Француз филолоияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 19
Тел. (347) 272-35-62
 
Кафедраның мөдире – Кудряшева Фәниә Сәйетғәли ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты, доцент
 
Француз филологияһы кафедраһы 1968 йылда асыла. Уның тәүге мөдире Тимофеева Ольга Викторовна (1909-1987) була.
 
Кафедрала 8 кеше: 5 фән кандидаты, 1 ғилми дәрәжәһеҙ доцент һәм 2 өлкән уҡытыусы эшләй.
 
Кафедраның ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
 
- “Лингвистик тикшеренеү объекты булараҡ текст”. Текст проблемалары грамматик, лексик, фонетик, лингвокультурологик, шулай уҡ тәржемә теорияһы рамкаһында ҡарала. Текст тамамланған информацион һәм структур бөтөн булараҡ тикшерелә (доц. Кәримова Т.Ф.), тексты барлыҡҡа килтереүсе берәмектәр, уның композицияһы, элементтарының үҙ-ара бәйләнгәнлеге, грамматик структураһы ҡарала. Текст тәржемә теорияһы проблемалары менән бәйләнештә өйрәнелә (филология фәндәре кандидаты Абдюкова З.А.), локативлыҡтың функциональ-семантик полеһының когнитив аналогы булараҡ француз теленең арауыҡ-проксималь фреймдары системаһына акцент яһала.
 
Хәҙерге француз лексикологияһы проблемаларын өйрәнеү ике йүнәлештә алып барыла: 1. Француз теленең лексик системаһын лингвокультурологик йәһәттән өйрәнеү (доц. Рябцова Н.И.), төҫтәрҙе белдергән һәм составында фитонимдар, флоронимдар булған фразеологизмдар тикшерелә. 2. Арготик лексиканы өйрәнеү (филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы Әминева Л.В.). Француз аргоһы, верлан, рус компьютер сленгы барлыҡҡа килеү юлы булараҡ кодтар тикшерелә.
 
Кафедраның уҡытыу эшмәкәрлеге француз филологияһы белгестәре һәм тәржемәселәр әҙерләүгә йүнәлтелгән. Француз теле практикаһы буйынса дәрестәр француз телен өйрәнеүҙең мөһим өлөшөн тәшкил итә. Текстарҙы тыңлау, интерпретациялау, сит телдә аралашыу практикаһы рәүешендә барған тел практикаһы дәрестәре студенттарға сит телдә иркен аралашыу һәм яҙышыу күнекмәләрен үҙләштерергә ярҙам итә. Юғары курстарҙа рус теленән француз теленә, француз теленән рус теленә тәржемә итеү практикаһы дәрестәре үткәрелә.
 
Классик әҙәби әҫәрҙәрҙе, шулай уҡ хәҙерге авторҙарҙың әҫәрҙәрен анализлау кафедра эшенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Әҙәби тексты анализлау методикаһы һәм йөкмәткеһе буйынса махсус курстар төҙөлгән. Кафедрала теоретик һәм практик дисциплиналар буйынса уҡыу пландары әҙерләнгән. Студенттарҙың үҙ аллы эштәре уларҙың аҙналыҡ эш күләме иҫәпкә алынып төҙөлгән график буйынса бара. Лекцион курстар лингвистиканың теге йәки был өлкәһендәге яңы ҡаҙаныштарға таянып даими рәүештә яңыртылып тора. Улар лекцияларҙа, шулай уҡ тел практикаһы дәрестәрендә студенттарҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын активлаштырыуға йүнәлтелгән. Француз телендә курс һәм диплом эштәре яҙыуға айырым итибар бирелә. Уларҙың йөкмәткеһе студенттарҙың француз теле һәм теоретик аспекттар буйынса әҙерлек кимәлен сағылдыра. Улар лингвокультурология, когнитология, фоносемантика, тәржемә проблемалары, грамматик тикшеренеү объекты булараҡ текст һәм башҡа мәсьәләләргә арнала.