Кеше хоҡуғы һәм сәйәси-хоҡуҡи фәндәр кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
политик фәндәр докторы, профессор
Утәшев Марат Мөхәр улы
 
Кеше хоҡуҡтары һәм сәйәси-хоҡуҡи фәндәр кафедраһы 2000 йылда асыла. Рәсәй йәмғиәтендә дәүләт хоҡуҡтарының тулыһынса реформалашыуы, рәсәйлеләрҙең хоҡуҡи һәм сәйәси аңдарының тамырҙан үҙгәреүе шарттарында квалификациялы хоҡуҡ һаҡлау белгестәре әҙерләү мохтажлығы тыуа.
 
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге халыҡ-ара танылыу алған: 2003 йылдың авгусынан башлап Швейцария менән Германияның ғилми һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән берлектә кафедра хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә “йәйге мәктәптәр”, коллоквиумдар, семинарҙар ойоштора. Кафедра уҡытыусылары даими рәүештә Германияла стажировка үтә.
 
Хоҡуҡ институты студенттарының тормошонда йыл һайын уҙғарыла торған декабрь конференциялары айырым урын алып тора. Был сара Кеше хоҡуҡтары дөйөм декларацияһының ҡабул ителеүенә арнала. Кафедра хеҙмәткәрҙәре студенттар менән аспиранттарҙың ғилми эштәре буйынса бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарының юғары уҡыу йорттарындағы этаптарын үткәрә.