Дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы һәм теорияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр кандидаты, доцент
Исҡужин Таһир Сәлим улы
 
Дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы һәм теорияһы кафедраһы Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының юғары квалификациялы структураһын тәшкил итә. Кафедраның составында 20 кеше – 3 юридик фәндәр докторы, профессорҙар, 1 тарих фәндәре докторы, профессор, 5 юридик фәндәр кандидаты, доценттар, 3 тарих фәндәре кандидаты, доценттар, 2 өлкән уҡытыусы, 5 ассистент.
 
Кафедрала республиканың күренекле ғалим-юристары эшләй: Раянов Фәнис Мансур улы – Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының Юғары мәктәп почетлы хеҙмәткәре, 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы; Моратшин Флорид Рәшит улы – Башҡортостан Республикаһының Конституцион Суды судьяһы; Аҙнағолова Гүзәл Мөхәмәт ҡыҙы – Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институты директорының беренсе урынбаҫары; Ғәлиев Фәрит Хәтип улы – Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институты директорының уҡыу эштәре буйынса урынбаҫары; Ҡасимов Тимур Салауат улы – Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы башҡорт академияһының юридик факультеты деканы.
 
Кафедра алдында торған иң мөһим бурыс – уҡытыу процесын тәьмин итеү, юғары квалификациялы юридик белгестәр әҙерләү. Күп уҡытыусыларҙың ғилми-педагогик тәжрибә генә түгел, кафедраға практик эш тәжрибәһе туплап килеүҙәре был бурысты уңышлы үтәүгә булышлыҡ итә. Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары менән кафедра тығыҙ бәйләнеш тота, закондар сығарыу эшендә ҡатнаша, Рәсәй Федерацияһының башҡа юғары уҡыу йорттары менән даими бәйләнеш алып бара.
 
Кафедра дәүләт хоҡуғы специализацияһы буйынса кадрҙар әҙерләп сығара. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Секретариаты, Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, республиканың район хакимиәттәре менән төҙөлгән килешеүҙәр кафедраның сығарылыш студенттарына Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарына эшкә урынлашырға мөмкинлек бирә. Институтты тамамлаусылар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә, министрлыҡтарҙа һәм ведомстволарҙа, федераль структураларҙа, урындағы үҙидаралыҡ органдарында һәм суд системаһында төрлө вазифаларҙа эшләй. Артабан да хеҙмәттәшлек итеү һәм студенттарҙы танышыу һәм производство практикаларын үткәреп, һуңынан шунда уҡ эшкә урынлаштырыу маҡсатында дәүләт власы органдары менән килешеүҙәр төҙөү эшен дауам итеү планлаштырыла.
 
Кафедрала түбәндәге төп дисциплиналар уҡытыла:
  • Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы;
  • Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы проблемалары;
  • Ватан дәүләте һәм хоҡуғы тарихы;
  • Сит илдәрҙең дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы;
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы.