Хеҙмәткәрҙәр

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы

Вазифаһы: кафедра мөдире, профессор.
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы.
Ғилми званиеһы: профессор (1998 й.), БР-
ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999 й.), РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006 й.), БР ФА ағза-корреспонденты (2002 й.)

Төп эш урыны – РФА ӨҒҮ-нең Биохимия һәм генетика институты, геномика бүлеге мөдире.
Фәнни
ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: популяцион һәм медицина генетикаһы.

Э.К. Хөснөтдинова етәкселегендә Волга-Урал регионы, Урта Азия һәм Кавказ халыҡтарының ДНК полиморфизмы күрһәткестәре нигеҙендә генофон структураһы һәм генетик тарихы тикшерелгән, төрлө этник төркөмдәрҙә 15 нәҫелдән килгән һәм 10 күп факторлы ауырыуҙар өйрәнелгән, ошо алынған күрһәткестәр нигеҙендә Волга-Урал регионы популяцияһы, нәҫелдән килгән һәм социаль мөһим арыуҙар ДНК-диагностикаһы өсөн табылған алгоритмдар  уңышлы ҡулланыла. Уның етәкселегендә 84 фән кандидаты, 8 фән докторы әҙерләнгән. Ул 750 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 15 монография һәм 10 патент авторы.

Рәсәй ғилми советының “Кеше гены аша” программаһы, Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм ИНТАС халыҡ-ара ғилми фонд, шулай уҡ Рәсәй медицина фәндәр академияһының медицина генетикаһы буйынса ғилми советы ағзаһы, Balkan Journal of Medical Genetics, HumanMolecularGenetics, HumanGenome, "Молекуляр биология", «Медицина генетикаһы» журналдарының һәм “Яҡут медицина журналы”ның редакция советы ағзаһы. Шулай уҡ Э.К.Хөснөтдинова  РФА ӨҒҮ-нең Биохимия һәм генетика институты ҡарамағындағы “Генетика” специальносы буйынса диссертация советы ағзаһы, БР ФА-ның биология фәндәре секторы кураторы.

Ул 1995 йылда Рәсәй медицина генетиктары йәмәғәтенең Башҡортостан бүлеге рәйесе,  Рәсәй медицина генетиктары һәм селекционерҙары йәмәғәте идара итеү ағзаһы һәм Рәсәй медицина генетиктары йәмәғәте бюроһы ағзаһы итеп тәғәйенләнгән. 2001 йылдан РМФА Яҡут ғилми үҙәгенең молекуляр генетика бүлеге ғилми консультанты һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Перинаталь үҙәге ҡарамағындағы  Медико-генетика үҙәгендә ғилми консультант булып тора. Уның етәкселегендә INTAS, Евросоюз, FoundationofAlexandervonHumboldt, РФА Президиумы, РФФИ, РГНФ, РФ-ның Фән һәм технология министрлығы тарафынан финансланған тикшеренеүҙәр үткәрелә.

 

 

 Һиҙиәтова Ирина Михайловна. 

Вазифаһы: профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы.
Ғилми званиеһы: өлкән ғилми хе
ҙмәткәр

Төп эш урыны – РФА ӨҒҮ-нең Биохимия һәм генетика институты, кеше молекуляр генетикаһы лабораторияһы төп ғилми хеҙмәткәре.

 Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: популяцион һәм медицина генетикаһы, нәҫелдән килгән һәм нәҫел менән бәйләнгән нервы системаһы ауырыуҙарын молекуляр-генетик тикшереү. Һиҙиәтова И.М. етәкселегендә 5 фән кандидаты әҙерләнгән. Ул 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

 

Хөсәйенова Рита Игоревна. 

Вазифаһы: доцент.
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты.
Төп эш урыны – РФА ӨҒҮ-нең Биохимия һәм генетика институты, кеше молекуляр генетикаһы лабораторияһы төп ғилми хе
ҙмәткәре.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: медицина генетикаһы, спорт генетикаһы, нәҫелдән килгән һәм төрлө факторлы ауырыуҙарҙың тоташтырғыс туҡымаһының генетик нигеҙҙәрен өйрәнеү. Ул 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

 

 

 

 

Вәлиев Рәдис Раян улы

 Вазифаһы: доцент.  
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты.
У
ҡытҡан  дисциплиналары: генетика һәм селекция, гендың молекуляр биологияһы, генетик анализ нигеҙҙәре.
Фәнни
ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: үҫемлектәр, хайуан һәм кеше генетикаһы.

Ул 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы.

 

 

 

Вәлиев Руслан Рәдис улы

Вазифаһы: өлкән уҡытыусы, сылбырлы полимераз реакция анализы лабораторияһы мөдире.
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: медицина генетикаһы, кеше геномаһы анализы методы.
Ул 40-тан ашыу ғилми хе
ҙмәт авторы.

 

 

 

 

Нурғәлиева Әлфиә Хаматйән ҡыҙы

Вазифаһы: доцент.   
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты.
Фәнни
ҡыҙыҡһыныу өлкәһе: медицина генетикаһы, психогенетика.

 Ул 20-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.