Факультеттың тарихы

 Айырым факультет булараҡ, биология факультеты 1957 йылда, К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт  педагогия институты университет итеп үҙгәртелгәс барлыҡҡа килә.Быға тиклем биологтар әҙерләү эше менән Халыҡ мәғарифы институты һәм К.А.Тимирязев исемендәге пединститут шөғөлләнә. Халыҡ мәғарифы институтының тәбиғи фәндәр факультетына тәүге студенттар 1920 йылда ҡабул ителә. Тәбиғи фәндәр факультеты БАССР-ҙа төрлө специальность буйынса педагогтар әҙерләгән берҙән-бер юғары уҡыу йорто була. Факультетта уҡыу 3 йыл бара һәм бында биология, химия, география уҡытыусылары әҙерләнә. 1929 йылда Халыҡ мәғарифы институты К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына әйләндерелә. 1931 йылда пединституттың тәбиғи фәндәр факультетында тәүге сығарылыш була.
 
Тәбиғи фәндәр факультетының тәүге деканы (ул ваҡытта был вазифа “тәбиғи фәндәр циклы комиссияһы председателе” тип атала) зоолог, доцент Геннадий Гилярович Штехер була. Һуңынан, 1932 йылдан 1957 йылға тиклем факультет менән доценттар И.Ш.Ишмөхәмәтов (химик), Рөстәм Мөхәмәтйәр улы Чанышев (зоолог), Зәки Зәкир улы Вәлиев (географ) идара итә.
 
Тәбиғи фәндәр факультеты составында өс кафедра: ботаника кафедраһы, зоология һәм дарвинизм кафедраһы, химия кафедраһы була. Тәбиғи фәндәрҙе һәм махсус дисциплиналарҙы нигеҙҙә ошо кафедралар уҡыта. Әйтергә кәрәк, тап ошо осорҙа фәннилек, фундаменталлек, логикаға нигеҙләнгәнлек, төрлө яҡлылыҡ, үҙ аллы уҡыу һәләте кеүек классик университет белеме принциптары һалына. Был принциптарҙың тормошҡа ашырылыуында факультетта эшләгән юғары профессиональ ғилми-педагогик кадрҙарҙың өлөшө ҙур. Зоология кафедраһы менән күп йылдар ул осорҙоң билдәле ғалим-зоологы доцент Г.Г.Штехер етәкселек итә. Доцент И.Ш.Ишмөхәмәтов яҡшы педагог ҡына түгел, һәләтле химик-экспериментатор була.
 
Ботаника кафедраһы мөдире доцент С.А.Баранов мүктәрҙе, лишайниктарҙы өйрәнеү буйынса специалист булараҡ билдәле.
 
Биология факультетының тәүге деканы 1957 йылда географ, доцент, талантлы шәхес З.З.Вәлиев була. Ул эшләгән осорҙа факультетта яңы физиологик кафедралар: кешенең һәм хайуандарҙың физиологияһы кафедраһы, үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы асыла.
 
Университеттың уҡыу-уҡытыу подразделениеһы булараҡ факультеттың үҫешендә доцент Донат Иосифович Смирновтың өлөшө ҙур. Ул факультет менән 1959-1964 йылдарҙа етәкселек итә. Донат Иосифович – кеше физиологияһы белгесе, декан булараҡ ул демократик етәкселек принциптарына таянып эшләй. Студент менән юғары тонда һөйләшкән бер уҡытыусыны Д.И.Смирновтың “ҡыҙған табала бейетеүе” хаҡындағы легенданы биология факультетында әле лә һөйләйҙәр.
 
Кешенең һәм хайуандарҙың физиологияһы кафедраһын профессор, биология фәндәре докторы Александр Семенович Дмитриев етәкләй. Ул илдең күренекле физиологы, кешенең юғары нерв системаһын өйрәнеү буйынса танылған белгес. Уның бай эксперименталь материалдары университеттар өсөн “Высшая нервная деятельность” уҡыу әсбабында тупланған (“Высшая” школа”, 1974).
 
1963 йылда профессор Василий Григорьевич Конаревтың инициативаһы менән биохимия һәм биотехнология кафедраһы асыла. В.Г.Конарев хәҙерге мәлдә Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, үҫемлектәрҙең биохимияһы, молекуляр биологияһы һәм генетикаһы буйынсаилебеҙҙә танылған белгес. Ул культуралы үҫемлектәрҙең биохимияһы һәм молекуляр генетикаһы буйынса уҡыу әсбаптары, монографиялар авторы. В.Г.Конаревтың күп уҡыусылары ғилми учреждениеларҙа белгестәр, етәкселәр булып эшләйҙәр: мәҫәлән, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Радик Рәхимйән улы Әхмәтов. Ул кафедра менән 17 йыл етәкселек итә. РФА Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты директоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты, профессор Венер Абсатар улы Вахитов молекуляр биология һәм генетика өлкәһендә киң билдәле ғалимдарҙың береһе.
 
Үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы профессоры Григорий Васильевич Заблуда Советтар Союзында үҫемлектәр физиологияһын өйрәнгән билдәле ғалимдарҙың береһе, үҫемлектәрҙең эксперименталь физиологияһын тикшереүгә ҙур өлөш индергән.
 

 

60-70-се йылдарҙа факультетта йәш ғалимдар Б.М.Миркин, Р.Ғ.Миннебаев, Р.Р.Әхмәтов, М.Ғ.Баянов, Г.Ғ.Ҡужәхмәтовтар эшләй башлай, һуңынан улар университеттыңбилдәле уҡытыусылары, профессорҙар булып китә. Геоботаника һәм экология тикшеренеүҙәренең үҫешендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, профессор Борис Михайлович Миркиндың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның үҫемлектәр донъяһын өйрәнеү һәм ботаниктар әҙерләү буйынса булдырған ғилми-педагогик мәктәбе донъяла киң танылыу яуланы. Икенсе ғалим-ботаник, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Григорий Ғилмийәр улы Ҡужәхмәтов альгологик тикшеренеүҙәрҙең үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Мөкамил Ғаязетдин улы Баянов – хайуандар донъяһын өйрәнеү белгесе. Факультетта профессиональ зоологтар әҙерләү буйынса уникаль коллектив тупланыуы профессор М.Ғ.Баяновтың тырышлығына бәйле. Бер нисә тиҫтә йыл инде зоология кафедраһы Башҡортостан Республикаһында хайуандар донъяһын систематик рәүештә тикшереү менән шөғөлләнгән берҙән-бер ойошҡан ғилми подразделение иҫәпләнә.
 
Профессор, үҫемлектәр физиологы Тея Адамовна Эмих факультетты 1964-1968 йылдарҙа етәкләй.
 
1968-1970 йылдарҙа факультетты зоолог, доцент М.Ғ.Баянов, 1970-1975 йылдарҙа ботаник, профессор Р.Ғ.Миннебаев етәкләй. 1975 йылда факультеттың деканы итеп микробиолог, доцент Борхан Сәлмән улы Ноғоманов тәғәйенләнә. 1980 йылда уны тағы Р.Ғ.Миннебаев алмаштыра. 70-80-се йылдарҙа факультетта профессиональ коллектив формалаша, был иһә уҡыу эшен юғары ғилми-методик кимәлдә алып барырға мөмкинлек бирә. Ошо уҡ осорҙа факультеттың материаль-техник базаһы нығый, биология корпусының дүртенсе ҡаты төҙөлөп бөтә. Уҡыу залы ойоштороу һәм зоология музейына бүлмәләр биреү мөмкинлеге асыла.
 
1991 йылда факультеттың коллективы декан итеп доцент, зоолог Иван Пантелеевич Дьяченконы һайлай. Ул факультетты 10 йыл етәкләй. Был йылдар факультет коллективы өсөн иң ауыр һәм ҡатмарлы осор була, тиһәң бер ҙә хата булмаҫ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, университет биология факультетының ғилми-педагогик коллективын һаҡлап ҡала. Был йылдарҙа түләүле уҡыуға студенттар ҡабул ителә башлай. 1997 йылда “Экология” специальносына тәүге ҡабул итеү ойошторола.
 
2001 йылда биология факультетының деканы итеп биохимик, профессор Ринат Исмәғил улы Ибраһимов һайлана. Коллективтың тырышлығы юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә һәм биология менән экология буйынса тикшеренеүҙәр үткәреүгә йүнәлтелгән. Һуңғы йылдарҙа биология факультеты университетта алдынғылар иҫәбендә килә.
 
2002 йылда экология кафедраһы асыла, ул экология өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә һәм белгес-экологтар әҙерләп сығара. 2002 йылдан “Молекуляр биология” специализацияһына студенттар ҡабул ителә.
 
Ойошторолған ваҡытынан алып биология факультеты структур планда, кадрҙар йәһәтенән биология фәне өлкәһендә Рәсәйҙең алдынғы уҡытыу-ғилми үҙәктәренә әүерелде. Ул биология, ауыл хужалығы, медицина, тәбиғәтте һаҡлау профилле ғилми, ғилми-етештереү һәм етештереү предприятиелары, уҡыу йорттары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләй.
 
Биология факультетының деканы, профессор Р.И.Ибраһимов