Граждандар процесы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы:
юридик фәндәр кандидаты, доцент
Слепнев Евгений Леонидович
 
Граждандар процесы кафедраһы 2002 йылда граждандар хоҡуғы һәм процесы кафедраһын икегә бүлеү нигеҙендә барлыҡҡа килә.
 
Граждандар процесы кафедраһының сығарылыш студенттары әлеге мәлдә Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының Юғары судында, район, ҡала судтарында, Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының закондар сығарыу органдарында, дәүләт корпорацияларында, акционерҙар йәмғиәттәрендә эшләйҙәр.
 
Граждандар процесы кафедраһы “Әҙ тәьмин ителеүселәргә юридик ярҙам клиникаһы” йәмәғәтселек ойошмаһының эшен етәкләй. Был ойошма граждандар хоҡуғы һәм процесы кафедраһы бүленгәнгә тиклем 1998 йылда Американың юристар ассоциацияһы булышлығында ойошторола һәм Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығы тарафынан 1999 йылдың 14 ғинуарында рәсми рәүештә теркәлә. Әҙ тәьмин ителгән кешеләргә түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеп, юғары курс студенттары уҡытыусылар етәкселегендә кәрәкле эш тәжрибәһе туплай, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡларға өйрәнә. Клиниканың клиенттары менән эшләгән студенттар буласаҡ һөнәрҙәре буйынса мөһим кәңәштәр ала. Клиниканың клиенттары – профессиональ адвокатҡа түләй алмаған пенсионерҙар, күп балалы ғаилә ағзалары, инвалидтар һ.б.
 
Граждандар процесы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Р.А.Шагапова – клиниканың етәксеһе – юридик клиникалар эшмәкәрлеге менән бәйле программалаҙың проекттарында актив ҡатнаша (шундай ҙур программаларҙың береһе – “Асыҡ донъя” (“Открытый мир”) программаһы, АҠШ, 1999 йылдың 7-15 сентябре). Р.А.Шагапова – Башҡортостан Республикаһы Ветерандар советының штаттан тыш юридик консультанты ла.
 
Клиника уны ойоштороусыларҙың береһе булған Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил менән тығыҙ бәйләнештә тора. Клиниканың студенттары менән үҙ ваҡытында судтарҙа, прокуратурала, адвокатурала, предприятиеларҙың юридик бүлектәрендә бай практик тәжрибә туплаған уҡытыусылар эшләй. Клиникалағы эш студенттарға производство практикаһы булып иҫәпләнергә, граждандарҙың тикшереү эштәре курс эше йәки контроль эш тип баһаланырға мөмкин.
 
Кафедра уҡытыусыларының ғилми-тикшеренеү эштәре бер нисә йүнәлештә алып барыла: граждандарҙың суд эштәрен алып барыу принциптары, граждандар процесында иҫбатлауҙар һәм дәлилдәр, эштәрҙең мировой судьялар тарафынан ҡаралыуы, суд ҡарарҙарының үтәлеүе, юридик клиник белем, суд контроле. Был темалар буйынса диссертациялар яҙыла.