Экология кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

350Кафедра мөдире:
биология фәндәре докторы, профессор
Новоселова Евдокия Ивановна
 
Кафедра 2001 йылдың декабрендә экология буйынса юғары классификациялы белгестәр әҙерләү маҡсаты менән асыла. 2003 йылда юғары профессиональ белем биреү өлкәһендә 020801 «Экология» специальносы буйынса белем биреүгә кафедра лицензия ала.  2005 йылдан алып 020800 «Экология и тәбиғәтте ҡулланыу» йүнәлеше буйынса бакалаврҙар әҙерләнә.
 
2001 йылдан алып 2008 йылға тиклем кафедраны биология фәндәре докторы, профессор, БР-ның атҡаҙанған мәғариф эшмәкәре Г.Ғ. Күзәхмәтов етәкләй. 2008 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем кафедра менән профессор Е.И. Новоселова етәкселек итә.
 
Кафедрала юғары профессиональ белем биреү дәүләт стандартына ярашлы 020801 “Экология” специальносы буйынса белгестәр, «Экология и тәбиғәтте ҡулланыу» йүнәлеше буйынса бакалаврҙар әҙерләнә. Был йүнәлеш буйынса магистратура, экология буйынса аспирантура асыу планлаштырыла.
 
Өсөнсө курстан «Дөйөм экология», «Экологик хәүефһеҙлек» специализациялары буйынса белгестәр  әҙерләнә.
 
Юғары курстарҙа студенттар сәнәғәт предприятиеларында, ҒТИ-ла(Биология институты, РФА ӨҒҮ Биохимия һәм генетика институты, Медицина, хеҙмәт һәм экология институты һ.б.) практика үтә.
 
Спецкурстар үткәреү һәм диплом эштәре яҙыу өсөн экология өлкәһенән төп белгестәр йәлеп ителә.
 
Кафедра уҡытыусылары “Башҡортостан Республикаһы тирә-яҡ мөхитен һаҡлау” темаһы өҫтөндә актив эшләй. Ошо тема рамкаһында уҡытыусылар, докторанттар, аспиранттар, студенттар дүрт ғилми йүнәлештә эш алып бара:

       1. Көньяк Уралда үҫемлектәр берләшмәһенең биологик төрлөлөгөн һаҡлау (биол.ф.д. Б.М. Миркин, докторант С.М. Ямалов, аспиранттар);

       2. Техник яҡтан зарарланған тупраҡты тергеҙеүҙең биологик ҡанундары (биол.ф.д. Е.И. Новоселова);

       3. Ер өҫтө, һыу экосистемаһы һәм мәмерйәләрҙең бысраныу альгоиндикацияһы (биол.ф.д. Г.Ғ. Күзәхмәтов, биол.ф.к. Ш.Р. Абдуллин, биол.ф.к. Л.З. Әсфәндиәрова);

       4. Ауыл хужалығы экосистемаһын һөҙөмтәле арттырыуҙың агроэкологик нигеҙҙәре: агроэкосистеманың структураһын экологик оптимизациялау һәм ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙең азот туплауын көсәйтеү (биол.ф.д. Р.М. Хәзиәхмәтов, биол.ф.к. С.Р. Ғарипова)