Халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире
политик фәндәр докторы, профессор
Илишев Илдус Ғөбәйҙулла улы
 
Халыҡ-ара хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кафедраһы яңы асылған “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр” специальносын уҡытыу маҡсатында 2002 йылда ойошторола. Бер үк ваҡытта “Юриспруденция” специальносы студенттарына кафедра уҡытыусылары түбәндәге дисциплиналарҙы уҡыта: халыҡ-ара хоҡуҡ, таможня хоҡуғы, юридик психология, математика һәм информатика.
 
Кафедраның бөтә ғилми тикшеренеүҙәрен бер комплекслы тема берләштерә: “Ҡатмарлы дәүләттәр субъекттарының халыҡ-ара бәйләнештәрен оптималләштереү мәсьәләләре”. Был тема эсендә шундай йүнәлештәр билдәләнгән: “Ҡатмарлы дәүләттәр субъекттарының халыҡ-ара бәйләнештәре һәм халыҡ-ара субъектлыҡ хоҡуҡтары мәсьәләләре (Башҡортостан Республикаһы миҫалында)”, “Кеше азатлығы менән хоҡуҡтарын яҡлауҙың халыҡ-ара һәм милли механизмдары үҫеше”.