Физик география, крайҙы өйрәнеү һәм туризм кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

450074, Өфө ҡ., Карл Маркс ур., ¾ й., к. 417, 802
Тел. (347) 229-96-02
 
Кафедра мөдире – география фәндәре докторы, профессор Псәнчин Айбулат Вәлиевич
 
Кафедрала түбәндәге специальностар буйынса әҙерлек алып барыла: «020400 – Физик география» һәм «012522 – Туризм, экскурсия эше һәм экологик туризм».
 
Кафедра 1932 йылда асыла. ХХ быуаттың 60-сы йылдарына тиклем кафедрала эш геологик йүнәлештә алып барыла. Кафедра мөдире булып педагогия институтының беренсе фән докторы Д.Г. Ожиганов эшләй. 1952 йылда Мәскәүҙән Кадильниковтар ғаиләһе күсеп килә. Доцент И.П.Кадильников ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан кафедра менән етәкселек итә башлай, тап шул осорҙан Башҡортостан территорияһында физик-географик тикшеренеүҙәр, айырыуса ландшафтты өйрәнеү буйынса эштәр башлана.
 
Кафедрала ғилми эшмәкәрлек түбәндәге темалар буйынса алып барыла:
  • физик-географик райондарға бүлеү;
  • ландшафтты өйрәнеү;
  • крайҙы өйрәнеү һәм туризм;
  • тәбиғәт ҡомартҡыларын табыу һәм өйрәнеү;
  • иҡтисади объекттарҙы урынлаштырыуға тәбиғәт факторҙарының йоғонтоһон өйрәнеү.
2000-се йылдан кафедраның ғилми эшмәкәрлеге «Башҡортостан Республикаһының атласы»н, «Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы»н төҙөү һәм нәшер итеү менән бәйле була.
 
2004 йылда стена «Урта белем биреү учреждениелары өсөн физик карта»һы донъя күрә. 1996 йылдан башлап күп тираж менән «Башҡортостан Республикаһының географияһы буйынса эш дәфтәре» йыл да нәшер ителә.
 
Студенттарҙың уҡыу һәм производство практикаһы республиканың төрлө райондарында, Көньяҡ һәм Урта Уралда, Урал буйында һәм Рәсәйҙең Көнбайыш-Себер регионында ойошторола.
 
Кафедра Рәсәй фәндәр академияһының География институты, Рәсәй фәндәр академияһының Тәбиғәт фәндәре һәм техника тарихы институты, үҙәк һәм региональ вуздарҙың география факультеттары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт органдары һәм предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итә.
 
Кафедраны үҫтереү перспективалары:
  1. Үҙгәрешле ландшафттарҙың геоэкологик үҙенсәлектәрен асыҡлау - тәбиғәт менән рациональ файҙаланыу һәм уларҙың тулы структураһын һаҡлау буйынса оптималь юлдар эҙләүҙең төп маҡсаттарының береһе. Был фекер хужалыҡтарын тергеҙеүгә айырыуса мохтаж булған райондарға ҡарай. Тимәк, Башҡортостан Республикаһының ландшафт структураһын өйрәнеү ҙур ғәмәли мәғәнәгә эйә, сөнки бында кешенең ландшафтҡа төрлөсә йоғонто яһауы асыҡ сағыла. 
  2. Хәҙерге ваҡытта ҙур туристик-рекреацион ресурстары булған региондар иҡтисади перспективалы һанала. Был планда Көньяҡ Урал, айырыуса Башҡортостан Республикаһы, региондың социаль-иҡтисади үҫешенә мөмкинселек биреүсе байтаҡ тәбиғәт ресурстарына эйә. Туризмды һәм рекреацияны үҫтереү кәрәклеге тәү сиратта ландшафт, тәбиғәт һәм тарихи ҡомартҡыларҙың төрлөлөгө менән билдәләнә. Шуға күрә туристик-рекреацион индустрияны социаль-иҡтисади үҫеш инструменты булараҡ ҡарау тәбиғәтте дөрөҫ файҙаланыу буйынса региональ сәйәсәткә нигеҙләнергә тейеш һәм рекреацион йөкләмәне тәртипкә һалыу буйынса ойоштороу сараларын үткәреүҙе талап итә.