Рәсми сит тел һәм тәржемә кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр  | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
юридик фәндәр докторы, профессор
Хәйруллин Владимир Ихсан улы
 
Хәҙерге ваҡытта профессиональ һәләт менән бергә бөтә яҡтан да белемле специалист сифаттары булған юғары квалификациялы юридик кадрҙар әҙерләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шунлыҡтан юридик факультетта сит телдәрҙе уҡытыуҙы камиллаштырыу маҡсатында 1996 йылда эшлекле сит тел һәм тәржемә кафедраһы ойошторола.
 
Эшлекле юридик һәм халыҡ-ара хоҡуҡи аралашыу ситуацияларында сит телде (инглиз, немец, француз) өйрәтеү кафедраның уҡытыу-методик концепцияһының нигеҙен тәшкил итә. Был бигерәк тә бындай аралашыу тәжрибәһен талап иткән хәҙерге заманда мөһим, сөнки халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тәү сиратта сит телде белеүҙе күҙ уңында тота. Сит телде белеү дәүләт һәм йәмәғәтселек мәнфәғәттәрендә бигерәк тә кәрәк, ни өсөн тигәндә, халыҡ-ара документтарҙың, акттарҙың күпселеге рус теленә тәржемә ителмәгән. Шуға күрә кафедра беренсе семестрҙа уҡ сит тел дәрестәрен профессиональ йүнәлешле эшлекле юридик һәм халыҡ-ара хоҡуҡи белем биреү нигеҙендә алып барыу өсөн күп көс һала.
 
Кафедраның ғилми, уҡытыу-методик һәм уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлегенең мөһим өлөшө тип “Сит тел юридик аудиторияла” тип аталған вуз-ара ғилми-методик семинарҙың ултырыштарын әйтергә кәрәк. Был семинар йыл һайын даими үткәрелеп тора, уның материалдары докладтар йыйынтыҡтарында баҫыла бара.
 
Кафедраның уҡыу программаһына ярашлы, студенттар сығарылыш квалификацион эштәрен сит телдә башҡарырға һәм дәүләт аттестация комиссияһы алдында сит телдә яҡларға тейеш. Бынан тыш, сит тел буйынса дәүләт имтиханы ла тапшырыла.
 
Юрист дипломы менән бер рәттән студенттар тәржемәсе квалификацияһын һәм сертификатын ала. Бындай белгестәргә мохтажлыҡ тағы ла ҙурыраҡ, сөнки ул сит илдәрҙең закондары һәм юридик документтары менән эшләү мөмкинлегенә эйә, кәрәк саҡта сит ил партнерҙары менән уларҙың телендә аралаша ала.