Хеҙмәткәрҙәр

 

Ишбирҙин Айрат Рим улы

Кафедра мөдире, профессор
Биология фәндәре докторы
Специальносы: ботаника
Уҡытҡан дисциплиналары: “Биологик төрлөлөктө һаҡлау системаһы”, “Урбаноэкосистемалар”, “Ландшафтты өйрәнеү”, магистрҙарға махсус курстар һ.б.
Педагогик стажы: 13 йыл
Биографик белешмә: 1958 йылдың 25 апрелендә БАССР-ҙың Күгәрсен районы Ялсы ауылында тыуған. БДУ-ның биология факультетын тамамлаған. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: “Эколого-географические закономерности формирования синантропных флор и растительности селитебных территорий России”. 6 фән кандидаты әҙерләгән. Башҡортостанда яңы йүнәлеш – һирәк осрай торған һәм юғалып барған үҫемлектәрҙең популяцион биологияһына нигеҙ һалыусы.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: фитоценология, популяцион биология.
“Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте ағзаһы.
150-нән ашыу хеҙмәт авторы:
1. Синантроп берекмәләр ареалына макроэкологик анализ методы тураһында // Экология. - 1999. - №6.
2. Үҫемлектәр менән ҡапланыш анализына ике «параллель» ҡараш тураһында // Дөйөм биология журналы. - 2000. - Т.61. - №1. 119-127-се б.
3. Рәсәйҙең синантроп флораһының экологик-географик законлыҡтары. 1. Үҫемлектәрҙең төп синтаксондары хорологияһы // Ботаник журнал. - 2001. -Т.86. - №3. 27-36-сы б. һ.б.

 

Миннебаев Руфил Ғафар улы

Профессор, биология фәндәре докторы
Специальносы: ботаника
Уҡытҡан дисциплиналары: Юғары төр үҫемлектәрҙең систематикаһы, фитоценология, “Агрофитоценология” махсус курсы
Педагогик стажы: 1963 йылдан алып
Биографик белешмә: 1931 йылдың 18 сентябрендә БР Яңауыл районының Айбүләк ауылында тыуған.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: агрофитоценология, ботаника ресурстарын өйрәнеү, альгология.
Рәсәй Федерацияһының Юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, БР Фәндәр академияһының почетлы академигы
270 хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография, 7 уҡыу әсбабы авторы:
Миннебаев Р.Ғ. (авторҙаш) һ.б. Башҡорт АССР-ының юғары төр үҫемлектәрен билдәләү. - М.: Наука, 1988.
Миннебаев Р.Ғ. һ.б. Башҡортостандың ылымыҡтарын ҡыҫҡаса билдәләү. - Өфө, БДУ баҫмаһы, 1995.
Миннебаев Р.Ғ. һ.б. Тәбиғәт экосистемаларында индикация фильтрҙары булараҡ ылымыҡтар // БР Фәндәр академияһы хәбәрҙәре, №2, 1996.
Миннебаев Р.Ғ. Русса-башҡортса-татарса ботаника терминдары һүҙлеге. - Өфө, БДУ баҫмаһы, 1996.
Миннебаев Р.Ғ. Дөйөм ботаника һәм альгология: Уҡыу әсбабы. - Өфө, БДУ баҫмаһы, 2000.
Миннебаев Р.Ғ. Микология һәм лихенология: Уҡыу әсбабы. - Өфө, БДУ баҫмаһы, 2000.
Миннебаев Р.Ғ. Түбән төр үҫемлектәр (систематика): Уҡыу әсбабы. - Өфө, БДУ баҫмаһы, 2001.
Миннебаев Р.Ғ., Миннебаев Ф.Р. Ылымыҡтар, бәшмәктәр, лишайҙар (Дөйөм характеристика, систематика). - Өфө, БДУ баҫмаһы, 2002.
Миннебаев Р.Ғ. (авторҙаш). Башҡортостандың яҙғы үҫемлектәрен билдәләү. - Өфө, БДУ баҫмаһы, 2003.
Миннебаев Р.Ғ. һ.б. Өфөлә һәм уның әйләнә-тирәһендә мәҙәни мираҫ булған архитектура ҡомартҡыларының биокоррозияһы // БР Фәндәр академияһы хәбәрҙәре, №1, том 12, 2006.

 

Дубовик Ирина Евгеньевна

Профессор, биология фәндәре докторы
Специальносы: ботаника
Уҡытҡан дисциплиналары: “Ботаника. Түбән төр үҫемлектәр”, “Альгология”, “Тупраҡ биологияһы”.
Педагогик стажы: 1976 йылдан алып
Биографик белешмә: 1952 йылдың 13 мартында Волгоград ҡалаһында тыуған. 1969 йылда Өфөнөң 91-се мәктәбен алтын миҙалға тамамлаған. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: альгология, экология
Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре, БР Фәндәр академияһының почетлы академигы
170-тән ашыу хеҙмәт, шул иҫәптән 7 уҡыу әсбабы авторы.
И.Е.Дубовик кафедрала 1976 йылдан алып эшләй. Тупраҡ ылымыҡтарының эрозияға ҡаршы роле хаҡында яңы мәғлүмәттәр тапҡан тикшеренеүсе. “Эрозиялы тупраҡ ылымыҡтары һәм тупраҡты һаҡлау сараларын альгологик баһалау” монографияһы авторы. Ылымыҡтарҙы билдәләү авторҙашы. Уның етәкселегендә 3 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. “Ботанический журнал”, “Почвоведение” журналдарында, сит ил баҫмаларында, шул иҫәптән “Algologia”, “Eurasian Soil Science” журналдарында ғилми мәҡәләләр баҫтырған. “Ботаника. Түбән төр үҫемлектәр”, “Альгология”, “Тупраҡ биологияһы” дисциплиналарын уҡыта. Бөтә Рәсәй конференцияларының ойоштороу комитетында эшләй, уларҙың рәйесе була. Башҡорт дәүләт университеты биология факультеты докторлыҡ диссертацион советы ағзаһы. Уҡыусыларҙың кесе ғилми академияһы (МАН) рамкаһында уҡыусылар менән эштәрҙе ойоштора. 2001 йылдан алып факультеттың фән эштәре буйынса декан урынбаҫары.

 

Шкундина Фаина Борисовна

Профессор, биология фәндәре докторы
Специальносы: ботаника
Уҡытҡан дисциплиналары: “Биосфера тураһындағы фән”, “Башҡортостан Республикаһы тәбиғәте”, “Биология тарихы” һ.б.
Педагогик стажы: 30 йыл
Биографик белешмә: 1956 йылдың 13 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: ғәмәли альгология, гидробиология, экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
250-нән ашыу хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография, 8 уҡыу әсбабы авторы һәм авторҙашы.
Башҡортостан үҫемлектәренең Ҡыҙыл Китабын яҙыуҙа ҡатнашҡан (2002). 2007 йылда «Красноусольск курортының шифалы батҡаҡтары (альгофлора, генезис, практик ҡулланыу)” монографияһы баҫылып сыға. Уның етәкселегендә 9 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Сит ил баҫмаларында, шул иҫәптән “Algologia”, “International Journal of Algae”, “Hydrobiologia” журналдарында ғилми мәҡәләләр баҫтырған. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конференцияларының ойоштороу комитеттарында эшләй, уларҙың рәйесе була, пленар докладтар менән сығыш яһай. Бер нисә ғилми йыйынтыҡтың редколлегия ағзаһы була. Ф.Б.Шкундина 2001-2003 йылдарҙа «Рәсәй университеттары – фундаменталь тикшеренеүҙәр» программаһы буйынса “Көньяҡ Урал экотондары альгоценоздары” гранты етәксеһе була. 2005-2007 йылдарҙа Рәсәйҙең фундаменталь тикшеренеүҙәре фонды – Ағиҙел программаһы буйынса “Структура и динамика фитоценозов урбанизированных территорий” проекты етәксеһе була. Рәсәй ботаниктары ойошмаһының Башҡортостан бүлеге Ғилми секретары. Башҡорт дәүләт университеты биология факультеты докторлыҡ диссертацион советы ағзаһы. Биология факультетының Уҡытыу-методика комиссияһы ағзаһы.

 

Шәрипова Марина Юрьевна

Профессор, биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: доцент.
Специальносы: ботаника
Уҡытҡан дисциплиналары: “Үҫемлектәрҙең анатомияһы, морфологияһы”, “Түбән төр үҫемлектәрҙең систематикаһы”, махсус курстар.
Педагогик стажы: 26 йыл
Биографик белешмә: 1958 йылдың 15 апрелендә Салауат ҡалаһында тыуған. 1975 йылда Өфөнөң 39-сы мәктәбен, 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: альгология, экология, микробиология, атап әйткәндә, экотондарҙың альгоценоздарын өйрәнеү менән бәйле тикшернеүҙәр
БР Мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре.
150-нән ашыу хеҙмәт, шул иҫәптән 7 уҡыу әсбабы авторы һәм авторҙашы. “Водоросли экотонных сообществ” монографияһы авторы.
Кандидатлыҡ диссертацияһын 1984 йылда “Микробиология” специальносы буйынса Ленинград дәүләт университетында, “Экотон берләшмәләр ылымыҡтары” темаһына докторлыҡ диссертацияһын 2006 йылда “Ботаника” специальносы буйынса яҡлай. Уның етәкселегендә 1 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Сит ил баҫмаларында, шул иҫәптән “Algologia”, “Russian J. Of soil”, “Speleologia” журналдарында ғилми мәҡәләләр баҫтырған. 2003 йылдан алып берҙәм дәүләт имтихандары буйынса республика эксперт комиссияһы председателе. Башҡорт дәүләт университеты биология факультетының докторлыҡ диссертацион советы ғилми секретары.

 

Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы

Вазифаһы: профессор
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре докторы
Ғилми званиеһы: доцент
Специальносы: ботаника
Уҡытҡан дисциплиналары: магистратурала махсус курстар
Педагогик эш стажы: 13 йыл
Биографик белешмә: 1966 йылдың 27 майында Өфөлә тыуған
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: үҫемлектәрҙең популяцион биологияһы, биотехнология, биологик төрлөлөктө һаҡлау. Башҡортостан Республикаһында яңы йүнәлеш – һирәк осрай торған һәм юғалып барған үҫемлектәрҙең популяцион биологияһына нигеҙ һалыусы.
5 биология фәндәре кандидаты әҙерләгән
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре һаны: 140-тан ашыу, шул иҫәптән:
1. Ишморатова М.М. Көньяҡ Уралда Ирәмәл родиолаһы. М.: Наука, 2006. 252 б.
2. Ишморатова М.М. Особенности культивирования in vitro растений различных экологических форм на примере видов рода Iris L. // Раст. ресурсы. 1999. Т. 35, 4-се сығарылыш. 67-74-се б.
3. Ишморатова М.М., Һөйөндөков И.В., Ишбирҙин А.Р., Жирнова Т.В., Нәбиуллин М.И. Көньяҡ Уралда Orchidaceae Juss. ғаиләһенә ҡараған ҡайһы бер төрҙәрҙең ценопопуляциялары торошо. 2-се сығарылыш. Корневищные виды // Раст. ресурсы. 2003. Т.39, 18-37-се б.
4. Ишморатова М.М., Һөйөндөков И.В., Ишбирҙин А.Р. Башҡортостан Республикаһында орхидеяларҙы һаҡлау торошо һәм мәсьәләләре // Тверь дәүләт университеты хәбәрҙәре. «Биология һәм экология» серияһы. 3-сө сығарылыш. №7 (35). 2007. 175-178-се б.
Кафедрала магистратурала махсус курстар уҡый.
Университетта дөйөм эш стажы: 13 йыл.

 

Хәйретдинов Сәвғән Сөләймән улы

Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Ғилми званиеһы: доцент
Специальносы: ботаника
Уҡытҡан дисциплиналары: “Дарыу үҫемлектәре”, “Ботаника ресурстарын өйрәнеү фәне” дисциплиналары
Педагогик эш стажы: 21 йыл
Биографик белешмә: 1954 йылдың 5 сентябрендә Ғафури районының Мораҙ ауылында тыуған, 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: файҙалы үҫемлектәр ресурстары, һирәк осрай торған үҫемлектәр биологияһы, экологияһы һәм уларҙы һаҡлау, этник экология, этник ботаника. Башҡортостан Республикаһының дарыу үләндәре фаунаһын актив өйрәнә.
“Биоморфологические особенности Allium obliquum L. при интродукции в лесостепи Башкирской АССР” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын 1984 йылда яҡлай.
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре һаны: 200-ҙән ашыу, шул иҫәптән 10 китап:
“Башҡорт АССР-ының юғары төр үҫемлектәрен билдәләү” (1988), “Башҡортостандың яҙғы үҫемлектәрен билдәләү” (2003), “Русса-башҡортса-татарса ботаника терминдары һүҙлеге” (1996) һ.б.
“Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең биология редакцияһы мөдире.

 

Гуламанова Гүзәл Әхтәметдин ҡыҙы

Вазифаһы: өлкән уҡытыусы
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Специальносы: ботаника
Уҡытҡан дисциплиналары: “Биологик төрлөлөктө һаҡлау системаһы”, “Ландшафтты өйрәнеү фәне” дисциплиналары, “Юғары төр үҫемлектәр систематикаһы”, “Урбаноэкосистемалар” практик дәрестәре, “Индикацион ботаника” махсус курсы
Педагогик эш стажы: 3 йыл
Биографик белешмә: 12 апрелдә Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуған, 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлаған. 2008 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: ғәмәли альгология, ылымыҡтар экологияһы.
Г.Ә.Гуламанова 30 ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән:
1. Гуламанова Г.Ә., Шкундина Ф.Б. Башҡортостан Республикаһының төрлө типтағы күлдәре фитопланктонына экологик-флористик характеристика // Башҡорт дәүләт университеты хәбәрҙәре. – 2006. – №4. –60-62-се б.
2. Шкундина Ф.Б., Гуламанова Г.Ә. Башҡортостан Республикаһының төрлө типтағы күлдәренең планктон альгофлораһы // Ботаника журналы, №9, том 94, 2009. –1-10-сы б.
3. Гуламанова Г.Ә., Шкундина Ф.Б. Башҡорт Урал аръяғы планктон ылымыҡтарының һәм цианопрокариоттарының төрлөлөгө // ОДУ хәбәрҙәре, №6 (100), июнь, 2009. – 111-112-се б.
4. Гуламанова Г.Ә., Полева А.О. Башҡортостан Республикаһының аҡмай ятҡан һыу ятҡылыҡтары мониторингыһы өсөн автотроф планктонын ҡулланыу // Аграрная Россия. Махсус сығарылыш, 2009. – 31-32-се б.
2008-2009 йылдар һөҙөмтәләре буйынса Башҡорт дәүләт университеты Ғилми советы стипендиаты.

 

Ғәндәлипова Эльмира Илдус ҡыҙы

Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Уҡытҡан дисциплиналары: “Үҫемлектәрҙең анатомияһы һәм морфологияһы” дисциплинаһы буйынса практик дәрестәр, “Палинология” махсус курсы, ҡыр практикалары
Педагогик эш стажы: 11 йыл
Биографик белешмә: 1976 йылдың 13 февралендә Кушнаренко районының Шәрип ауылында тыуған, 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2003 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: аэропалинология.
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре һаны: 10
1998 йылдан алып аэропалинология өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Өфө, Ишембай ҡалалары атмосфераһының палинологик составы өйрәнелгән. Аэропалинологик режимдың төп законлыҡтары асыҡланған, саңланыу прогнозы һәм саң концентрацияһын кәметеү саралары эшләнгән.
2003 йылда ошо йүнәлештә “Өфө ҡалаһы атмосфераһындағы үҫемлек һеркәләренең сифаты һәм һаны буйынса составы” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Шулай уҡ БР территорияһында үҫкән аллерген үҫемлектәрҙең исемлеге төҙөлгән.
Ошо йүнәлештә 10 ғилми хеҙмәт, лаборатор дәрестәр өсөн 2 методик ҡулланма авторы:
1. Хәйретдинов С.С., Ғәндәлипова Э.И. Поллинозды профилактикалау методы булараҡ һеркәләнеү календарҙары. Рәсәй Мәғариф министрлығының ғилми-техник программалар буйынса ғилми конференцияһы: Статьялар һәм тезистар йыйынтығы. II киҫәк / БДУ баҫмаһы. – Өфө, 1999. – 96-98-се б.
2. Ғәндәлипова Э.И. Башҡортостан Республикаһының поллиноз тыуҙыра торған үҫемлектәре // БДУ хәбәрҙәре. – 2001. – № 3. – 42-44-се б.
3. Ғәндәлипова Э.И. Ботаника. Биология факультетының 1 курс студенттары өсөн методик күрһәтмәләр. «Экология» специальносы. Өфө, БДУ баҫмаһы. – 2006. – 20 б. һ.б.
2004 йылдан алып факультеттың тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары булып эшләй.

 

Түрйәнова Рәсимә Рифҡәт ҡыҙы

Вазифаһы: доцент
Ғилми дәрәжәһе: биология фәндәре кандидаты
Специальносы: боатника
Уҡытҡан дисциплиналары: “Биосфера тураһында ғилем” дисциплинаһы буйынса практик дәрестәр, “Фитодизайн” махсус курсы, ҙур практикум, ҡыр практикалары
Педагогик эш стажы: 3 йыл
Биографик белешмә: 1974 йылдың 28 декабрендә Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Тимкино ауылында тыуған, 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2006 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай
Ғилми тикшеренеү өлкәһе: һыу альгинологияһы.
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре һаны: 20
Өфө ҡалаһы территорияһындағы төрлө типтағы һыу ятҡылыҡтарының фитопланктоны составы өйрәнелгән, тикшерелгән һыу ятҡылыҡтарының санитар-биологик торошо баһаланған. Кандидатлыҡ диссертацияһы “Өфө ҡалаһы территорияһында төрлө типтағы һыу ятҡылыҡтары фитопланктоны” темаһына 2006 йылда яҡланған.
Р.Р.Түрйәнова 15-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы:
1. Түрйәнова Р.Р., Шкундина Ф.Б. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районында Ағиҙел йылғаһы экосистемаһы торошо мониторингыһы өсөн фитопланктонды ҡулланыу // Биологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре. 7-се сығарылыш: Ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы. – Өфө, БДУ баҫмаһы, 2003. – 144-146-сы б.
2. Шкундина Ф.Б., Түрйәнова Р.Р. Ҙур промышленность ҡалалары территорияһында һыу ятҡылыҡтарының торошо альгомониторингыһы (Өфө ҡалаһы миҫалында) // Хәҙерге тәбиғи фәндәр уңыштары. – 2003.– №12. – 111-се б.
3. Шкундина Ф.Б., Түрйәнова Р.Р., Захарова Е.А. Башҡортостан Республикаһы ҡалалары территорияһында һыу ятҡылыҡтарының фитопланктонын өйрәнеү һөҙөмтәләре һәм перспективалары // БДУ хәбәрҙәре. – 2004. – №4. 42-44-се б.
4. Түрйәнова Р.Р., Шкундина Ф.Б. Өфө ҡалаһы һыу ятҡылыҡтарының фитопланктоны (Башҡортостан, Рәсәй) // Альгология. – 2009. – Т.19. – №1. –63-69-сы б. һ.б.
2009 йылдан алып факультеттың уҡыу эштәре буйынса декан урынбаҫары булып эшләй.