Факультеттың тарихы

Философия һәм социология факультеты 2000 йылда ойошторола. Факультет булдырыу тураһындағы мәсьәлә 115-тән артыҡ милләт вәкиле тыныс һәм үҙ-ара татыу йәшәгән һәм эшләгән, ике төрлө мәҙәниәттең – Көнбайыштың һәм Көнсығыштың ҡушылыуы һәм синтезы асыҡ сағылыш тапҡан Башҡортостан Республикаһы өсөн бигерәк тә актуаль була. Тап шуға күрә лә Евразиялылыҡ проблемаларын өйрәнеү, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары йәшәйешенең ижтимағи-сәйәси һәм мораль-психологик шарттарын тикшереү хәҙерге фән һәм ижтимағи-тарихи практика өсөн мөһим ихтыяж тыуҙыра.
 
Факультет ижтимағи-сәйәси һәм социаль-гуманитар фәндәр һәм йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләүҙе координациялау өсөн ойошторола. Факультетта йәмғиәттең рухи тормошо һәм мәҙәниәте үҫешен өйрәнеү, социаль һәм сәйәси процестарҙың һәм структураларҙың функциялауын һәм нығыныуын тикшереү буйынса бөтә илдә танылыу тапҡан фәнни мәктәп барлыҡҡа килде.
 
Был мәктәптең сығанаҡтары БР ФА академигы Ф.Б.Садыҡов, профессор Ф.Л.Сәйәхов, доцент Г.С.Исмәғилов, БР ФА ағза-корреспонденты Д.Ж.Вәлеев кеүек күренекле ғалимдарҙың эшмәкәрлегенә барып тоташа.
 
Рәсәй Федерацияһының фәлсәфәүи йәмәғәтселегендә билдәлелек алған икенсе бер ғилми мәктәптең иғтибары онтология, танып-белеү теорияһы, методологияһы һәм логикаһын тикшереүгә йүнәлтелгән. Был мәктәптең башланғысы доцент Т.Г.Солтанғузин исеме менән бәйле.
 
Хәҙерге көндә факультетта Башҡортостан Республикаһында танылыу яулаған Б.Г. Аҡчурин, Р.С. Әйүпов, Ф.Б. Борханова, К.Б. Вәлиуллин, А.А. Вальков, Б.С. Ғәлимов, Дж.М. Ғиләзитдинов, Р.И. Ирназаров, А.Ф. Кудряшев, А.В. Лукьянов, Ю.Н. Никифоров, Д.Ә. Нуриев, С.М. Поздяева, З.Й. Рәхмәтуллина, Л.Б. Солтанова, Р.М. Төхвәтуллин, И.В. Фролова, А.Р. Янғузин, Д.Х. Яндурин кеүек фән докторҙары, профессорҙар эшләй.
 
Йәш белгестәрҙе фәнни яҡтан үҫтереү йүнәлешендә лә ҙур эш алып барыла. Бының өсөн факультетта бар шарттар ҙа тыуҙырылған: аспирантура һәм докторантура эшләй, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса советтар бар, үҙәк юғары уҡыу йорттарында һәм фән академияларында стажировкалар ойошторола, студенттар өсөн түңәрәктәр эшләй, ойошмаларҙа һәм предприятиеларҙа профиль йүнәлешендә практика үтеү ҡаралған. Кафедраларҙа профессор-уҡытыусылар составы йәшәреүе күҙәтелә.
 
Факультеттың профессор-уҡытыусылар составы философия, политология, социология, социаль хеҙмәт, йәмәғәтселек менән бәйләнеш кеүек илебеҙҙә күптән түгел барлыҡҡа килгән, өр-яңы специальностар буйынса уҡыу дисциплиналарын актив үҙләштерә. Студенттарҙың теоретик белемдәрен һәм практик һәләттәрен нығытыуға йүнәлдерелгән яңы программалар, методик ҡулланмалар эшләнелә, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары донъя күрә.
 
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының социаль-сәйәси һәм рухи үҫеше проблемаларын өйрәнеүгә арналған факультеттың берҙәм фәнни-тикшеренеү тематикаһы аҡрынлап формалаша, ә ул үҙ сиратында гуманитар белемдең төрлө өлкәләренә ҡараған белгестәрҙе һәм ғалимдарҙы үҙенә туплай.
 
Факультет “Фәлсәфәүи фекер” тип аталған фәнни журнал сығара. Унда беҙҙең университет хеҙмәткәрҙәренең, республика, шулай уҡ РФ регионы һәм БДБ илдәре ғалимдарының мәҡәләләре баҫыла. Факультет базаһында Рәсәй философия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Рәсәй социологтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Рәсәй сәйәси фәндәр ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе эшләй.