Кадрҙар бүлеге

Кадрҙар бүлеге төп корпустың беренсе ҡатында урынлашҡан (3-сө, 5-се, 25-се кабинеттар)
Ҡабул итеү ваҡыты: 11.00 – 13.00; 14.00 – 16.00.
 
Кадрҙар бүлеге Университет ойошторолғандан алып эшләй, һәм Юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһы “Башҡорт дәүләт университеты”ның үҙ аллы структур подразделениеһы иҫәпләнә. Ул туранан-тура Университеттың ректорына буйһона. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының бойороҡтарына, ҡарарҙарына һәм инструктив хаттарына, ректорҙың бойороҡтарына һәм күрһәтмәләренә таянып эшләй.
 
Кадрҙар бүлеге начальнигы
Мифтахова А.М.
 
Кадрҙар бүлегенең структураһын һәм штатта тороусылар һанын, Университеттың кадрҙар хеҙмәте эшмәкәрлеге үҙенсәлектәрен һәм шарттарын күҙ уңында тотоп, кадрҙар бүлеге начальнигы тәҡдиме буйынса Университеттың ректоры раҫлай.
 
Кадрҙар бүлегендә түбәндәге белгестәр эшләй:
  • Университеттың һәм уның филиалдарының профессорҙар һәм уҡытыусылар составы менән эште алып барыу буйынса;
  • Университеттың административ-идаралыҡ, уҡыу-уҡытыу, административ-хужалыҡ персоналы менән эшләү буйынса;
  • Cтуденттар контингенты менән  эшләү буйынса.
Кадрҙар бүлеге Университеттың һәм уның филиалдарының кадрҙарға ихтыяжын күҙаллауҙа һәм билдәләүҙә ҡатнаша; университеттың ректоры һәм филиалдарҙың структур бүлектәренең етәкселәре менән берлектә кадрҙар һайлай һәм урындарға билдәләй, шулай уҡ етәкселек һәм матди-яуаплы вазифаларға тәҡдим итеү өсөн кадрҙар резервын әҙерләй; үҙ компетенцияһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт тураһындағы законын, Коллектив договорҙы, Университеттың Уставын, Университеттың Эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләрен һәм башҡа локаль норматив акттарҙы ҡәтғи үтәүҙе тәьмин итә.