Функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире: 
Напалков В.В., Рәсәй Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, БР Фәндәр Академияһының академигы, физика-математика фәндәре докторы, профессор.
 
Функциялар теорияһы һәм функциональ анализ кафедраһы 1972 йылда ойошторолған.
 
Фәнни тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре
 

Кафедра фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше : бер һәм күп комплекслы үҙгәреүсән дәүмәл функцияларҙың теорияһы.
 
Тикшеренеүҙәрҙең төп объекттары булып түбәндәге проблемалар тора:
 
  1. Функцияларҙы экспоненттар рәттәренә һәм тағы ла дөйөмөрәк системалар рәттәренә тарҡатыу.
  2. Функциональ тигеҙләмәләрҙең күп төрлө кластарын аналитик функцияларҙың яҫылыҡтарында өйрәнеү.
  3. Коша мәсьәләһен свертка операторҙары өсөн һәм аналитик функцияларҙың яҫылыҡтарында уның Фишер проблемаһы менән бәйләнешен тикшереү.
  4. Аналитик функциялар яҫылығында дифферинциональ тигеҙләмәләрҙе үҙгәреүсән дәүмәл коэффициенттары менән тикшереү.
  5. Экспонент рәттәр менән күрһәтелгән аналитик функцияларҙың ассимптотик үҙенсәлектәрен өйрәнеү.
Уҡыу эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре
 

Кафедраның профессорҙары һәм уҡытыусылары төп лекция курстарын уҡыйҙар, функциональ анализ, комплекслы үҙгәреүсән дәүмәл функцияларҙың теорияһы буйынса практик эштәр алып баралар, магистранттар өсөн дөйөмләштерелгән функциялар буйынса лекциялар уҡыйҙар, бөтөн функциялар, Дирихли рәттәре, күп төрлө комплекслы үҙгәреүсән дәүмәл функцияларҙың теорияһы свертка тигеҙләмәләре автоморф функциялар һ.б буйынса спецкурстар алып баралар.
 
Кафедра математика Институты Рәсәй фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә тора. Кафедраның сығарылыш студенттары 60 кандидатлыҡ һәм 7 докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Математика Институтының ғалимдары менән бергә булған комплекслы анализ мәктәбенең нигеҙен тәшкил итәләр.
 
Тарихи белешмә
 

1987 йылға тиклем кафедра менән СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы А.Ф. Леонтьев етәкселек иткән (1917-1987). 1987 йылдан алып кафедраны физика-математика фәндәре докторы, профессор Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы В.В. Напалков етәкләй.
 
А.Ф. Леонтьев 130-ан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография авторы. Уның тарафынан функциялар теорияһына байтаҡ мөһим йүнәлештәр тыуҙырылған: экспоненттағы полигамдарҙың эҙмә-эҙлелек үҙенсәлектәрен тикшереү, аналитик функцияларҙы экспоненттың дөймләштерелгән рәттәре менән күрһәтеү. Был йүнәлештәр буйынса күренекле уңыштар өлгәшкән, тикшеренеүҙәрҙең ҡеүәтле методтарын барлыҡҡа килтергән. Бөгөн шул тикшеренеүҙәрҙе күп математиктар, шул иҫәптән уның уҡыусылары дауам итә. Кафедра барлыҡҡа килгәндән алып оҙаҡ йылдар доцент Г.В.Улина эшләгән, төрлө йылдарҙа физика-математика фәндәре докторҙары, профессор В.П. Громов, Ю.И. Фролов, И.Ф.Красичков-Терновский, Х.Х. Муртазин, Я.Т. Султанаев, И.И. Голичев, Р.С. Юлмухаметов, А.Б.Секерин, С.Г. Мерзляков, доцент А.В.Комаров фәнни- педагогик эшмәкәрлек алып барҙылар.
 
А.Ф. Леонтьев кадрҙар әҙерләүгә математик тикшереүҙәргә талантлы йәштәрҙе ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүлде : уның 35 уҡыусыһы кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланылар, уларҙың 7-һе фәндәр докторы булып китте. Фән үҫеше һәм фәнни кадрҙар әҙерләүге хеҙмәттәре өсөн А.Ф. Леонтьевҡа “Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән юғары исем бирелгән, ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977й.) һәм Октябрь революцияһы (1987) ордендары менән бүләкләнгән, 1989 йылда А.Ф. Леонтьевҡа СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелгән (үлгәндән һуң).
 
1988 йылда математика институтының барлыҡҡа килеүе А.Ф. Леонтьевтың ҙур абруйын һәм ул төҙөгән комплекслы анализ математика мәктәбен таныу булып торҙо. Был институтты уның уҡыусыһы В.В. Напалков етәкләне.
 
В.В. Напалков Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге математика институтының директоры, Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, Б.Р. фәндәр академияһының академигы. В.В. Напалковтың 20-нән ашыу уҡыусыһы кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланылар, уларҙың 7-һе фәндәр докторы булып китте. Улар тарафынан монография һәм 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт баҫылды. В.В. Напалков төрлө ҡырлы комплекслы анализ мәктәбен булдырҙы.
 
Фән үҫеше һәм фәнни кадрҙар әҙерләүге хеҙмәттәре өсөн В.В. Напалков 1999 йылда “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” II дәрәжәләге орден менән наградланған. В.В. Напалков Рәсәй Фәндәр Академияһының математика фәндәре бүлегенең бюро ағзаһы булып тора. 1983 йылдан алып кафедрала физика-математика фәндәре докторы, профессор А.М. Ғайсин эшләй. Ул функциялар теорияһы һәм функциональ анализ курстары буйынса әйҙәүсе лектор булып тора. Уның етәкселегендә 5 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Ул 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, комплекслы анализ өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәре бар. Улар бөтөн функциялар теориһына экспоненттар рәттәренә аналитик функцияларҙың тулы система мәсьәләләренә бағышланған. 1929 йылда Америка математигы Д.Пойа тарафынан ҡуйылған ике классик проблема уның тарафынан тулыһынса хәл ителгән. [Polya G. Untersuchungen uber Lucken und Singularitaten von Potenzreihen// Math. Z. 1929. V29. P.549-640].
 
2002 йылда уға “Дирихли рәттәренең асиптотик үҙенсәлектәре һәм экспонент системаһының тулылығы” тигән хеҙмәттәр циклы өсөн уға Б.Р. фәндәр академияһының килеүе А.Ф. Леонтьев исемендәге фәнни премия бирелгән.
 
1995 йылдан башлап кафедрала физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге математика институтының баш фәнни хеҙмәткәре А.С. Кривошеев эшләй. Ул, күпселек үҙгәреүсән дәүмәл осрағында свертканың бер төрлө булмаған тигеҙләмәһен сығарып була тип иҫбат иткән. А.С. Кривошеев комплекслы үҙгәреүсән дәүмәл функцияһының теорияһы курсы буйынса әүҙәүсе лектор булып тора. Күп йылдар кафедрала тәжрибәле уҡытыусылар – физика-математика кандидаттары, доценттар И.С.Галимов, Р.А.Башмаков эшләй.