Инглиз теле кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

 

450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 19
Тел. (347) 272-35-62
 
Кафедраның мөдире – Шафиҡов Сәғит Ғәйли улы, филология фәндәре докторы, профессор
 
Кафедра 1998 йылда инглиз филологияһы кафедраһы ике кафедраға айырылыу нигеҙендә барлыҡҡа килә.
 
Кафедра уҡытыусылары менән студенттарҙың ғилми-тикшеренеүҙәренең төп эш йүнәлеше – сағыштырма типология, атап әйткәндә, лексик системаларҙың типологияһы, тел берәмектәренең һүҙ-ара һәм һүҙ эсендәге мәғәнәүи бәйләнештәре өлкәһендә тел универсалийҙарын эҙләү һ.б. (филология фәндәре кандидаты А.В.Уразмәтова, филология фәндәре кандидаты Н.А.Курашкина, профессор С.Ғ.Шафиҡов).
 
Параллель рәүештә телде когнитив-функциональ аспектта өйрәнеү, телдең концептосфераһын, донъяның тел моделдәрен, анализланған тел берәмектәренең мәғәнәләрендәге мәҙәни һәм этник компоненттарҙы өйрәнеү буйынса ла тикшеренеүҙәр алып барыла (доц. А.С.Сәмиғуллина, филология фәндәре кандидаты P.P.Тазетдинова, филология фәндәре кандидаты Л.Р.Шайхетдинова, филология фәндәре кандидаты Ю.А.Кошеварова).
 
Бынан тыш, кафедра поэтик текст лингвистикаһы өлкәһендә лә тикшеренеүҙәр алып бара (доц. Е.А.Фенова).
 
Инглиз теле кафедраһы, нигеҙҙә, беренсе һәм икенсе курс студенттарына төп сит телде өйрәтеү менән шөғөлләнә. Уҡытыу түбәндәге аспекттарҙа бара: лексика, грамматика, фонетика, телдән практика, өйҙә уҡыу. Бынан тыш, өсөнсө курста кафедра “Инглиз теле лексикологияһы”, “Инглиз теле тарихы” теоретик курстары буйынса дәрестәр (лекциялар, семинарҙар) һәм ғилми тикшеренеү темаһы буйынса махсус семинарҙар алып бара. Специализация шулай уҡ дүртенсе курста махсус курстарҙы ла үҙ эсенә ала. Бишенсе курста кафедра төп сит телдән дәүләт имтиханы үткәреүҙә һәм диплом эше яҡлауҙа ҡатнаша.