Гуманитар факультеттарҙа сит телдәр кафедраһы

 

Кафедра мөдире: ф.ф.к., доцент Мөлөкова Зәкирә Бәҙретдин ҡыҙы

Башҡорт дәүләт университетының факультет-ара сит телдәр кафедраһы 1982 йылда гуманитар факультеттарҙың сит телдәр кафедраһы һәм тәбиғи факультеттарҙың сит телдәр кафедраһына бүленә. 1996 йылда беренсе кафедра үҙгәртелеп БДУ Хоҡуҡ институтының эшлекле сит телдәр һәм тәржемә кафедраһы ойошторола.

1990 йылдан гуманитар факультеттарҙың сит телдәр кафедраһын филология фәндәре кандидаты, доцент Мөлөкова З.Б. етәкләй. Кафедрала немец, инглиз, француз телдәренең практик курсын алып барыусы 5 фән кандидаты, 5 өлкән уҡытыусы, 10 ассистент эшләй.

Кафедра уҡытыусылары филология, тарих, философия һәм социология, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеттарында дәрестәр бирә. Йыл һайын немец һәм инглиз телдәрендә гәзиттәр алдырыла. Кафедраға бүленгән 20 баçма табаk күләмендә ротапринт ысулы менән уkыу – методик материал сығарыла. Улар күбеһенсә ситтән тороп уkыу бүлеге студенттары өсөн методик күрһәтмәләр, контроль эштәр, үҙ аллы эш өсөн текстар һәм күнегеүҙәр. Өлкән уkытыусы Москалева В.Н. «Business English» (Эшлекле инглиз теле) тип аталған дәреслек сығарҙы. Доценттар З.Б.Мөлөкова, Г.Ф. Хәкимова , Л.О. Тимошенконың һүҙлектәре һәм уkыу kулланмалары донъя күрҙе.

 

Кафедрала «Сит телгә өйрәтеүҙең йөкмәткеһен, формаһын, методтарын һәм шарттарын оптимизациялау. Контрастив лингвистика» темаһы буйынса ғилми эш алып барыла. Уkытыусылар вуз-ара, республика, региональ, халыk-ара конференцияларҙа актив kатнашалар, йыл һайын үткәрелгән “ Вәлиди уkыуҙары” һәм профессор Ж.Ғ. Кейекбаев эшмәкәрегенә арналған конференцияларҙа доклад менән сығыш яһайҙар. Кафедра тәбиғи факультеттарҙың сит телдәр кафедраһы менән берлектә “ Юғары уkыу йортонда сит телдәрҙе өйрәтеүҙең лингво- методик проблемалары” вуз-ара  фәнни-ғәмәли конференция үткәреп тора.