Енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
юридик фәндәр кандидаты, доцент
Васильева Елена Геннадьевна
 
Енәйәт хоҡуғы һәм процесы кафедраһы үҙ аллы берәмек булараҡ 1991 йылда енәйәт хоҡуғы, процесы һәм криминалистика кафедраһының икегә бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Кафедралар бүленгәнгә тиклем мөдир булып доцент В.Д.Пакутин (1972-1978 йй.), доцент В.А.Банин (1978-1989 йй.) һәм профессор Л.Л.Каневский (1989-1991 йй.) эшләй.
 
Кафедра хаҡлы рәүештә үҙенең тарихы менән ғорурлана. Юғары квалификациялы юристар әҙерләүҙә доценттар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юристары Фуат Ғарифулла улы Ғиләжев менән Владислав Анатольевич Баниндың өлөштәре бик ҙур. Улар үҙҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының юридик органдарында башлай. Икеһе лә бик һәләтле уҡытыусылар булып, һуңғы көндәренә тиклем кафедрала ғәҙел, үҙ-үҙҙәрен йәлләмәй хеҙмәт иттеләр, закон һәм ғәҙеллек еңһен өсөн көрәшселәр өлгөһөн күрһәттеләр, маҡсаттарына ынтылыусан, баҫалҡы, итәғәтле, принципиаль уҡытыусы, ғалим, практиктар булдылар.
 
Кафедраның өлкән уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Александрович Вершинин да үҙенә һәм студенттарға талапсан, Ватанға тоғро хеҙмәт итеүе менән үҙе тураһында тик яҡты иҫтәлектәр ҡалдырҙы.
 
Кафедрала 5 дисциплина уҡытыла: енәйәт хоҡуғы, енәйәт процесы, енәйәт-башҡарыу хоҡуғы, прокурор надзоры, хоҡуҡ һаҡлау органдары; 11 специализация алып барыла: енәйәттәрҙе классификациялауҙың фәнни нигеҙҙәре, шәхестең мәнфәғәттәрен енәйәт-хоҡуҡи һаҡлау, енәйәттәрҙе хөкөм итеүҙә халыҡ-ара стандарттарҙы ҡулланыу, енәйәт процесында яҡлау, хоҡуҡи статистика, енәйәт эҙәрләүе, прокурор надзоры акттары, енәйәт эштәре буйынса процессуаль документтар, прокуратура органдарында эште ойоштороу, иҫбатлау проблемалары, енәйәт процесында мәжбүр итеү саралары.
 

Кафедра актив ғилми-тикшеренеү эше алып бара. Уның базаһында 2005 йылдың 29 июнендә Башҡорт дәүләт университетының Ғилми советы ҡарары менән “Енәйәттәрҙе хөкөм итеүҙә дөйөм кешелек ҡиммәттәрен яҡлау проблемалары” ғилми мәктәбе булдырылды. 2005 йылдың 5-6 октябрендә Санкт-Петербургта үткәрелгән Ғәҙел хөкөмгә булышлыҡ итеү халыҡ-ара ассоциацияһының ойоштороу конференцияһында был мәктәп танылыу алды. Уның рамкаһында шундай йүнәлештәр буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла: енәйәттәрҙе хөкөм итеүҙә дөйөм кешелек ҡиммәттәре проблемалары; енәйәттәрҙе хөкөм итеүҙең әхлаҡи нигеҙҙәре; законлыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу проблемалары; енәйәт процесында закон мәнфәғәттәре; енәйәттәрҙе хөкөм итеүҙең халыҡ-ара стандарттары; енәйәт эҙәрләүе проблемалары; енәйәттәрҙе ғәҙел хөкөм итеү проблемалары; енәйәт-процессуль закондарын камиллаштырыу проблемалары; граждандарҙың азатлыҡтарын һәм хоҡуҡтарын яҡлау проблемалары; хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенең эффектлылығын үҫтереү проблемалары; енәйәттәрҙе иҫкәртеү проблемалары.