Эшҡыуарлыҡ хоҡуғы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Өфө ҡ., К. Маркс ур., 3/4, 201-се каб.
Тел. (347) 229-96-07
 
Кафедра мөдире – Моджина Наталья Валентин ҡыҙы, ф.ф.к., доцент.
 
Кафедра 2006 йылда ойошторола. Уның асылыуы факультеттың алты специальносында хоҡуҡ фәндәренең уҡытылыуы ихтыяжынан килеп тыуа.
 
Кафедра уҡытыусылары федераль һәм региональ компонент сиктәрендә түбәндәге дисциплиналарҙы уҡый: “Рәсәйҙә конституцион хоҡуҡ”, “Хоҡуҡ фәненә инеш”, “Гражданлыҡ хоҡуғы”, “Граждан процесы”, “Халыҡ-ара шәхси хоҡуҡ”, “Хоҡуҡи эш башҡарыу”, “Хеҙмәт хоҡуғы”, “Арбитраж процесы”, “Административ хоҡуҡ”.
 
Ғилми-тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре: “Рәсәй хоҡуҡ системаһының экономик сферала дәүләттең хәүеф менән идара итеүенә йоғонтоһо”.
 
Кафедра уҡытыусылары түбәндәге ғилми йүнәлештәр буйынса тикшеренеүҙәр алып бара:
  • хәҙерге этапта муниципаль заказдар сфераһында хоҡуҡтарҙы көйләү;
  • финанс хоҡуҡ үҫешенә суд практикаһының һәм доктринаһының йоғонтоһо;
  • Ф.Д.Рузвельт яңы курсы йылдарында дәүләттең иҡтисади функцияларын тормошҡа ашырыу;
  • шәхес формалашыуҙа хоҡуҡтың һәм хоҡуҡи аңдың аксиологик роле;
  • хоҡуҡи хәүефтәр.