Инновацион эшмәкәрлек бүлеге

Бүлектең начальнигы – Ғәләүетдинов Айрат Ғабдулхай улы
 
Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32, физика-математика корпусы, 206-сы к.
Тел. (347) 229-96-31

Инновацион эшмәкәрлек бүлеге Башҡорт дәүләт университетында 2010 йылдың 1 октябрендә асылды. Бүлектең төп маҡсаты – университетта фундаменталь тикшеренеү өлкәләрендә инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү, айырым фәнни коллективтарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең, аспиранттарҙың һәм студенттарҙың интеллектуаль эшмәкәрлектәре һөҙөмтәләрен коммерциализациялау, уҡыу йортоноң инновацион структураһының эффектлы эшләүен тәьмин итеү.
Үрҙә күрһәтелгән маҡсаттар рамкаһында Бүлек түбәндәге бурыстарҙы тормошҡа ашыра:
  • университетта ғилми-инновацион эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләү;
  • университеттың үҫешкән инновацион инфраструктураһы (бәләкәй инновацион предприятиелар, технологиялар трансферы үҙәге, коллектив ҡулланыу үҙәктәре һ.б.) формалашыуында ҡатнашыу;
  • айырым фәнни коллективтарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең, аспиранттарҙың һәм студенттарҙың интеллектуаль эшмәкәрлектәре һөҙөмтәләрен коммерциализациялау өсөн уңай шарттар булдырыу.
 
Бүлек эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
  • университеттың инновацион эшмәкәрлеген регламентлаған документтарҙың проекттарын әҙерләү;
  • структур подразделениеларҙың, айырым фәнни коллективтарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең, аспиранттарҙың һәм студенттарҙың эшмәкәрлеген координациялау (фундаменталь, эҙләнеү, ғәмәли тикшеренеүҙәрҙән башлап уларҙың һөҙөмтәләрен коммерциализациялау, практикаға индереү);
  • инновацион характерҙағы һәм перспективалы ғилми тикшеренеүҙәр менән проекттарҙың мәғлүәмәттәр базаһын булдырыу һәм иҫәптә тотоу;
  • университеттың инновацион инфраструктураһының заманса формаларын (университет эргәһендә бәләкәй инновацион предприятиелар, технологиялар трансферы үҙәге, коллектив ҡулланыу үҙәктәре һ.б.) булдырыу һәм үҫтереүҙә ойоштороу буйынса ярҙам, методик һәм консалтинг ярҙамы күрһәтеү; университеттың интеллектуаль эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен коммерциализациялау һәм уҡыу йорто экономикаһында ҡулланыуға индереү; 
  • яңы асылған бәләкәй инновацион предприятиеларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү, уларға бизнес-пландар төҙөргә ярҙам итеү, төрлө һорауҙар, бигерәк тә экономика һәм һалымдар, фәнни-техник экспертизалар һ.б. буйынса консультациялар биреү;
  • университетта ғилми-тикшеренеүҙәр һәм инновацион проекттар буйынса конкурстар, экспертизалар ойоштороу һәм үткәреүҙә ҡатнашыу;
  • фәнни коллективтар, хеҙмәткәрҙәр, аспиранттар һәм студенттар үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү һәм инновацион проекттары менән төрлө конкурстарҙа, гранттарҙа ҡатнашыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләгәндә методик, ойоштороу һәм техник ярҙам күрһәтеү.