Йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһы

Кафедра тураһында | ХеҙмәткәрҙәрСтуденттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
Семенов Сергей Николаевич
философия фәндәре кандидаты, профессор
 
“Йәмәғәтселек менән бәйләнеш”  кафедраһының тарихы 2000 йылдың октябренән башлана. “Йәмәғәтселек менән бәйләнеш” һәм “Ойошма менеджменты” лицензияланған специальностарына беренсе курс студенттары ҡабул ителеү сәбәпле уҡытыласаҡ дөйөм профессиональ дисциплиналарҙы ойоштороу һәм координациялау ихтыяжы килеп тыуа. Уҡытыу процесы эшмәкәрлеген яҡшыртыу маҡсатында “Йәмәғәтселек менән бәйләнеш” кафедраһы ойошторола. Кафедраға дөйөм профессиональ, шулай уҡ быға тиклем “Социаль хеҙмәт” кафедраһы ҡарамағында булған психологик һәм юридик циклға ҡараған фәндәр беркетелә. Кафедраның беренсе мөдире итеп юридик фәндәр кандидаты, декан урынбаҫары Рим Ғәлиәхмәт улы Миннеәхмәтов тәғәйенләнә. Ул был вазифала 2001 йылға тиклем эшләй. 2001 йылдың октябренән 2006 йылдың декабренә тиклем кафедра менән социология фәндәре докторы, профессор Алексей Борисович Курлов етәкселек итә. 2006 йылдың декабренән кафедра мөдире вазифаһын философия фәндәре кандидаты, доцент Римма Рифхәт ҡыҙы Сөләймәнова башҡара. 2010 йылдың октябренән кафедра мөдире итеп философия фәндәре кандидаты, профессор Семенов Сергей Николаевич тәғәйенләнә.
 
Хәҙерге көндә кафедра штатында 6 уҡытыусы эшләй: Семенов С.Н., кафедра мөдире, профессор, доценттар - Р.Р. Сөләймәнова, Г.Р. Ғәрипова, А.А. Уланов, З.Ф. Байгилдина, өлкән уҡытыусылар - Е.В. Насырова, Е.Н. Курочкина, Р.Х. Елагина.
 
Кафедра 350400 – «Йәмәғәтселек менән бәйләнеш» специальносы буйынса белгестәр әҙерләй. Public Relations һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш өлкәһендә эшләүсе белгестәр бер-береңә ышаныу һәм партнерҙар араһында аңлашыу атмофераһы тыуҙырыуға, уларҙың мәғлүмәти үҙ-ара бәйләнешенең сифатын арттырыуға йүнәлтелгән хәҙерге заман идаралыҡ эшмәкәрлегендә кәрәкле урынды тота. Был профессия хәҙерге заман мәғлүмәти йәмғиәттә иң мөһим һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһенә әүерелә бара.
 
Йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса белгес – ул социаль мәғлүмәтте таратыу һәм ойоштороу сфераһында специфик белемгә һәм дөйөм эрудицияға эйә булған, мөһим проблемаларҙы айыра, йәмәғәтселек һәм конкрет социаль төркөм араһында үҙ-ара аңлашыусанлыҡ тыуҙыра алған мәғлүмәти эшмәкәрлек өлкәһендәге профессионал. PR өлкәһендәге профессионал пресс-секретарь, менеджер, референт, мәғлүмәти технологияларҙы, эшлекле коммуникация һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәрҙе фәнни яҡтан нигеҙләү һәм тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса эксперт һәм консультант функцияларын башҡара ала.
 
Кафедра уҡытыусыларының ғилми эҙләнеүҙәре факультеттың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенең тематик планына ярашлы алып барыла, фәнни дисциплина һәм мәғлүмәти-аналитик практиканың ҡатмарлы системаһы булараҡ Public Relationsты үҫтереүҙең методологик проблемаларын хәл итеүгә йүнәлдерелгән.