Факультеттың структураһы

Федоров Александр Александрович – БДУ-ның филология факультетының деканы, сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте кафедраһы мөдире, профессор, филология фәндәре докторы. 1945 йылда Ставрополдә тыуған. А.А.Федоров 1970 йылда БДУ-ның филология факультетын тамамлай. 1971-1974 йылдарҙа В.И.Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының аспирантураһында уҡый, “80-90-сы йылдарҙа яҙылған романдарында Т.Хардиҙың оҫталыҡ проблемалары” тигән темаға диссертация яҡлай. 1976 йылдан филология фәндәре кандидаты, 1984 йылдан – доцент. 1992 йылда МДУ-ла докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1970 йылдан 1977 йылға тиклем Стәрлетамаҡ педагогия институтының әҙәбиәт кафедраһында уҡыта. БДУ-ла 1977 йылдан өлкән уҡытыусы, һуңынан доцент, 1990 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте кафедраһы мөдире вазифаһында эшләй. 1994 йылдан – профессор.

1981 йылдан алып 1989 йылға тиклем А.А.Федоров филология факультетының декан урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2000 йылдан алып хәҙерге көнгә тиклем филология факультетының деканы булып эшләй.

75-тән артыҡ ғилми хеҙмәте донъя күргән. А.А.Федоров – БР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүенең почетлы хеҙмәткәре, РТФА академигы.

Федоров А.А. – БДУ-ла “РФ халыҡтары әҙәбиәте” һәм “РФ халыҡтары телдәре” специальностары буйынса докторлыҡ диссертацион Советының ғилми секретары, Түбәнге Новгород дәүләт университетындағы вуз-ара докторлыҡ диссертацион Советы рәйесе урынбаҫары.

 
 

Касымова Ольга Павловна – фән эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре докторы, БДУ-ның хәҙерге рус теле ғилеме кафедраһы доценты. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1985 йылда МДУ-ның аспирантураһын, 2002 йылда БДУ-ның докторантураһын тамамлай. 1995 йылда кандидатлыҡ, 2009 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Касымова О.П. 130-ҙан ашыу ғилми һәм ғилми-методик хеҙмәт авторы. 2004 йылдан факультеттың фән эштәре буйынса декан урынбаҫары вазифаһын башҡара, факультеттың Ғилми советы һәм БДУ-ның Ғилми-техник советы ағзаһы. Ул шулай уҡ Уҡытыу сифатын тикшереү бүлеге эксперты ла. 2004 йылдан Касымова О.П. БДУ-ның Өҫтәлмә белем биреү учреждениеһында Сит ил граждандарын һәм гражданствоһы булмаған кешеләрҙе тест үткәреү үҙәге директоры.

 
 

Григорьева Татьяна Владимировна – филология факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, хәҙерге рус теле ғилеме кафедраһы доценты.

БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. 1 монография, 20 мәҡәлә, 5 методик әсбап авторы.

 
 

Кәлимуллина Гөлсинә Өлфәт ҡыҙы – тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, татар филологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультетының татар-рус бүлеген тамамлаған. 2005 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 20-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. 2006 йылдың апреленән филология факультетының тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары вазифаһын башҡара.

 
 

БДУ-ның филология факультеты Советының ағзалары исемлеге

  1. Федоров А.А., декан, филология фәндәре докторы, профессор;
  2. Авагян Т.И., филология фәндәре кандидаты, доцент;
  3. Васильев Л.М., Д 212.013.02 диссертацион Советының рәйесе, филология фәндәре докторы, профессор;
  4. Ғәйсина Р.М., хәҙерге рус теле ғилеме кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор;
  5. Григорьева Т.В., уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, доцент;
  6. Дәүләтшин К.С., филология фәндәре кандидаты, профессор;
  7. Ибраһимова В.Л., дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор;
  8. Ишембаева Г.Г., филология фәндәре докторы, профессор;
  9. Кәлимуллина Г.У., тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы;
  10. Кәлимуллина Л.А., филология фәндәре докторы, доцент, Советтың ғилми секретары.
  11. Касымова О.П., фән эштәре буйынса декан урынбаҫары, филология фәндәре докторы, доцент;
  12. Пугачев В.В., филология фәндәре докторы, профессор;
  13. Родионова С.Е., филология фәндәре кандидаты, доцент;
  14. Салова С.А., факультеттың профоргы, филология фәндәре докторы, профессор;
  15. Сәйәхова Л.Ғ., рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор;
  16. Хрулев В.И., ХХ быуат рус әҙәбиәте тарихы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор;
  17. Шәйхулов А.Ғ., татар филологияһы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор;
  18. Яҡубова Р.Х., рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире; филология фәндәре кандидаты, доцент;
  19. Ямалетдинова А.М., филология фәндәре кандидаты, доцент.