Факультеттың тарихы

Филология факультеты – Башҡорт дәүләт университетының республика һәм Рәсәй йәмғиәте һәм ғилми даирәһендә киң танылыу алған тәжрибәле факультеттарының береһе. Ғилми-педагогик эшмәкәрлектең бай традициялары һәм тупланған тәжрибә уға Рәсәй классик университеттарының тәүге ун ҡәрҙәш факультеттары иҫәбенә инергә булышлыҡ итте.
 
Төрлө йылдарҙа факультет деканы булып күренекле ғалим-филологтар В.Г. Прокшин, Д.С. Гутман, М.В. Зәйнуллин, Л.Ғ. Сәйәхова, В.И. Хрулев эшләй. 2000 йылдан факультет менән филология фәндәре докторы, профессор, сит ил әҙәбиәте һәм художестволы мәҙәниәте кафедраһы мөдире, РФ-ның юғары белем биреүенең почетлы хеҙмәткәре, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, РТФА академигы Александр Александрович Фёдоров етәкселек итә.
 
Бөгөнгө көндә филология факультеты студенттарына 60-тан артыҡ юғары квалификациялы уҡытыусы белем бирә, улар араһында 18 фән докторы, профессор һәм 40 фән кандидаты, доцент бар.
 
Филология факультетының социаль-мәҙәни һәм гуманитар миссияһы юғары кимәлдә культура-ара коммуникация, иҡтисади, социаль һәм гуманитар сфераларҙа халыҡ-ара хеҙмәттәшлек менән билдәләнгән хәҙерге демократик йәмғиәттең төрлө сфераларында үҙенең интеллектуаль һәм мәҙәни потенциалын ижади үҫтереүгә һәм тормошҡа ашырыуға әҙерлекле булған, поликультур һәм күп телдәр белгән толерант шәхесте формалаштырыу маҡсаттарына нигеҙләнә. 
 
Филология факультеты үҙенең филологик һәм гуманитар белемде һәм мәҙәниәтте пропагандалау һәм таратыу миссияһына әҙер.
 
Филология факультетының белем биреү миссияһы һайлап алынған эшмәкәрлек сфераһында тулы компетенциялы, үҙенең бар интеллектуаль, профессиональ һәм ихтыяр потенциалын асырға һәләтле һәм дөйөм ижтимағи үҫештең, уның социаль һәм мәҙәни тормошоноң төрлө формаларына аңлы мөнәсәбәте менән айырылып торған хеҙмәт баҙарында талап ителгән юғары квалификациялы белгестәрҙе әҙерләү.