Гуманитар дисциплиналар кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире – тарих фәндәре кандидаты, доцент
Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы.
 
Академияның Гуманитар дисциплиналар кафедраһы 1999 йылда асыла. Кафедраның төп эш йүнәлеше – донъяға үҙ аллы ҡарашлы була, тәрән фекер йөрөтә, профессиональ бурыстарҙы уңышлы хәл итә, һәләттәрен үҫтерә, үҙенең эшмәкәрлегенең ижтимағи һөҙөмтәләрен күрә, дөйөм шәхес культураһын үҫтерә белергә мөмкинлек бирә торған гуманитар белемле белгестәр әҙерләү. Кафедра Академияла гуманитар дисциплиналар циклы буйынса эшләп килгән бөтә йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләй.
 
 
 
Мотлаҡ уҡытылырға тейеш дисциплиналарға түбәндәгеләр ҡарай:
  • Философия;
  • Логика;
  • Социаль-экономик процестарҙы тикшереү;
  • Ватан тарихы;
  • Башҡортостан тарихы;
  • Рәсәй дәүләт идаралығы тарихы;
  • БР дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы;
  • Социология;
  • Психология;
  • Идара итеү социологияһы;
  • Психология һәм педагогика;
  • Социаль психология;
  • Конфликтология;
  • Лингвистик дисциплиналар – сит телдәр (инглиз теле һәм немец теле);
  • Рус теле һәм телмәр культураһы;
  • Башҡорт теле.
Бынан тыш, кафедра уҡытыусылары магистрҙар, аспиранттар һәм соискателдәр әҙерләүҙә, мәктәп уҡыусыларын ҡабул итеү имтихандарына һәм берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләүҙә лә ҡатнаша.
 
Һуңғы биш йылда кафедра уҡытыусылары тарафынан 20-нән ашыу уҡыу әсбаптары һәм методик ҡулланмалар баҫтырып сығарылған.
 
Кафедраға беркетелгән дисциплиналар буйынса уҡытыу-методик комплектары эшләнгән. Уҡытыу процесында уҡытыусылар тарафынан эшләнгән уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар, электрон әсбаптар һәм китапханалар, видео- һәм аудиоматериалдар ҡулланыла. Кафедра уҡытыусылары халыҡ-ара һәм вуз-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, тикшеренеү проекттарында, академик баҫмаларҙа актив ҡатнаша, ғилми-тикшеренеү эштәренә студенттарҙы ла йәлеп итә, уларҙы ғилми эҙләнеүҙәрҙе башҡарырға өйрәтә. Һуңғы биш йылда ғилми-тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса кафедрала 5 монография сығарылған.
 
Кафедрала даими рәүештә ғилми-тикшеренеү, уҡытыу-методик семинарҙар, асыҡ лекциялар үткәрелеп тора. Бындай сараларҙа уҡытыусылар тәжрибәләре менән уртаҡлаша, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә, бергәләп ҡарарҙар ҡабул итә. Былар барыһы ла уҡытыу процесының сифатын һиҙелерлек күтәрергә ярҙам итә.