"Кафедра" газетаһы

Университет тауышы
 
 
 
 
 
 
 
Башҡорт дәүләт университетының күп тиражлы “Кафедра” газетаһына 40 йылдан ашыу. Газетаның беренсе һаны 1967 йылда донъя күрә, ул ваҡытта баҫма “Октябрь байрағы” (“Знамя Октября”) исемен йөрөтә. Газетаның тәүге исеме эпоха талаптарына ярашлы һайланған була, бынан тыш, университет үҙе лә ул ваҡытта Октябрҙең 40 йыллығы исемен йөрөтә. Газетаға нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге мөхәррире филология факультетының иң яҡшы лекторҙарының береһе Ромэн Ғафан улы Нәзиров була. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ул редакция менән тығыҙ бәйләнештә булды, үҙенең “балаһын” һәр саҡ ҡурсалап, йәш коллективҡа һәр ваҡыт кәңәштәре менән ярҙам итеп торҙо. Р.Ғ.Нәзировтан һуң төрлө йылдарҙа газетаны уның уҡыусылары – Любовь Колоколова, Людмила Рошкован, Татьяна Барабаш, Михаил Зимин, Наталья Никерина, Марина Куликовалар етәкләне.
 
1990 йылда газетаға яңы исем ҡушырға ҡарар ителә, ул классик исем, политик конъюктураға буйһонмай торған һәм власть, эпохалар үҙгәреүенә лә бәйле булмай торған исем булырға тейеш тигән күҙлектән сығып, “Октябрь байрағы” “Кафедра” газетаһына әйләнә.
 
Ҡырҡ йылдан ашыу газета Башҡорт дәүләт университеты тормошон яҡтырта. Студенттар тормошо, ғилми эшмәкәрлек, төрлө масштабтағы һәм тематикалағы саралар, юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең уңыштары һәм ҡаҙаныштары, яңы проекттар һәм яңы исемдәр – былар барыһы ла “Кафедра” газетаһының иғтибары үҙәгендә. Баҫманың корреспонденттары – конференциялар менән рәсми осрашыуҙарҙың, студенттарҙың байрамдары менән фестивалдәренең, юбилей саралары менән спорт ярыштарының мотлаҡ ҡатнашыусылары. Газетаның журналистары үҙҙәренең репортаждарын ҡайҙарҙан ғына килтермәй! Ғилми лабораторияларҙан һәм студенттарҙың дөйөм ятаҡтарынан, репетиция залдарынан һәм уҡыу аудиторияларынан, уҡыу йортоноң китапханаларынан һәм музейҙарынан, төрлө өмәләрҙән һәм ижади клубтарҙың ултырыштарынан… “Кафедра” газетаһы публикацияларының геройҙары – уҡыу йортоноң етәкселәре, факультеттарҙың декандары, иң яҡшы уҡытыусылар, һәләтле студенттар һәм аспиранттар, йәғни үҙҙәренең эштәре һәм уҡыуҙары менән Башҡорт дәүләт университетының тарихына үҙ өлөштәрен индереүселәр.
 
Юғары уҡыу йорто газетаһының тағы бер вазифаһы бар. Күп йылдар ул – бөтә республикабыҙ өсөн журналистар әҙерләү урыны ла. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусыларҙың күбеһе, әлеге мәлдә журналистика өлкәһендә юғары класлы профессионалдар исемен йөрөтөүсе ҡәләм оҫталары, ҡәләмдәрен тәү башлап “Кафедра”ла һынап ҡараған. Республикабыҙҙың һәр газетаһында, радиостанцияларында һәм телекомпанияларында университеттың ошо баҫмаһында тормош мәктәбе үткән специалистар эшләй. Уларҙың күбеһе, туған вуздарының газетаһы менән хеҙмәттәшлек итеү карьера төҙөү өсөн бик яҡшы старт булды, ти.
 
“Кафедра” газетаһы баҫмаларының авторҙарына килгәндә, дүрт тиҫтә йыл эсендә уларҙың һаны бихисап булыуын әйтмәй булмай. Газета редакцияһы инициативалы, ижади ҡарашлы һәм маҡсаттарына ынтылыусан, яңы темалар һәм идеялар менән янған, профессиональ яҡтан үҫергә теләгән шәхестәр өсөн һәр саҡ асыҡ булды һәм шулай ҡала килә. Шуға күрә лә инде газетаның корреспонденттары “Журналистика” бүлегендә уҡыусы студенттар ғына түгел, ә төрлө факультеттарҙың студенттары менән аспиранттары ла. Улар араһында тарихсылар ҙа, математиктар ҙа, экономистар ҙа бар…
 
2009 йылда “Кафедра”ның редакцияһы “нон-стоп” режимында эшләне тиерлек, сөнки университеттың 100 йыллыҡ юбилейы йылында прессаның иғтибарын йәлеп итерҙәй саралар бик күп булды. Уларҙың һәр береһе баҫманың биттәрендә сағылдырыла барҙы. Башҡорт дәүләт университетының юбилейы айҡанлы газетаның тышҡы биҙәлеше лә үҙгәрҙе – форматы ҙурайҙы, ул ҡаты аҡ ҡағыҙҙа, төҫлө һәм сифатлы полиграфия башҡарыуында сыға башланы.
 
Әйткәндәй, оҙаҡламай “Кафедра” газетаһы үҙе юбилейын билдәләйәсәк, хатта улар бер нисә булмаҡсы. 2010 йылда газетаның бөгөнгө “Кафедра” исеме менән сыға башлауына 10 йыл – был бер. 2012 йылда газетаға 45 йәш “туласаҡ” – был ике. 1967 йылдан башлап газетаның сығарылған һандары 900-ҙө (!) үтеп китте һәм ул түңәрәк һанға, меңгә яҡынлай – был өс. Был даталарҙы “Кафедра” газетаһының коллективы төрлө ижади пландар менән ҡаршылаясағы бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай. Башҡорт дәүләт университетын ошондай бай тарихлы күп тиражлы баҫмаһынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай.