Ғилми-тикшеренеү идаралыгы

Адресы:
Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 32-се йорт,
физика-математика корпусы, 206-сы бүлмә.
Тел.: (347) 229-96-31; эске бәйләнеш өсөн: 26-31, 26-51.
 
Ғилми-инновацион идаралыҡтың начальнигы:
Аблеев Руслан Иршат улы, химия фәндәре кандидаты, доцент.
 
Ғилми-инновацион идаралыҡ Университеттың структур бүлеге булараҡ функциялары буйынса фән эштәре буйынса проректор ҡарамағында иҫәпләнә. Ул Университеттың берҙәм ғилми сәйәсәтен тормошҡа ашыра һәм фәнни тикшеренеүҙәр, инновацион һәм патентлау-лицензиялау эшмәкәрлеген ойоштороу менән етәкселек итә.
 
 
 

Ғилми-инновацион идаралыҡтың структураһы:

Идаралыҡтың төп маҡсаттары һәм бурыстары:
  • фән, мәғариф һәм практиканың интеграцияһын, белгестәрҙең ғилми тикшеренеү компетенцияһын формалаштырыуҙы күҙ уңында тотҡан фундаменталь, ғәмәли һәм инновацион хеҙмәттәрҙең юғары кимәлдә башҡарылыуын тәьмин итеү;
  • университетта ғилми һәм инновацион эшмәкәрлекте планлаштырыу, ойоштороу һәм техник яҡтан тәьмин итеү;
  • фәнни технологиялар баҙарында Университеттың конкурентлыҡ һәләттәрен үҫтереү.
 

Ғилми-тикшеренеү секторы

Адресы:
Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 32-се йорт,
физика-математика корпусы, 209-сы бүлмә.
Тел.: (347) 273-67-76, 229-96-27.
 
Ғилми-тикшеренеү секторы начальнигы:
Ғөбәйҙуллина Гөлсөм Ғаян ҡыҙы,
биология фәндәре кандидаты, дәүләт хеҙмәтенең III класс советнигы.
 
 
 
 
 
Ғилми-тикшеренеү секторының маҡсаттары һәм бурыстары:
  • мөһим фәнни һәм техник йүнәлештә яңы технологияларҙы үҙләштереүгә, фәнни мәктәптәрҙең һәм алдынғы фәнни коллективтарҙың үҫешенә нигеҙ булараҡ фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе приоритет үҫтереү;
  • университетта фәнни-техник прогрестың яңы ҡаҙаныштары нигеҙендә юғары квалификациялы фәнни-педагогик кадрҙар һәм белгестәр әҙерләү;
  • юғары мәғарифты үҫтереү маҡсатында фәндең базис, билдәләүсе һыҙатын һаҡлау һәм нығытыу;
  • юғары технологиялар баҙарына йүнәлтелгән фәнни продукцияларҙы һәм конкуренцияға һәләтле яңы техниканың һәм материалдарҙың өлгөләрен булдырыу;
  • студенттарҙың фәнни-тикшеренеү эшен, йәштәрҙең фәнни-техник ижадын үҫтереү;
  • бюджеттан тыш аҡса һәм инновацион эшмәкәрлек иҫәбенә фәнни тикшеренеүҙәрҙең һәм асыштарҙың финанс нигеҙен нығытыу.
 

Инновацион эшмәкәрлек бүлеге

Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32,
физика-математика корпусы, 206-сы к.
Тел. (347) 229-96-31, эске бәйләнеш өсөн: 26-31, 26-51.
 
Бүлектең начальнигыҒәләүетдинов Айрат Ғабдулхай улы
 
Инновацион эшмәкәрлек бүлегенең маҡсаттары һәм бурыстары:
  • фундаменталь, эҙләнеү һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр өлкәһендә Университетта инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү;
  • айырым фәнни коллективтарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең, аспиранттарҙың һәм студенттарҙың интеллектуаль эшмәкәрлектәре һөҙөмтәләрен коммерциализациялау;
  • университеттың инновацион структураһының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү;
  • университетта ғилми-инновацион эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен билдәләү;
  • университеттың үҫешкән инновацион инфраструктураһы (бәләкәй инновацион предприятиелар, технологиялар трансферы үҙәге, коллектив ҡулланыу үҙәктәре һ.б.) формалашыуында ҡатнашыу;
  • айырым фәнни коллективтарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең, аспиранттарҙың һәм студенттарҙың интеллектуаль эшмәкәрлектәре һөҙөмтәләрен коммерциализациялау өсөн уңайлы шарттар булдырыу;
  • фәнни коллективтар, хеҙмәткәрҙәр, аспиранттар һәм студенттар үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү һәм инновацион проекттары менән төрлө конкурстарҙа, гранттарҙа ҡатнашыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләгәндә методик, ойоштороу һәм техник ярҙам күрһәтеү.
 

Патент бүлеге

Физика-математика корпусы, 220а ком.
Тел. (347) 229-96-63
 
Патент бүлеге начальнигы
Шәнгәрәева Гүзәл Сабир ҡыҙы,
биология фәндәре кандидаты, РФ-ның патентлы вәкиле
 
 
 
 
 
 
Маҡсаттары һәм бурыстары:
  • Университеттың  эшмәкәрлеген патентлауҙы һәм лицензиялауҙы тәьмин итеү;
  • Университеттың берҙәм патентлау һәм лицензиялау сәйәсәтен тормошҡа ашырыу;
  • Университеттың интеллектуаль эшмәкәрлегенең яҡланыла торған һөҙөмтәләрен булдырыу эшен мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү;
  • уйлап табыу һәм патентлау-лицензиялау эше мәсьәләләре буйынса Университет бүлектәренең эшмәкәрлеге менән методик яҡтан етәкселек итеү, уларҙы координациялау һәм контролдә тотоу;
  • Университетта уҡыу-уҡытыу, фәнни һәм производство эшмәкәрлектәрҙе тормошҡа ашырыу барышында барлыҡҡа килгән интеллектуаль хеҙмәттең һөҙөмтәләрен хоҡуҡи яҡлау;
  • Университетта уйлап табыу һәм патентлау-лицензиялау эше тураһындағы информацион-аналитик материалдарҙы етәкселеккә әҙерләү һәм тапшырыу;
  • Университеттың фәнни-техник ҡаҙаныштарын пропагандалау;
  • Университет етәкселегенең идаралыҡ мәсьәләләрен әҙерләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа компетенция сиктәрендә ҡатнашыу;
  • патентлау мәсьәләләре буйынса Университет хеҙмәткәрҙәрен һәм студенттарын әҙерләү кимәлен күтәреү.