Граждандар хоҡуғы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
юридик фәндәр докторы, профессор
Тужилова-Орданская Елена Марковна
 
Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында граждандар хоҡуғы кафедраһын асыу 1972 йылдың февраль-марттарында була. Тәүҙә ике кафедра – енәйәт хоҡуғы дисциплиналары кафедраһы һәм граждандар хоҡуғы дисциплиналары кафедраһы ойошторола. Уларҙа дәүләт хоҡуғы, граждандар хоҡуғы, ер хоҡуғы, хеҙмәт хоҡуғы, финанс хоҡуғы, колхоздар хоҡуғы, граждандар процесы дисциплиналары уҡытыла. Граждандар хоҡуғы дисциплиналары кафедраһының беренсе мөдире юридик фәндәр кандидаты, доцент, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәйзи Зөфәр улы Ҡолбарисов була. Юғары квалификациялы белгес булыуынан тыш (ул – хеҙмәт хоҡуғы белгесе), ул үҙен уратып алған кешеләр, шул иҫәптән коллегалары тураһында һәр саҡ ҡайғыртыусан, студенттар менән сыҙамлы һәм итәғәтле шәхес була. Уны тулы мәғәнәһендә оло йөрәкле уҡытыусы тип әйтергә мөмкин.
 
1975-1976 йылдарҙа граждандар хоҡуғы дисциплиналары кафедраһында тәүге үҙгәрештәр үткәрелә. Был кафедранан дәүләт хоҡуғы кафедраһы айырылып сыға. Кафедра мөдире вазифаһынан Ф.З.Ҡолбарисов киткәс, уның урынына Ф.М.Раянов килә (хәҙерге көндә – юридик фәндәр докторы, профессор). 1978-1979 йылдарҙа ул бер үк ваҡытта юридик факультеттың деканы ла була. Шунлыҡтан кафедра менән етәкселек итеү вазифаһы ғаилә һәм рим хоҡуҡтары белгесе, юридик фәндәр кандидаты, доцент В.И.Данилинға йөкмәтелә. Был вазифала ул 5 йыл эшләй.
 
1985 йылда, докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлағандан һуң, гражландар хоҡуғы кафедраһы мөдире вазифаһына М.С.Орданский һайлана. Факультетта ул 1965 йылдың февралендә йәш кенә фән кандидаты булып эш башлай һәм бөтә ғүмерен аҙаҡҡы көндәренә тиклем ошо факультетҡа бирә. М.С.Орданский факультеттың билдәле цивилистарының береһе ине. Уның граждандар хоҡуғы, айырып әйткәндә транспорт хоҡуғы өлкәһендә ғилми хеҙмәттәре киң билдәле. М.С.Орданскийҙың вафатынан һуң кафедраны юридик фәндәр кандидаты, доцент В.С.Калмацкий етәкләй.
 
2002 йылдың 17 июнендә граждандар хоҡуғы һәм процесы кафедраһы бүленеп, Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының граждандар хоҡуғы кафедраһы ойошторола. Ошо ваҡыттан алып кафедра мөдире булып БДУ-ның юридик факультетын тамамлаған юридик фәндәр докторы, профессор Елена Марковна Тужилова-Орданская эшләй.
 
“Граждандар хоҡуғы” специализацияһы рамкаһында студенттарҙы уҡытыу Рәсәйҙә яңы иҡтисад мөнәсәбәттәре үҫеше талаптарына яуап биргән ике йүнәлештә алып барыла. “Тышҡы экономик эшмәкәрлектең хоҡуҡтар менән тәьмин ителеше” специализацияһы буйынса уҡыған студенттар Институтта уҡыу буйына эшлекле сит телде үҙләштерә. Ҡайһы бер студенттар сығарылыш квалификацион эштәрен дә сит телдә башҡара һәм яҡлай. “Экономик-хоҡуҡи йүнәлеш” специализацияһы буйынса уҡыған студенттар – киләсәктә хужалыҡ өлкәһендә эшләйәсәк юристар.
 
Шуның менән бергә, предметтарҙы тәрәнерәк өйрәнеү маҡсатында кафедрала түбәндәге махсус курстар булдырылған: “Граждандар хоҡуғында мәжбүр итеү”, “Сит илдәрҙә граждандар һәм сауҙа хоҡуғы”, “Шәхси милек хоҡуғы”, “Транспорт хоҡуғы”, “Тышҡы экономик эшмәкәрлек нигеҙҙәре”, “Граждандарҙың хоҡуҡи мөнәсәбәттәрендә дәүләттең ҡатнашлығы”, “Страховкалау тураһында закондар”, “Акционер хоҡуғы”, “Контракт хоҡуғы”, “Ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы хоҡуҡи көйләү”.
 
Студенттарҙы практик яҡтан уҡытыуға һәм махсуслаштырыуға кафедра ҙур иғтибар бирә: улар кәрәкле әҙәбиәт, методик ҡулланмалар менән Арбитраж судында, Өфөнөң дөйөм юрисдикцияһы судтарында таныша ала. Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы Юғары суды эргәһендәге Суд департаменты идаралығы, Башҡортостан Республикаһы Арбитраж суды, Тышҡы бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль регистрация хеҙмәте менән төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә танышыу һәм производство практикаһы үткәндә лә студенттар практик органдар менән тығыҙ бәйләнештә була.
 
Дөйөм алғанда, граждандар хоҡуғы кафедраһы – Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында юғары квалификациялы белгестәр әҙерләй торған динамикалы үҫешле тармаҡ ул. Бында шулай уҡ аспиранттар менән соискателдәргә лә ҙур иғтибар бирелә.