Экскурсоводтар курстары

Етәксеһе – физика  географияһы, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы ғилми тикшеренеүсеһе Вильданова Регина Рәмил ҡыҙы
 
«Экскурсоведение» курсын өйрәнеп, ЙҺФ тыңлаусыһының экскурсия теорияһы нигеҙҙәре, методологияһы һәм методикаһы, экскурсоводтың һөнәри һәләттәре тураһында етерлек кимәлдә тулы белем аласаҡ, экскурсия осорондағы бар һорауҙар сағылдырылған баҫма эштәре менән танышасаҡ.
 
Курста экскурсияның әһәмиәтенә, функцияларына, билдәләренә, экскурсия методтарына, экскурсияның анализ төрҙәренә, элементтарына – күрһәтеүгә һәм һөйләүгә, уларҙың ҡушымтаһына психология һәм логика кеүек фәндәрҙең төп положениеһын экскурсия барышында ҡулланыуға ҙур иғтибар бүленә. Был бүлектә белем алғандан һуң студенттар ҡала буйлап экскурсиялар үткәрә аласаҡтар.