Дөйөм һәм сағыштырма-тарихи тел ғилеме кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

 

Дөйөм һәм тарихи-сағыштырма тел ғилеме кафедраһы

 

450074, Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, 334-се к.

Тел. (347) 273-69-87

Электрон почта: gus_ri@rambler.ru

 

Кафедра мөдире – Ибраһимова Венера Латыповна, филология фәндәре докторы, профессор

 

Дөйөм һәм тарихи-сағыштырма тел ғилеме кафедраһы 1973 йылда дөйөм тел ғилеме һәм рус теле кафедраһы базаһында ойошторола. Ул студенттарға профилдәренә һәм специальностарына ярашлы фәнни, тәрбиәүи һәм профессиональ әҙерлек биреү традицияларын дауам итә һәм үҫтерә.

Был эшкә кафедраның кадрҙар составы ла булышлыҡ итә. Коллективты профессор Л.М.Васильев етәкләй. Хәҙерге көндә кафедра мөдире вазифаһын профессор В.Л.Ибраһимова башҡара.

Коллектив ғилми тикшеренеүҙәрен өс йүнәлештә алып бара. «Синхрон, тарихи һәм сағыштырма аспекттарҙа рус теленең семантика системаһы» (етәксеһе – Л.М. Васильев) тип аталған беренсе тема түбәндәге аспекттарҙа ҡарала: телдең дөйөм проблемалары (уның ысынбарлыҡ, йәмғиәт, фекерләү, мәҙәниәт менән бәйләнеше); телдең системаһы һәм структураһы; телдең үҫеше һәм функциялары; рус теленең башҡа славян, көнбайыш Европа һәм төрки телдәре менән бәйләнеше. Һуңғы йылдарҙа Л.Л.Әйүпова етәкселегендә социолингвистиканың һәм психолингвистиканың теоретик һәм практик аспекттары тикшерелә, Башҡортостан Республикаһында тел ситуацияһы өйрәнелә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең хәҙерге социаль ысынбарлығына мөһим булған тел сәйәсәте һәм тел ҡоролошо проблемалары яҡтыртыла.

«Башҡортостанда рус һөйләштәре һәм уларҙың төрки телдәр менән бәйләнеше» (етәксеһе – З.П. Здобнова) тип аталған икенсе йүнәлеш буйынса ҡиммәтле мәҙәни-тел материалын – Башҡортостандың рус һөйләштәре лексикаһын йыйыу, монографик тикшереү, лингвогеографик һәм лексикографик яҡтан сағылдырыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәт башҡарылған.

Кафедра эшмәкәрлегенең тағы ла бер йүнәлеше —БР-ның “Яңырыу” Польша мәҙәниәт һәм мағариф үҙәген ойоштороуҙа һәм уның эшендә ҡатнашыу. Кафедра поляк теле уҡытыусыларын әҙерләү, уларҙың квалификацияһын күтәреү, мәҙәни һәм фәнни программаларҙы бойомға ашырыу буйынса эш алып бара.

Кафедра филология һәм роман-герман филологияһы факультеттарының барлыҡ төркөмдәрендә лә тел ғилеменә инеш, социолингвистика һәм психолингвистика, лингвистик тәғлимәттәр тарихы, дөйөм тел ғилеме, рус теле тарихы, рус әҙәби теле тарихы, славян филологияһына инеш, иҫке славян теле, хәҙерге болгар теле, хәҙерге поляк теле, хәҙерге сербохорват теле, хәҙерге чех теле, славян телдәренең сағыштырма грамматикаһы, рус диалектологияһы кеүек үҙенең төп курстарын алып бара һәм диалектология практикаһы менән етәкселек итә.

Сит илдәрҙән башҡа славян телдәрен уҡытыусыларын – Болгария Республикаһының Изге Кирилл һәм Мефодий исемендәге Велоко-Тырнов университетынан   доценттар Н. Пенева, Л. Димитрова, К. Цанков, А.Петкова һәм Польша Республикаһынан Ольштын ҡалаһының Мазурско-Вармин университеты профессоры А. Киклевичты саҡырыу тәжрибәһе лә бар. Кафедра уҡытыусылары яңы специальностар (тәржемә эше һәм тәржемә практикаһы, информацион-нәшер итеү эшмәкәрлеген филологик яҡтан тәьмин итеү, йәмғиәт менән бәйләнеште филологик тәьмин итеү), шулай уҡ бакалавр һәм магистратура уҡыу пландары буйынса ла белем биреү процессын тормошҡа ашыра.

Хәҙерге көндә кафедрала 11 кеше – 6 фән докторы, профессор (Л.Л. Әйүпова, Л.М. Васильев, Р.Ф. Ғәзизова, З.П. Здобнова, В.Л. Ибраһимова, Л.А. Сергеева), 1 фән докторы, доцент Л.А. Кәлимуллина һәм 4 фән кандидаты, доцент (Т.П. Засухина, Е.Н. Мансветова, Ю.А. Ермолаева, В.Р. Тимирханов) эшләй.