Дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
физика-математика фәндәре докторы
Солтанаев Йәүҙәт Тәлғәт улы
 
Кафедра барлыҡҡа килеүҙең төрлө этаптарында унда күренекле ғалимдар эшләне: физика-математика фәндәре докторы, профессор М.Д. Рамазанов, Рәсәй Фәндәр Академияһының академигы А.М. Ильин, профессорҙар А.В. Шабат, проф. Л.А.Калякин, проф. В.Ю. Новокшенов. Кафедраның Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө фәнни үҙәге математика институтының төп ғалимдары менән хеҙмәттәшлеге бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә. Бөгөнгө көндә кафедрала А.В. Жибер, И.Т. Хабибуллин, Р.Р. Гадыльшин, Ф.Х. Мукминов, Я.Ш. Ильясов профессорҙары эшләй.
 
Фәнни-тикшеренеү эшенең төп йүнәлештәре
 
Тематик планына ярашлы кафедрала фәнни эштәр үткәрелде һәм киләһе өлкәләрҙә һөҙөмтәләр алынды:
  • Математик физикала асиптотик методтар;
  • Спектраль үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү (спектр локализацияһы, киңәйтелеү)
  • Штурм- Луивиллдың киреһенсә мәсьәләләр теорияһы һәм уның механикала ҡушымтаһы;
  • Эҙмә-эҙ спектрлы дифференциаль сингуляр яңы кластарҙың эшкәртелеүе;
  • Күп параметрлы киреһенсә спектраль мәсьәләләрҙе өйрәнеү һәм уларҙың анализ методтарын эшкәртеү;
  • Гармоник резонанс буйынса мәсьәләләр сисеү асимптотикаһын өйрәнеү. Субгармоник резонанс буйынса мәсьәләләр үтеү.
Уҡыу эштәренең төп йүнәлештәре
 
Кафедрала фәнни һәм студенттар менән уҡыу эшенең яңыртылыуы буйынса даими эштәр алып барыла. 2 яңы спецкурс үҙләштерелде һәм уҡыла, магистратурала буйынса яңы курстар. Студенттарҙы уҡытыуҙа, материалды үҙләштереүҙә тест контроль алып барыла, иҫәпләү һәм белемдәрҙең билдәһе рейтинг формаһы керетелә.
 
Отчет йылында кафедрала уҡылған күп курстарҙа (көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаһының экономик специальностар төркөмө өсөн “Математика”, философия, политология, йәмәғәтселек менән бәйләнеш специальностары өсөн “Математика һәм информатика”, инженер белгестәренә “Математика”, химия факультетында “Математика”, математик һәм физик факультеттарында “Дифференциональ тигеҙләмәләр”, математика факультетында “Уравнения в частных производных”, физика факультетында “математик физиканың методтары” һәм “Интеграл тигеҙләмәләр”). Эш программалары төҙөлдө һәм яңыртылды. Практик рәүештә бөтә курстарҙа ӨМК-ны барлыҡҡа килтереү эштәре тамамланды. Кафедра уҡытыусылары үткәргән дәрескә йөрөүҙе ойоштороу, ӨМК-ның һәм башҡа методик эшкәрмәләрҙең контролен ойошторған уҡыу-методик комиссияһы барлыҡҡа килде.