Инженер физикаһы кафедраһы

Кафедра мөдире:
физика-математика фәндәре докторы, профессор 
Чувыров Александр Николай улы
 
Инженер физикаһы кафедраһына 1997 йылда ойошторола. Кафедра составына 11 лаборатория: механик, молекуляр физика, электричество һәм магнетизм, оптика, атом һәм ядерлы физика, теплотехника, гидравлика һәм гидродинамика, 1-се,2-се,3-сө махсуслашыу лабораториялары, компьютер класы инә. Бөгөнгө көндә кафедрала 17 хеҙмәткәр: ике фән докторы, 5 фән кадидаты эшләй.
 
Кафедраның төп маҡсаты дөйөм физиканың барлыҡ бүлектәрен, квантлы механика һәм квантлы химия, метрология, стандартизация, патентоведение нигеҙҙәре, эшсәнлек именлеге, сифат менән идара итеү һәм инженер-технологҡа махсуслашыу буйынса курстарҙы тәьмин итеү.
 
Инженер физика кафедраһы уҡытыусылары алып барған предметтар: информатика, химияла персональ компьютерҙар; дөйөм физика; механика; молекуляр физика; электричество; магнетизм; оптика; атом һәм ядер физикаһы; квант химияһы; метрология стандартизация,сифат менән етәкселек итеү теоретик механика; эшсәнлек именлеге; гидравлика; теплотехника; патентоведение нигеҙҙәре; имиджелогия; дөйөм инженер әҙерлеге махсуслашыуы буйынса дисциплиналар.
 
Кафедра хеҙмәткәрҙәренең ғилми даирәһе - конденсантланған мөхит физикаһы, макромолекулалар һәм макромолекуляр кластерҙарҙың, интеллектуаль милек теорияһы үҙенсәлектәре.
 

СССР-ҙың Башкортостан фәндәр академияһында дауам итә. Башҡортостан республикаһы ғалимдары тарафынан автотулкындарҙың (автоволна) ике тибы (1969, 1982, А.Н. Чувыров) һәм йомшаҡ кристалл өҫ поляризацияһын асты. 1975 йылдан йомшаҡ криссталдарҙың электро һәм термоконвекция күренешендә барлыҡҡа килгән һыҙыҡлы булмаған эффектар өйрәнелә. 1980 йылдарҙан иһә игольчатый кокс һәм карбонланған анизотроп ептәр эшләп сығарыу өсөн ауыр нефть ҡалдыҡтарының карбонланған йомшаҡ криссталдарының структураһын, фаза аралығын оптик үҙенсәлеген һәм топологик дефекттарын асыҡлау буйынса БДУ, ИФМК, УФҮ РФА ӨДНТУ (Ю.А. Лебедев, В.Н. Запорин, С.И. Сухов) тикшеренеүҙәрҙе дауам итә. Йомшаҡ кристалл физикаһы буйынса 1968 йылдан 2007 йылға тиклем кафедрала 4 фән докторы һәм 27 фән кандидаты әҙерләнде.