 3-һе 2005 йылда Ханты-Мансийскиҙа халыҡ-ара кинофестивалдә ун иң яҡшы фильмдар иҫәбенә индерелде, бер фильм 2009 йылда “Фән – йәмғиәткә” (“Наука – обществу”) бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынға сыҡты, бер фильм 2010 йылда ошо уҡ конкурста “Тамашасы һөйөүе”н яуланы). БР һөтимәрҙәре буйынса электрон әсбап төҙөгән. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған.
Өс инновацион проект БР Промышленность министрлығы тарафынан ҡабул ителгән һәм теркәлгән. 4 патент һәм 3 грант буйынса эштәр бара, шуларҙың Америка патенты регистрация үткән.
В.А.Валуевтың хеҙмәте 6 миҙал (1 алтын, 3 көмөш, 2 бронза), 1 орден, 30 диплом (1 дипломға Фән һәм инновациялар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе С.Н.Мазуренко, 4 дипломға Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры А.В.Гордеев ҡул ҡуйған), 8 грамота һәм 5 рәхмәт хаты менән билдәләнгән.
Уның етәкселегендә:
музейҙың фонды һәм экспозицияһы өсөн материалдар туплау маҡсатында республика буйлап 240 тирәһе экспедиция, поляр түңәрәк артына бер экспедиция ойошторолған;
125 ҡош төрҙәренең ҡауырһындарынан торған уникаль, Рәсәйҙә берҙән-бер коллекция тупланған. Был коллекцияла 180 мең ҡауырһын иҫәпләнә;
ҡауырһындарҙы идентификациялау эштәре алып барыла;
йыл һайын түбәндәге ғилми мәҡәләләр йыйынтыҡтары сығарыла:
“Башҡортостан орнитология хәбәрҙәре”, “Башҡортостан Республикаһының һирәк һәм юғалып барған хайуандары һәм үҫемлектәре (Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабын алып барыу материалдары)”, “Башҡортостан Республикаһының флораһы һәм фаунаһы материалдары”.
Хәҙерге ваҡытта музей фезеринг буйынса уҡытыу алып барылған Рәсәйҙәге өс ойошманың береһе. Ә авиарий бик һирәк осрай торған, юғалып барған ҡоштарҙың генофонды һаҡланған республикала берҙән-бер урын. Бында тиҫтәләгән шундай ҡош реабилитацияланған һәм иреккә сығарып ебәрелгән. Улар иҫәбендә, мәҫәлән, һирәк осраған аҡ торна (стерх) бар.

Тел/факс (347) 299-96-56. E-mail: ValuyevVA@mail.ru

 

Островская Юлия Викторовна

Вазифаһы: ассистент
Уҡытҡан дисциплиналары:
- умыртҡалылар зоологияһы;
- умыртҡаһыҙҙар зоологияһы;
- һыу экосистемалары экологияһы;
- гидробиология.
Педагогик эш стажы: 1999 йылдан алып
Биографик белешмә: 1997 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған.
Ғилми йүнәлештәре: Көньяҡ Уралдың төрлө типтағы һыу объекттары бентофаунаһы.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 30-ҙан ашыу.

 

 

Сабитова Римма Зөлфир ҡыҙы

Вазифаһы: ассистент
Уҡытҡан дисциплиналары:
- умыртҡаһыҙҙар зоологияһы;
- үрсеү һәм үҫеш биологияһы.
Педагогик эш стажы: 2005 йылдан алып
Биографик белешмә: 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған.
Ғилми йүнәлештәре: Көньяҡ Уралдың төрлө типтағы һыу объекттарының зоопланктоны.
Баҫылып сыҡҡан ғилми хеҙмәттәре һаны 15-тән ашыу.

 

 

Кафедраның ярҙамсы персоналы

Өлкән лаборант Шевченко Александр Михайлович – зоология кафедраһы аспиранты.
Лаборанттар:
Яковлева Алла Павловна
Колоскова Анастасия Сергеевна
Рәхмәтуллина Әлфинур Айнур ҡыҙы