Капиталь төҙөлөш бүлеге

Бүлек мөдире – Алтынбаев Риф Ғәлләм улы.
 
450074, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32- се йорт, биология факультетының уҡыу корпусы, цоколь ҡаты.
 

Капиталь төҙөлөш бүлеге (ОКС) 2003 йылда ойошторолған. Капиталь төҙөлөш бүлегенең төп бурыстары һәм маҡсаттары:

  • төҙөлөштө ойоштороу, күсемһеҙ милеккә капиталь ремонт һәм реконструкция үткәреү;
  • яңы төҙөлөш объекттарын вакытында эксплуатацияға тапшырыу, реконструкциялау һәм капиталь ремонт үткәреү;
  • капиталь тотоноуҙарға эффектив алымдар ҡулланыуҙа университет сығымдарын экономиялау, төҙөлөп бөтмәгән төҙөлөш объекттарын ҡыҫҡартыу:
ОКС Башҡорт дәүләт университетының берҙән-бер дөйөм төҙөлөш барышын билдәләнгән тәртиптә алып барырға һәм уның объекттарында айырым эш ойошторорға тейеш.
  • капиталь төҙөлөштөң йыллыҡ һәм уртаса арауыҡтағы пландарын, эшкәртмәләре проекттарын барлау, төҙөлөштәргә титуль исемлектәр әҙерләү, төҙөлөш материалдарына һәм йыһазландырыуға ғаризалар биреү;
  • башҡарыусы органдарҙан төҙөлөшкә һәм проектлауҙарға килешеүгә сығарылыш сметалары, документтар менән тәьмин итеү;
  • төҙөлөш майҙандарын асыу һәм йыһазлау буйынса;
  • проект-эҙләнеү эштәре өсөн проектлаусы ойошмалар менән килешеү ҡағыҙҙары, проекттары әҙерләй; проект-смета документтарын әҙерләү өсөн белешмә бирә;
  • килешеү ҡарарҙарының төҙөлөш ойошмалары яғынан нисек үтәлешен тикшерә, авторлык мәнфәғәтен яҡлай, төҙөлгән килешеүҙәрҙең һаҡланыу рәүешен иҫәп-хисап мәсьәләләрен төҙөлөш тамамланғансы тикшерә, һәр пункттың теүәл үтәлешенә ирешә;
  • ведомстволы һәм хөкүмәт экспертизалары тарафынан төҙөлөш объекттарының, проекттарының тикшерелеүен һәм раҫланыуын тәьмин итә;
  • төҙөлөш эштәре, проекттары, эҙләнеү эштәрен алып барыуға, реконструкцияға, уларҙы төҙөлөш материалдары, йыһаздар менән сифатлы тәьмин итеүгә ҡоролған конкурстар, аукциондар уҙғара;
  • төҙөлөш эштәре вакытында башҡарылһын өсөн проект-смета һәм техник документтар менән объектты тәьмин итә;
  • төҙөлөш-монтаж эштәре, капиталь төҙөлөш эштәрен ваҡытында алып барыу һәм тамамлауға мөмкинселек булдыра;
  • эштәрҙең барышына техник надзор, уларҙың вакытында үтәлеше, башҡарылыу сифаты, проект-смета документтарындағы килешеүгә ярашлымы, түгелме;
  • эш һыҙмалары, төҙөлөш нормалары һәм тәртибе, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәм санитар нормалар үтәлешенә иғтибар итә;
  • капиталь һалыуҙар рациональ һәм маҡсатлы тотоноламы, проектта раҫланған, төҙөлөш йыһазландырыуҙары алыу өсөн бүленгән средстволар дөрөҫ ҡулланыламы икәнен тикшерә;
  • объекттарҙы ваҡытында эксплуатацияға тапшырылғанын икәнен тикшерә, объекттарҙы кабул итеү комиссияһы ағзалары менән берлектә уларҙы ҡулланыуға тапшырыу;
  • капиталь төҙөлөш алып барғанда учет һәм отчет торошо, төҙөлөш эштәренең сифатын, тиҙ арала башҡарылыуын, проект-эҙләнеү эштәренең якшырыуын һәм осһоҙлолоғон булдыра;
  • төҙөлөш алып барыусы ойошмаға ойоштороу эшендә методик ярҙам күрһәтә.
ОКС үҙенең эшен БДУ-ның башҡа ойошмалары, идаралыҡтары һәм структуралары менән тығыҙ бәйләнештә алып бара. ОКС түбәндәге хеҙмәттәрҙе башҡарҙы:
  • Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы - 3/4 адресы буйынса урынлашҡан гуманитар корпусты реконструкцияланы;
  • Сибай ҡалаһындағы «В» уҡыу-лаборатор корпусы төҙөнө;
  • Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 131-31 урынлашҡан Хоҡуҡ институтының уҡыу корпусын реконструкцияланы (1-се сиратта);
  • БДУ-ның бөтә корпустарына һәм дөйөм ятаҡтарына капиталь ремонт үткәрҙе;

Перспективала:

  • Өфө ҡалаһында 348 урынға дөйөм ятаҡ проектлау һәм төҙөү;
  • Өфө ҡалаһында китапхана корпусын проектлау һәм төҙөү;
  • Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 131-31 урынлашкан Хоҡуҡ институтының уҡыу корпусын реконструкциялау (2-се сиратта);
  • Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы - 3/4 йортондағы «И» уҡыу корпусын реконструкциялау (2-се сират);
  • Өфө ҡалаһы, БДУ физика-математика факультеты корпусындағы стеланы төҙөүҙе тамамлау;
  • БДУ корпустарын һәм ятаҡтарын капиталь ремонтлауҙы дауам итеү.