Ғәмәли информатика һәм иҫәпләү алымдары кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
Морозкин Николай Данилович, ф.-м.ф.д., профессор.
 
Башҡортостанда беренсе “Урал” ЭҺМ менән йыһазландырылған Иҫәпләү лабораторияһы булған иҫәпләү математика кафедраһы БашДУ-ның физика-математика факультетында 1960 йылда булдырылған.
 
Иҫәпләү математика кафедраһында 15 уҡытыусы эшләй: 5 профессор - ф.-м.ф.д., 7 доцент - 1 т.ф.к.
 
Кафедра уҡытыусылары менән БашДУ-ның тәбиғи һәм гуманитар факультеттарында дөйөм курстар уҡыла: “Компьютер фәндәре”, “Иҫәпләү алымдары”, “Программалаштырыу”, “Информатика һәм математика”, “ИА үҫеше тарихы”, “Фән һәм мәғарифта компьютер технологиялары”, “Фәнни тикшеренеүҙәрҙә ЭҺМ-ды ҡулланныу һәм информатика” һәм башҡалар.
 
Кафедра алдынғы илебеҙҙең һәм сит илдең юғары уҡыу йорттары һәм фәнни үҙәктәре менән фәнни бәйләнеш тота. Кафедра хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара һәм Рәсәй конференцияларында йыш ҡатнаша, үҙәк периодик фәнни баҫмаларҙа баҫылып сыға.
 
Иҫәпләү математика кафедраһы “Математик. Системалы программист” квалификациялы белгестәр, “Математика һәм информатика бакалавры” әҙерләй. Күп сығарылыш уҡыусылары фән докторҙары һәм кандидаттары булды, фәнни-техник мәсьәләләр сисеү методтарын, физика, химия, экономика, биология һ.б. процесстарын моделләштереү буйынса эшләйҙәр.
 
Фәнни-тикшеренеү эшенең төп йүнәлештәре
  • Йылытыуҙың фаза сикләүҙәре менән булған прцесстарҙы әүҙемләштереү һәм математик моделләү, шул иҫәптән:
    1. йылылыҡ көсөргәнешендә сикләүҙәре булған призмаларҙың йылытыуҙың тура һыҙыҡлы булмаған мәсьәләләрендә оптималь етәкләүсе хисаплы алгоритмдарҙы эҙләүҙе уйлап сығарыу.
    2. Ҡатмарлы өс ҡырлы есемдәрҙең һығылмалы көсөргәнешен һуңғы элемент методы менән иҫәпләү.
    3. Кредитлау процесстарын математик моделләү һәм оптиммаләштереү.
  • электро-химик системаларҙа электр массаһын күсереү процесстарын математик моделләштереү һәм оптимилләштереү, шул иҫәптән:
    1. Коэффициенттарында идара итеү булған тигеҙләмәләрҙә, хәлдәрҙә һәм сикле шарттарҙа квазилинейлы эллиптик һәм параболик тигеҙләмәләр менән оптималь идара итеү өсөн бер генә аппроксимациялы мәсьәләләрҙе төҙөү һәм тикшереү.
    2. Төҫлө металдар эшләп сығарыуҙағы электролизирҙарҙағы бер-береһенә тәьҫир итеүсе магнит һәм электр ҡырҙарын тигеҙләп бүлеү мәсьәләләрен сискәндә һан методтарын барлыҡҡа килтереү.
    3. Ҡатмарлы конфиигурациялы өс ҡырлы электрохимик системаларҙа электрҡырҙарын иҫәпләү алгоритмдарын һан менән башҡарыу.
    4. Электр массаһын күсереү процесстарын һан меенән тикшереүҙе башҡарыу һәм һығымталарҙы статья доклад рәүешенә килтереү.
Уның эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
  1. Эксперт системалар һәм уларҙың ҡушымталары
  2. Системалы программалау
  3. Компьютер математикаһы системалары. Marle мәсьәләрен сисеү буйынса практикум.
  4. Сикле интеграл тигеҙләмәләрҙе сисеү методтары.
  5. Селтәрле тигеҙләмәләрҙе сисеүҙең итерацион методтары.
  6. ОДУ өсөн Коша мәсьәләләрен сисеүҙең һанлы методтары. 
  7. УМФ (станционар) ситке мәсьәләләрҙе сисеүҙең һанлы методтары.
  8. Экстремаль мәсьәләләрҙе сисеү методтары.
  9. Оптималь процесстарҙы математик моделләү. Конкретлы булмаған экстремаль мәсьәләләрҙе апраксимациолау һәм яйлау. 
  10. УМФ (станционар булмаған) ситке мәсьәләләрҙе сисеүҙең һанлы методтары.
Ҡыҫҡаса тарихи белешмә
 

Математика анализлау кафедраһына нигеҙ һалыусы, Иҫәпләү лабораторияһының беренсе кафедра мөдире һәм фәнни етәксеһе ф.-м.ф.к., доцент Игнатьев Ухань Васильевич (1960-1964 йй.) (артабан ф.-м.ф.д., профессор) булған. Уның етәкселегендә уҡыу процессы менән берлектә Өфө ҡ. Сәнәғәт предприятиелары менән беренсе хужалыҡ килешеүҙәре алып барылған. Был килешеүҙәр Башҡортостанда фәнни-техник проблемаларҙы сисеү буйынса иҫәпләү математика методтарын индереүҙә башланғыс була.
 
Иҫәпләү лабораторияһы персоналы ЭҺМ хеҙмәтләндереү өсөн инженер-электронщиктарҙан (Скобельский Б.Н, Антонов В.А., Щербаков В.А, Лобода В.Х, Байчурин Х.А.) һәм иҫәпләү математика кафедраһының беренсе сығарылыштары инженер-программистарҙан торған (Смольников В.И., Смирнова Р.Г., Фаткуллина Л.К., Тарасенко С.В.,Кац И.М., Ахмерова В., Сулейманова Л.Б.) 1961 й . лаборатория штатын МДУ мехмат сығарылышы –Изгина Л.З (программист), Рязань радио-техника институты сығарылышы Сапельников В.М һәм Сапельникова Л.А., Таганрог радио-техника институты сығарылышы – Каплунский Б.А. (инженер-электронщиктар) тултырҙы. 1962 й. персонал БашДУ иҫәпләү математика кафедраһы сығарылыштары (программистар) һәм Иҫәпләү лабораторияһында практика үткән БашДУ физиктары сығарылыш студенттары менән байыны (инженер-электронщиктар).
 
1968 й. “Математик. Иҫәпләү математика” квалификациялы белгестәре иҫәпләү математикаһы кафедраһының беренсе офоциаль сығарылышы була. 19 кешенән торған төркөм Башҡортостан Республикаһының фәнни-тикшеренеү һәм башҡа (етештереү) ойошмаларға эшкә ебәрелә.
 
Өфө ҡ. һәм Башҡортостан предприеларында яңы иҫәпләү үҙәктәре барлыҡҡа килеү менән иҫәпләү математикаһы кафедраһы сығарылыш студенттары беренсе хеҙмәткәрҙәр булды. Башҡортостан өсөн иҫәпләү математикаһы кафедраһы кадрҙар “тимерлегенә” әйләнде.
 
Доцент У.В. Игнатьев студент-математик өсөн “Иҫәпләү методтары” дөйөм курсы һәм башҡа махсус курстар уҡый, студентар һәм аспиранттарҙың курс, диплом эштәре менән етәкселек итә. 1961 й. алып 1966 й. тиклем уның аспиранттары Сөләйманов Р.В. (ф.-м.ф.к., пистолеттан атыу буйынса Мехико олимпиадаһында баҡыр призер), 1997й. тиклем БашДУ – ла эшләгән, Иванов В.Т. (т.ф.д., прфессор, Башҡортостан Республикаһында ғәмәли математика буйынса мәктәпкә нигеҙ һалыусы), Изгина Л.З., Фаткуллина Л.К.
 
1962й. 1974 й. тиклем иҫәпләү математикаһы кафедраһында Бикҡолова Рәйсә Нәжип ҡыҙы эшләгән – Ҡазан университетының һәм МДУ-ның механика-математика факультеты аспирантура сығарылышы (киләсәктә т.ф.к., доцент). “Иҫәпләү методтары” курсы һәм “Һыҙыҡлы программалаштырыу” махсус курсы буйынса лекциялар уҡый, килешеүҙәр алып бара.
 
Ошо йылдар уҡ “ЭҺМ һәм программалаштырыу” курсы буйынса лаборатория эше алып бара һәм лекциялар алып бара Изгина Л.З. – Иҫәпләү лабораторияһының программисы. 1966 й. 2005 й . тиклем, аспирантураны тамалап, асистент булып эшләй, артабан өлкән уҡытыусы. Төп курстан башҡа курстарҙы алып бара.
1962 й. Саратов дәүләт университеты аспирантураһын тамамлау менән кафедрала Рудерман Семен Юра улы эшләй башлай, кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
 
1974 й. иҫәпләү математика базаһында математика моделләү кафедраһы булдырыла. Рудерман С. Ю. был кафедраны етәкләй. Яңы кафедра составына иҫәпләү математикаһы кафедраһының хеҙмәткәрҙәре Бикҡолова Р.Н һәм Тропин В.Г инә, киләсәктә улар Рудерман етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлайҙар.
1964 й. 1975 й. тиклем иҫәпләү математикаһы кафедраһы мөдире ф.-м.ф.к.,доцент Клементьев Александр Федорович. Ул “Иҫәпләү методтары” лекция- курстары уҡый, махсус семинарҙар алып бара.
 
1967 й. 1994 йылға тиклем кафедрала Галкина Виктория Алексеевна 1968 й. 1978 й. тиклем – Яҡупова Әлмира Ҡәүи ҡыҙы – өлкән уҡытыусылар, информатика белгестәре эшләй.
 
Аспирантураны һәм кандидат диссертацияһын Игнатьев У.В. етәкселегендә яҡлағандан һуң 1966 й. 1975 й. тиклем өлкән уҡытыусы Иванов Валентин Тимофеевич эшләй, ә 1975 й. 1993 й. тиклем ул кафедра мөдире, шул ваҡытта 1971-1992 йй. СССР БФФА физика һәм математика бүлегенең иҫәпләү математикаһы секторы (артабан – бүлек), РФА УФЦ иҫәпләү үҙәкле математика институты мөдире. 1978 й. докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм профессор исемен ала.
 
1991 й. Иванов В.Т. Башҡортостандың Фәндәр Академияһының ағза-корреспондеты итеп һайлана, “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” (1983 й.) “РФ атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре” (1991 й.) исемдәрен ала.
 
1993-2001 йй. Иванов В. Т. иҫәпләү математикаһы кафедраһының профессоры. Уның уҡыусылары – фән кандидаттары һәм докторҙары. Шуларҙан ф.-м.ф.к., доцент Мәхмүтов М.М (1972-1993 йй. )т.ф.д., профессор Щербинин С.А. (1986-2002 йй.), ф.-м.ф.к., доцент Бочкарева И.В.(1989-2001йй.), ф.-м.ф.д., прфессор Болотнов А.М.(1983-2009 йй.), профессор Лубышев Ф.В. кафедрала 1971 йылдан бирле эшләй.
 
1993 йылдан кафедра мөдире - ф.-м.ф.д., профессор Морозкин Николай Данилович.