Информацион хәүефһеҙлек кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире – техник фәндәр кандидаты, доцент
Шәйәхмәтов Вениамин Вафа улы
 
Информацион хәүефһеҙлек кафедраһы “Информацияны һаҡлау технологияһы һәм ойоштороу” специальносы буйынса белгестәр әҙерләү, шулай уҡ Академияның башҡа кафедраларының уҡыу пландарын үтәүҙе тәьмин итеү һәм информацион хәүефеҙлек проблемалары комплексы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү маҡсатында 1999 йылда асыла.
 
Кафедрала уҡытыу көндөҙгө бүлектә алып барыла. Студенттарҙың дөйөм һаны – 200 кеше. Кафедрала тәүге сығарылыш 2005 йылда булды.
 
Кафедрала түбәндәге дисциплиналар уҡытыла: математик программалау, радио тапшырыу һәм радио ҡабул итеү ҡоролмалары, лазер техникаһы һәм технологияһы, физика һәм оптик бәйләнеш техникаһы, информацион хәүефһеҙлек теорияһы һәм информацияны һаҡлау методологияһы, сит илдәрҙә информацияны һаҡлау системаһы, информацион хәүефһеҙлек, компьютер системаларында информацион процестарҙы һаҡлау, информацияны һаҡлау хеҙмәтен ойоштороу һәм идара итеү, экономик разведка һәм контрразведка.