Философия һәм фән методологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
философия фәндәре докторы, профессор
Кудряшев Александр Федорович
 
Фән философияһы һәм методологияһы кафедраһы 2000 йылдың 6 июнендә ойошторола. Хәҙерге көндә уның составында профессорҙар А.Ф. Кудряшев, Л.Б. Солтанова, А.В. Лукьянов, А.Р. Янғужин, доценттар Р.М. Байгилдин, Р.Р. Вәхитов, Ғ.Ғ. Сәлихов, А.М. Баһаутдинов һ.б. студенттарға белем бирә.
 
Кафедра уҡытыусылары БДУ-ның барлыҡ факультеттарында ла (философия һәм социология, роман-герман филологияһы, башҡорт филологияһы һәм журналистика, математика, физика, химия-технология, биология, тарих, филология, иҡтисад, психология, Хоҡуҡ институты) дәрестәр алып бара. Математика, физика, химия-технология факультеттарында “Философия”, гуманитар факультеттарҙа “Хәҙерге тәбиғәт фәненең концепциялары” курстары уҡытыла. Философия һәм социология факультетында «Онтология һәм танып-белеү теорияһы», «Фән философияһы һәм методологияһы», «Тәбиғәт фәненең фәлсәфәүи проблемалары», «Хәҙерге көнбайыш онтологияһы һәм гносеология», «Аргументацияның теорияһы һәм практикаһы», «Ғилемде нигеҙләү проблемаһы» курстарынан лекциялар һәм семинар дәрестәр алып барыла. Бынан тыш һайлап алыу буйынса «Йәшәйеш», «Аң тәбиғәте», «Виртуалистика», «Тел фәлсәфәһе», «Синергетика», «Донъя картинаһы», «Материя», «Герменевтика», «Хәҡиҡәт проблемаһы» курстары уҡытыла . Кафедра «Онтология һәм танып-белеү теорияһы» специальносы буйынса студенттар әҙерләй. Студенттарҙың курс эштәре менән етәкселек итә, магистрҙарҙа дәрестәр алып бара.
 
Кафедра хеҙмәткәрҙәре ғилми-тикшеренеү эштәре менән актив шөғөлләнә. 2001 йылда кафедра инициативаһы һәм ҡатнашлығы менән «XXI быуат нигеҙҙәре», 2002 йылда “Йәшәйеш һәм ижад” конференциялары үтте. Конференция материалдары ғилми мәҡәләләр һәм тезистар йыйынтығы формаһында донъя күрҙе.
 
2001 йылда “Йәшәйеш” коллектив монографияһы (яуаплы мөхәррире - А.Ф. Кудряшев), 2004 йылда вуздар өсөн “Тәбиғәт фәненең концепциялары” дәреслеге һәм “Аргументацияның теорияһы һәм практикаһы” курсы буйынса уҡыу әсбабы (авторы М.С. Ҡунафин) донъя күрҙе. 2008 йылда Л.Б. Солтанованың «Фән философияһы һәм методологияһы» уҡыу ҡулланмаһы, шулай уҡ 10-дан ашыу конференция материалдарының йыйынтыҡтары һәм ғилми хеҙмәттәр баҫтырылды.
 
Һәләтле студенттар менән түңәрәктәрҙә эш алып барыла. Өлкән курс студенттары (магистрҙар) фәлсәфәүи проблемалар буйынса рефераттар яҙа һәм студенттарҙың конференцияларында докладтар менән сығыш яһайҙар. 17 йылдан ашыу РФ-ның Мәғариф һәм фән министрлығының “Фәлсәфә” Баш Советының “Онтология” секцияһына нигеҙ һалған (семинарҙың етәксеһе һәм секцияның рәйестәше – профессор А.Ф.Кудряшев) “Ғилемде нигеҙләү проблемалары” тип аталған методологик семинар эшләй. Семинарҙа Өфө һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа ҡалаларының вуздарының уҡытыусылары, аспиранттары һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәре актив ҡатнаша.
 
Кафедрала профессорҙар етәкселегендә аспирантура эшләй, фән кандидаты һәм докторы ғилми дәрәжәләренә дәғүә итеүселәр менән дә эш алып барыла.