Экология туризмы

Етәксеһе – физика географияһы, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы ассистенты Сәйфуллин Ирек Юлай улы.
 
Уҡытыусылар: г.ф.д., физика географияһы, тыуғае яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы профессоры Псәнчин Айбулат Вәли улы, г.ф.к., физика географияһы, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм кафедраһы доценты Ниғмәтуллин Азамат Фәррәх улы.
 
Был бүлектә студенттар топография һәм огриентирование буйынса белемдәрен камиллаштыралар, ошо өлкәлә инструкторҙар булырға әҙерләнәләр.
 
Инструктор-проводникка кәрәкле һәләттәрҙе үҫтереү маҡсатына ярашлы проводник  стажировкаһына, урындағы күнегеүҙәргә, практик эштәргә күп урын бирелә. Тәбиғәтте өйрәнеүгә һәм тауҙар төҙөлөшөнә, тау рельефтарына, тауҙар топографияһына, тигеҙлектә һәм Көньяҡ Урал тауҙарының уртаса бейеклегендә йүнәлеш билдәләү үҙенсәлектәренә, студенттарҙың тауҙар буйлап йөрөү өсөн дөйөм физик һәм махсус әҙерлегенә иғтибар бүленә.
 
Уҡыу барышында бүлек студенттары зачет сәйәхәтендә ҡатнашалар, был ваҡытта улар бүлектә алған  белемдәрен нығыталар, йәйәүлеләр туризмы тактикаһы һәм техника буйынса мөһим тәжрибә туплайҙар, проводник стажировкаһын үтәләр.
 
Экология туризмы бүлеге БДУ профсоюз комитеты ярҙамында университеттың 100-йыллыҡ юбилейы уңайынан бейеклеге буйынса Ямантауҙан икенсе торған Ирәмәл тауына поход ойошторҙо. 2010 йылдың май айында Бөйөк Ватан һуғышының 65-йыллығына Көньяҡ Урал тауҙары һәм Инйәр йылғаһы буйлап походтар булды.