Генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире: биология фәндәре докторы, профессор
Хөснөтдинова Эльза Камил ҡыҙы

Кафедраға  2010 йылдың сентябрендә нигеҙ һалына.  Әлеге ваҡытта генетик анализ, мутегенез, кеше генетикаһы, молекуляр генетика, генетик инженерия, генетика популяцияһы, спорт генетикаһы, психогенетика, экологик генетика, фармакогенетика, митохондриаль ауырыуҙар генетикаһы, биоэтика буйынса курстар әҙерләнә.
 
Кафедраның ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Евразия халыҡтарының генофондын һәм генетик тарихын молекуляр-генетик тикшереү, нәҫелдән килгән ауырыуҙар гендарының структур үҙенсәлектәрен анализлау, кеше патологияһына килтергән төрлө факторҙарҙы, уның хәрәкәтләнеү эшмәкәрлеге һәм кешенең  физик үҙенсәлектәре үҫешенә булышлыҡ иткән  молекуляр-генетик маркерҙарҙы эҙләү. Кафедраның хәҙерге заман талаптарына ярашлы фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү һәм кадрҙар әҙерләү өсөн материаль базаһы ла булдырылған.