Инглиз филологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 19
Тел. (347) 272-62-05
 
Кафедраның мөдире – Кәлимуллина Винера Мөхәмәт ҡыҙы, филология фәндәре докторы, профессор
 
Кафедраның ғилми эше түбәндәге йүнәлештә алып барыла:
  • когнитив лингвистика һәм телде сағыштырма аспектта коммуникатив-функциональ өйрәнеү (проф. Кәлимуллина В.М., доц. Шпар Е.В., филология фәндәре кандидаты Рюкова А.Р.),
  • коммуникатив лингвистка һәм текст лингвистикаһы: семантика, номинация һәм прагматика (проф. Аҙнабаева Л.А., проф. Кәлимуллина В.М., доц. Латыпова Л.Ч., доц. Филимонова Е.А., доц. Охримович К.В.),
  • параллель функциональ-семантик һүҙлектәр төҙөү принциптары (доц. Ғафарова Г.В.).
1999 йылда 10.02.04 – герман телдәре һәм 10.02.20 – сағыштырма-тарихи, контрастив һәм типологик тел ғилеме специальностары буйынса аспирантура асыла. Кафедра “Телде коммуникатив-функциональ өйрәнеү” тигән вуз-ара ғилми йыйынтыҡ сығара.
 
Инглиз филологияһы кафедраһында 2 фән докторы, 6 фән кандидаты, 3 өлкән уҡытыусы эшләй. Кафедра юғары курстарҙа профессиональ әҙерлек эштәре алып бара: фонетика теорияһы, лингвистик йүнәлештәр тарихы, лексикология, стилистика, илдәрҙе өйрәнеү (Бөйөк Британия, АҠШ), хәҙерге лингвистика мәсьәләләре, лингвистик анализ методтары буйынса курстар уҡыта. Студенттарҙың ғилми специализацияһы кафедраның “Һүҙбәйләнеш, һөйләү, хәбәр итеүҙең / текстың структур-семантик һәм функциональ параметрҙары” темаһы буйынса махсус семинарҙарҙы, махсус курстарҙы, курс һәм диплом эштәре яҙыуҙы үҙ эсенә ала.