Хәҙерге рус тел ғилеме кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

Хәҙерге рус тел ғилеме кафедраһы

 

450074, Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, 409-сы к.

Тел. (347) 276781

 

Кафедра мөдирефилология фәндәре докторы, профессор Ғәйсина Рейда Мирғәлеевна

 

Хәҙерге рус тел ғилеме кафедраһы филология факультетының БДУ-ға нигеҙ һалынған йылда (1957) ойошторолған тел ғилеме һәм рус теле кафедраһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән өс лингвистик кафедралар системаһына ҡарай.

Кафедраның үҙ аллы үҫеше филология фәндәре докторы, профессор, һуңғараҡ БР ФА-ның ағза-корреспонденты Т.М.Ғәрипов (1977-1981), педагогия фәндәре докторы, профессор К.З.Зәкирйәнов (1981-1996), филология фәндәре докторы, профессор Р.М.Ғәйсина (1996 йылдан алып) кеүек мөдирҙәр етәкселегендә барҙы. Хәҙерге рус теле ғилеме кафедраһының фәнни мираҫы ф.ф.д., проф. И.П. Распопов, ф.ф.д., проф. Н.В.Черемисина, ф.ф.д., проф. Л.М.Васильев, ф.ф.д., проф. Т.М. Ғәрипов кеүек телсе-ғалимдарҙың фәнни эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.

Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре:

Хәҙерге лингвистиканың теоретик проблемаларын тикшереү рус теле факттарын хәҙерге торошонда һәм этимологик сығанаҡтарға, тарихи үҫешкә һәм артабан үҫеш перспективаларына мөрәжәғәт итеп функциональ динамикала күп аспекттарҙа өйрәнеү.

Кафедраның ғилми-тикшеренеү темаһы “Рус теленең теоретик һәм ғәмәли аспекттары” түбәндәге йүнәлештәрҙә ҡарала:

- «Грамматик, семантик һәм когнитив категориялар»;

- «Телмәр коммуникацияһы һәм текст»;

- «Синтаксис һәм семантика»;

- «Сағыштырма семасиология һәм грамматика».

Кафедрала 1987 йылдан “Семантика буйынса тикшеренеүҙәр” вуз-ара йыйынтығы донъя күрә (яуаплы редакторы Р.М. Ғәйсина).

Фәнни-методик эштең темаһы – «Рус теле белем биреү киңлегендә». Был тема сиктәрендә юғары уҡыу йортонда һәм мәктәптә рус телен уҡытыуҙың методологик һәм методик проблемалары тикшерелә.

Уҡыу-уҡытыу эшенең төп йүнәлештәре: хәҙерге университет лингвистик белем биреү нигеҙен тәшкил итеүсе «Хәҙерге рус теле» фундаменталь дисциплинаһы төп урынды биләгән лингвистик фәндәрҙе уҡытыу; төрлө профессиональ сфераларҙа – мәғарифта, нәшриәттә, реклама һәм тәржемә эшендә, социаль хеҙмәттәр һәм йәмғиәт менән бәйләнеш өлкәләрендә төп эшмәкәрлек инструменты булараҡ телдең күп яҡлы функциональ тәбиғәтен билдәләү, телдең аралашыу сараһы булараҡ тәьҫир итеү механизмын асыу.

Кафедрала уҡыу планына ярашлы хәҙерге циклға ингән 20 лингвистик дисциплина уҡытыла. Дөйөм курстар: «Хәҙерге рус теле», «Тексҡа лингвистик анализ», «Тел уҡытыуҙа компьютер технологиялары». Филология менән бәйле булмаған факультет студенттарына «Рус теле һәм телмәр мәҙәниәте» дисциплинаһы уҡытыла.

Бынан тыш кафедра телсе-студенттар һәм кафедрала махсуслашыу үткән студенттар, магистрҙар өсөн махсус курстар алып бара.

Бөгөнгө көндә кафедрала 3 фән докторы, профессор (Р.М. Ғәйсина, К.З. Зәкирйәнов, Р.А.Кәримова), 1 фән докторы, доцент (О.П. Касымова), 3  фән кандидаты, доцент (Е.В. Евдокимова, С.Е. Родионова, В.И. Убийко), 2  фән кандидаты (Т.В. Григорьева, Е.П. Кислова), 1 ассистент (В.Ю. Горобец) эшләй.