Филология факультеты тураһында

450074, Өфө ҡ., Зәки Вәлиди ур., 32, төп корпус, 4 - се ҡат
Тел. (347) 273-68-74
Электрон почта: Filolog@newmail.ru 
 
Декан – Фёдоров Александр Александрович, филология фәндәре докторы, профессор
 
Филология факультеты – Башҡорт дәүләт университетының 15 академик бүлексәләренең береһе. Филология – бөгөнгө заман кешеһенә үҙенең ижади һәләтен асырға бай мөмкинселектәр биргән универсаль гуманитар фәндәрҙең береһе. «Филология» һүҙенең тәржемәһе «һүҙгә ҡарата һөйөү» (греч. phileo – «яратам», logos – «һүҙ») тигәнде аңлата. Тап ошо һөйөү рус телен һәм әҙәбиәтен, сит телдәрҙе, донъя художестволы мәҙәниәтен бөгөнгө торошонда һәм тарихи үҫешендә һөйөүселәрҙе үҙенә берләштерә.
 
Филология факультетының төп ғилми йүнәлештәре:
 
I. Тел тикшереүҙең сағыштырма-тарихи, функциональ-семантик, социолингвистик һәм лингвокультурологик аспекттары (ғилми етәкселәре – проф. Л.М.Васильев, проф. Р.М.Ғәйсина, проф. Л.Ғ. Сәйәхова).
II. Волга-Кама-Урал этнолингвистик регионында милли-мәҙәни бәйләнештәр һәм йоғонто шарттарында татар теле һәм әҙәбиәте проблемалары: Циркумурал һәм Евразия аспекттары (ғилми етәкселәре – проф. А.Ғ. Шәйхулов, проф. К.С. Дәүләтшин, доц. Р.Г. Миннеәхмәтов).
III. Рус һәм сит ил әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихы, типологияһы һәм мәсьәләләре (ғилми етәкселәре – проф. А.А. Федоров, проф. В.И. Хрулев, доц. Р.Х. Якубова).
 
Һуңғы 5 йылда филология факультеты базаһында Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторолдо. Йыл һайын факультетта студенттарҙың фәнни конференцияһы үткәрелә.
 
Йыл да нәшер ителгән “Семантика буйынса тикшеренеүҙәр” мәҡәләләр йыйынтығының (яуаплы редакторы - проф. Р.М. Ғәйсина) 24 сығарылышы донъя күрҙе¸ «Рус прозаһының поэтикаһы» (яуаплы редакторы - проф. В.И. Хрулёв) йыйынтығы ла баҫтырыла.
 
Филология факультетында 10.01.01. – Рус әҙәбиәте, 10.01.03. – Сит ил халыҡтары әҙәбиәте (инглиз, немец, америка, француз), 10.02.01. – Рус теле, 10.02.19. – Тел теорияһы, 10.02.20. – Сағыштырма-тарихи, сағыштырма һәм типологик тел ғилеме специальностары буйынса аспирантура эшләй.
 
1995 йылдан филология факультетында 10.02.01. – Рус теле, 10.02.19.– Дөйөм тел ғилеме, социолингвистика, психолингвистика специальностарынан филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертациялар яҡлау буйынса Д 212.013.02 советы эшләй. 1997 йылда уның базаһында 13.00.01. – рус телен уҡытыу теорияһы һәм методикаһы специальносы буйынса эштәр ҡабул итеү хоҡуғына эйә булған филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертациялар яҡлау буйынса Совет ойошторола. 2007 йылдан Совет 10.02.01.– Рус теле һәм 10.02.20 – Сағыштырма-тарихи, сағыштырма һәм типологик тел ғилеме специальностары буйынса ла яҡлауҙар үткәрә.
Совет рәйесе – ф.ф.д., профессор Л.М. Васильев, ғилми секретары – ф.ф.д., профессор В.Л. Ибраһимова.
 
Факультетта аспиранттар өсөн методик лингвистик семинар (ғилми етәксеһе: проф. Л.Л. Әйүпова), йәш ғалимдар – юғары курс студенттары, магистранттар һәм аспиранттар өсөн методик семинар (ғилми етәксеһе: доц. А.В. Курочкина) эшләй.
 
Факультетта 520300 – «Филология» специальносы буйынса магистратура һәм «Рус әҙәбиәте», «Сит ил халыҡтары әҙәбиәте», «Рус теле», «Лингвокультурология һәм филологик белем», «Дөйөм тел ғилеме, психолингвистика һәм социолингвистика», «Дөйөм мәғлүмәт саралары һәм реклама теле» магистр программалары бар.
 
Факультетта түбәндәге специальностар буйынса докторантура актив эшләй:
  1. ХХ быуат рус әҙәбиәте.
  2. Рус теле һәм дөйөм тел ғилеме
БДУ профессоры К.З.Зәкирйәнов төрлө республикаларҙың 20-нән артыҡ университетын үҙенә туплаған УМО-ның «Рус теле һәм әҙәбиәте милләт-ара аралашыуҙа» Бөтә Рәсәй секцияһын етәкләй (ғилми секретары – доц. С.Е. Родионова). Профессор Л.Ғ. Сәйәхова РРТӘУО эшендә актив ҡатнаша.
 

Йүнәлештәр һәм специальностар

Йүнәлештәр һәм специальностар атамаһы
Уҡыу формаһы (көндөҙгө, ситтән тороп)
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
Ҡабул итеү имтихандары
Квалификация, эшмәкәрлек йүнәлештәре
 
Филология. Рус теле һәм әҙәбиәте.
 
Көндөҙгө уҡыу/ ситтән тороп уҡыу
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
БДИ: рус теле, әҙәбиәт, тарих
Филолог. Уҡытыусы.
 
Филология. Милләт-ара аралашыуҙа рус теле.
 
Көндөҙгө уҡыу
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
БДИ: рус теле, әҙәбиәт, тарих 
Филолог. Уҡытыусы.
Филология. РФ халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте (татар теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте)
 
Көндөҙгө уҡыу/ ситтән тороп уҡыу
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
БДИ: рус теле, әҙәбиәт, татар теленән тест
Филолог. Уҡытыусы.
Филология. Филологическое обеспечение издательской деятельности
Көндөҙгө уҡыу
Килешеү нигеҙендә
БДИ: рус теле, әҙәбиәт, тарих 
Филолог. Уҡытыусы.
Филология. Филологическое обеспечение связей с общественностью
Көндөҙгө уҡыу
Килешеү нигеҙендә
БДИ: рус теле, әҙәбиәт, тарих 
Филолог. Уҡытыусы.
Филология. Переводоведение и практика перевода
Көндөҙгө уҡыу
Килешеү нигеҙендә
БДИ: рус теле, әҙәбиәт, сит тел (инглиз) 
Филолог. Уҡытыусы.
Филология. Филологическое обеспечение рекламы
Ситтән тороп уҡыу
Килешеү нигеҙендә
БДИ: рус теле, әҙәбиәт, тарих 
Филолог. Уҡытыусы.