Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр штабы

Штаб начальнигы:
запастағы полковник
Афанасьев Николай Степанович.
 
Адресы: Химия факультеты корпусы, цоколь ҡат, каб № 13
Тел. (347) 273-66-32
 
ГОҒТХ штабы – университеттың структур бүленеше. Граждандар оборонаһы етәксеһе университет ректорына буйһона. Был структур бүленеш 60-сы йылдар башында ойошторола.
 
Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр штабы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе ликвидициялау һәм иҫкәртеү буйынса идаралыҡтың төп ойошмаһы булып тора. Штабҡа университеттағы граждандар оборонаһы мәсьәләләре, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе ликвидициялау һәм иҫкәртеү, уның эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре йөкмәтелгән. Штаб коллективы университеттың тыныслыҡ һәм һуғыш ваҡытындағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тотороҡло эшләү кимәлен күтәреү өсөн үткәрелгән сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. Штаб университеттың барлыҡ структур бүлектәре һәм хеҙмәткәрҙәре тарафынан Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса мотлаҡ үтәлергә тейеш бойороҡ һәм күрһәтмәләр бирә.