Дәүләт хоҡуғы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы:
юридик фәндәр докторы, профессор
Еникеев Зөфәр Ирғәли улы
 
Дәүләт хоҡуғы кафедраһы 1982 йылда асылған, хәҙерге көндә унда 1 профессор, юридик фәндәр докторы, 1 политик фәндәр докторы, 6 фән кандидаты, 4 өлкән уҡытыусы һәм 3 ассистент эшләй.
 
Кафедра дәүләт хоҡуғы специализацияһын алып бара. Был специализация буйынса Институттың көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге төп дисциплиналар уҡытыла:”Рәсәй Федерацияһының конституцион хоҡуғы”, “Сит илдәрҙең конституцион хоҡуғы”,” Административ хоҡуҡ”, “Муниципаль хоҡуҡ”. Кафедра шулай уҡ университеттың башҡа факультеттарында Ватан хоҡуғы дисциплинаһын алып бара. Студенттар дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарында танышыу һәм производство практикаһы үтә.
 
Төрлө йылдарҙы юридик факультетта (хәҙерге Хоҡуҡ институтында) кафедра мөдирҙәре булып юридик фәндәр докторы, профессор Л.Л.Каневский (1982-1987 йй.), юридик фәндәр докторы, профессор З.Д.Еникеев (1989-1991 йй.), юридик фәндәр докторы, профессор М.К.Маликов (1991-1995 йй.) эшләне.1970-80 йылдарҙа конституцион хоҡуҡ менән административ хоҡуҡтарҙың үҫешенә һәм әлеге мәлдә кафедрала уҡытылған дисциплиналарҙың формалашыуына юридик фәндәр докторҙары, профессорҙар В.Я.Бойцов (1929-2003), К.С.Бельскийҙар ҙур өлөш индерҙе. 1995 йылдың июненән алып 2005 йылдың ноябренә тиклем кафедраны юридик фәндәр докторы, профессор В.К.Сәмиғуллин етәкләне. Әлеге мәлдә кафедра менән юридик фәндәр докторы,профессор З.И. Еникеев етәкселек итә.
Кафедра Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институты (ИГиП РАН РФ), Урал дәүләт юридик академияһы (УРГЮА) менән тығыҙ бәйләнеш алып бара.
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эштәре бер нисә йүнәлештә алып барыла:
  • халыҡ хоҡуғы проблемалары;
  • Рәсәй Федерацияһы менән уның субъекттарының конституцион-хоҡуҡи үҫеше проблемалары;
  • федераль закондар менән берлектә региональ закондарҙың үҫеше һ.б.
 
Был темаларҙың төрлө аспекттары буйынса кафедра уҡытыусылары федераль һәм республика нәшриәттәрендә, юғары уҡыу йорттары араһындағы һәм институттың баҫмаларында мәҡәләләр, уҡыу әсбаптары, монографиялар һәм теоретик һәм практик яҡтан әһәмиәтле башҡа материалдар баҫтырып сығара.