Биохимия һәм биотехнология кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:  биология фәндәре докторы, профессор
Ғарипова Маргарита Ивановна
 
Кафедраға 1963 йылда нигеҙ һалына. Уға нигеҙ һалыусы һәм тәүге кафедра мөдире булып Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы,  БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре – Конарев Василий Григорьевич тора. Ул илдә биохимия, молекуляр биология, үҫемлектәр генетикаһы өлкәһе фәндәрен башлап ебәреүсе күренекле ғалимдарының береһе. Биохимия, культуралы үҫемлектәрҙең молекуляр генетикаһы буйынса уҡыу әсбаптары һәм монографиялар авторы.
 
Кафедраның үҫешенә һәм нығыныуына күренекле ғалим-биохимик, биология фәндәре докторы, профессор Әхмәтов Радик Рәхимйән улы ла тос өлөш индерә.
 
Кафедрала уҡытылған дисциплиналар: Биохимия, Биотехнология, Микробиология, Генетика, Биофизика, Үҫемлектәр иммунитетының молекуляр нигеҙе, Микроорганизмдар экологияһы, Биологияның хәҙерге проблемалары, Информатика.
 
Ғилми тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре: ауыл хужалығы үҫемлектәре гомеостазының биохимик һәм молекуляр-генетик механизмы; нефть менән зарарланған тупраҡты яңынан культивациялау өсөн биологик препараттар әҙерләү.
 
Кафедраның хәҙерге заман талаптарына ярашлы фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү һәм кадрҙар әҙерләү өсөн материаль базаһы ла булдырылған.
 
Сит ил фәнни журналдарында хеҙмәткәрҙәрҙең ғилми тикшеренеү эш һөҙөмтәләре йылдам баҫылып тороуы, публикациялар менән алышыу, Халыҡ-ара конгрестарҙа һәм симпозиумдарҙа ҡатнашыу – кафедраның бөтә ил кимәлендә актив эшләүе күрһәткесе булып тора.
 
Биохимия һәм генетика институты, РФА ӨҒҮ Биология институты, “Иммунопрепарат” ДУП ғалимдары ла кафедраның сығарылыш студенттарын әҙерләүҙә йылдам ҡатнаша. Студенттарҙың ҡайһы бер диплом эштәре РФА Өфө һәм Пущинский ғилми үҙәктәре лабораторияларында әҙерләнә. Кафедра ҡарамағында аспирантура ла бар. Ҡайһы бер сығарылыш студенттары үҙҙәренең ғилми эшмәкәрлеген Рәсәйҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында һәм фәнни институттарында, шул иҫәптән сит илдә лә дауам итә.
 
Кафедра үҙенең эшләү дәүерендә биохимия, молекуляр биология, биотехнология, генетика фәндәре өлкәһендә 800-ҙән ашыу специалист әҙерләне, уларҙың 70-тән ашыуы – фән кадидаты, 16-һы – фән докторы. Шулай уҡ БР-ҙа биохимиктар, молекуляр биологтар, биотехнологтар, шул иҫәптән ситлек һәм ген инженерияһы фәнни мәктәбен булдырыуҙа кафедраның роле баһалап бөткөһөҙ.
 
Кафедра тарихынан
 
Кафедраға 1963 йылда нигеҙ һалына. Уға нигеҙ һалыусы һәм тәүге кафедра мөдире булып Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы,  БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре – Конарев Василий Григорьевич тора. Ул илдә биохимия, молекуляр биология, үҫемлектәр генетикаһы өлкәһе фәндәрен башлап ебәреүсе күренекле ғалимдарының береһе. Биохимия, культуралы үҫемлектәрҙең молекуляр генетикаһы буйынса уҡыу әсбаптары һәм монографиялар авторы.
 
Кафедраның үҫешенә һәм нығыныуына күренекле ғалим-биохимик, биология фәндәре докторы, профессор Әхмәтов Радик Рәхимйән улы ла ҙур өлөш индерә.
 
 
Әхмәтов Радик Рәхимйән улы, биология фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
 
Уның фундаменталь тикшеренеүҙәре, нигеҙҙә, биохимия, биотехнология, цитофизиология һәм үҫемлектәрҙең молекуляр биологияһы өлкәһенә арналған. БР-ҙа яңы фәнни йүнәлештәр булдырыу һәм уны ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Хеҙмәттәре хроматинды структур һәм функциональ ойоштороу, гетерозистың молекуляр-генетик тәбиғәтен тикшереүгә арналған.