Ботаника кафедраһы

Кафедраның мөдире: биология фәндәре докторы профессор
Ишбирҙин Айрат Рим улы
 
Тәбиғи фәндәр циклында ботаниканы өйрәнеү 1909 йылда Уҡытыусылар институты асылыу көнөнән башлана. 1920 йылда Халыҡ мәғарифы институтында биология кабинеты нигеҙендә бәләкәй генә гербарий менән ботаника кабинеты асыла. Ул 1938 йылда Башҡорт педагогия институтының ботаника кафедраһына әйләндерелә.
 
1938 йылда кафедраны доцент Сергей Алексеевич Баранов етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң 1956 йылға тиклем кафедра менән биология фәндәре кандидаты Г.Г.Ашкрумов идара итә. Педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелгәс, кафедраға мөдир итеп ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Сергей Семёнович Ильин саҡырыла. Уның ғилми тикшеренеүҙәре өлкәһе – агрохимия. Һөрөлгән ерҙәрҙә тамыр ҡалдыҡтарын өйрәнә. 1963 йылдан 1966 йылға тиклем кафедраны доцент Р.Ғ.Миннебаев етәкләй. 1966 йылдан 1970 йылға тиклем кафедра мөдире профессор Юрий Захарович Кулагин була. Уның ғилми тикшеренеүҙәре өлкәһе – индустриаль дендроэкология. 1971 йылда кафедраға мөдир итеп яңынан ул ваҡытҡа инде фән докторы, профессор булып киткән Р.Ғ.Миннебаев тәғәйенләнә. Кафедрала биология фәндәре докторы, проф. Б.М.Миркин, биология фәндәре кандидаты, доц. У.Ш.Сатыев, З.М.Нәзирова, биология фәндәре кандидаты Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, Н.Г.Ноғоманова, В.С.Мөхәмәтшина, ассистент А.И.Нейфельд, З.Н.Сәйфуллиналар эшләй.
 
Кафедрала 3 лаборатория ойошторола: геоботаника лабораторияһы (лаборатория мөдире Б.М.Миркин), альгология лабораторияһы (доц. Г.Ғ.Ҡужәхмәтов), тупраҡты өйрәнеү лабораторияһы (лаборатория мөдире доц.У.Ш.Сатыев). 2006 йылда кафедра мөдире итеп биология фәндәре докторы, профессор Ишбирҙин Айрат Рим улы һайлана.
 
Ғилми-тикшеренеү эшенең төп йүнәлештәре:
 
Төрлө йылдарҙа кафедрала түбәндәге ғилми тикшеренеү эштәре алып барыла: агрохимия, промышленность дендроэкологияһы, туғайҙарҙы өйрәнеү, урмандарҙы өйрәнеү, бриология, агрофитоценология һәм агроэкология, ботаник ресурстарҙы өйрәнеү, гидробиология, альгология.
 
Хәҙерге ваҡытта кафедраның ғилми тикшеренеүҙәре түбәндәге йүнәлештә алып барыла: тупраҡ һәм һыу альгологияһы, фитоценология, үҫемлектәрҙең популяцион биологияһы, палинология.
 
Уҡытыу эшенең төп йүнәлештәре:
 
Кафедра уҡытыусылары түбәндәге дөйөм дисциплиналарҙы алып бара: ботаника, биосфераны өйрәнеү фәне, Башҡортостан Республикаһының тәбиғәте, ландшафтты өйрәнеү, этноэкология, биология тарихы.
 
Специализация “Ботаника” дисциплинаһы һәм 2008 йылдан “Фитодизайн” дисциплинаһы буйынса алып барыла. Студенттарға үҫемлектәр тураһында фән, альгология, дендрология, ландшафт дизайнына инеш, үҫемлектәрҙең сағыштырма анатомияһы һәм морфологияһы, үҫемлектәрҙең онтогенезы, ботаник ресурстарҙы өйрәнеү буйынса махсус курстар уҡыла.
 
2008 йылда кафедрала “Ботаника” специальносы буйынса магистратура асылды. Магистранттарға үҫемлектәрҙең онтогенезы, үҫемлектәрҙең популяцияларын өйрәнеү алымдары, биологик төрлөлөктө һаҡлау, Көньяҡ Урал үҫемлектәре, ғилми тикшеренеүҙәрҙе эшкәртеү һәм күрһәтеү алымдары, үҫемлектәрҙең эволюцион морфологияһы, гидробиология буйынса махсус курстар уҡыла.
 
Кафедраның студенттары менән магистранттары республиканың заповедниктары һәм академик ғилми учреждениеларында производство, диплом алды һәм ғилми практикалар үтә.