БДУ-ны тамамлаусылар ассоциацияһы

Уҡыуҙы тамамлаусылар ассоциацияһы
 
Университеты тамамлаусылар ассоциацияһын булдырыуҙың төп маҡсаттары:
 
- региональ, Рәсәй, халыҡ-ара ойошмалары һәм предприятиялары сиктәрендә йәмғиәт тормошоноң төрлө сфераларында һиҙелерлек эшмәкәрлек алып барыусы, йәмғиәттә абруй ҡаҙанған, йәмғиәт тормошоноң төрлө һорауҙарын хәл итеүҙә һәм уның йүнәлештәрен билдәләүҙә йоғонто яһай алған, мәғлүмәти ярҙам күрһәткән йәмғиәт ойошмаларының һәм уның ағзаларының эшмәкәрлеген координациялауҙа һәм фекер алышыуҙа ҡатнаша алған, дөйөм алғанда, йәмғиәт үҫешенең актуаль проблемаларын ыңғай хәл ителешен тәьмин иткән, шулай уҡ айырым алғанда, мәғариф системаһы һәм Башҡорт дәүләт университетының үҫешенә, йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләре үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһай алған, уның региональ һәм Рәсәй мәғариф, фән һәм мәҙәниәт үҙәге булырлыҡ авторитетын нығытасаҡ университет тамамлаусыларҙы һайлап алыу;
 
- университетты тамамлаусыларҙы Ассоциацияға берләштереү һәм төрлө йәмғиәт, сәйәси, ижтимағи программалар менән университеты тамамлаусыларға ярҙам итеү, карьерала үҫеү, йәмғиәт эсендә төрлө эшмәкәрлек сфераларында абруйлыҡ яулау, эш урынында мониторинг, фәнни, етештереү өлкәһендә ҡаҙаныштар һәм башҡа эшмәкәрлектә уңыштарға өлгәшеүҙренә булышлыҡ итеү;
- университетты тамамлаусылар араһында университет өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның ҡаҙаныштарына һәм мәьәләләренә ҡатнашлыҡты, уға мөмкин тиклем мораль, сәйәси, иҡтисади ярҙам күрһәтеүҙе формалаштырыу;
- студенттарға һәм уҡыуҙы тамамлаусыларға университеттың хәҙерге торошо, үҫеш перспективалары, ғилми-техник ҡаҙаныштары тураһында тулы мәғлүмәт биреү;
- Ассоциация һәм уның ағзаларының төрлө университеттың артабанғы үҫешенең төп йүнәлештәрен дөйөмләштереүгә ҡарата формалар һәм методтарын билдәләүҙә ҡатнашыуы, университет идаралығы системаһын һәм структураһын яҡшыртыуы, уның авторитетын һәм региондың, илдең, ғөмүмән, бөтә йәмғиәттең төп проблемаларын хәл итеүгә йоғонто яһауҙы нығытыу;
- студенттар араһында университет өсөн ғорурлыҡ тойғоһон тәрбиәләү, үҙеңдең донъялағы һәм илдәге иң яҡшы университеттар араһына ингән уҡыу йортона, Рәсәй йәмғиәтенең элитаһына үҙ ҡағылышыңды аңлау, уҡыуҙы тамамлаусыларҙың арҙаҡлы үрҙәрен пропагандалау;
- университет тамамлаусыларҙың берҙәмлеген нығытыу
 
Билдәләнгән маҡсаттарға ирешеү өсөн Ассоциация түбәндәге төп йүнәлештәр буйынса эш алып бара:
 
• университет тамамлаусыларҙы Ассоциация составында консолидациялау;
• университет тамамлаусылар араһынан университеты үҫтереүгә ярҙам итеүсе Совет булдырыу, йәмғиәт тормошоноң айырыуса актуаль проблемаларын хәл итеүҙә университеттың һәм уны тамамлаусыларҙың ҡатнашыуын көсәйтеү өсөн Ассоциация стратегик эшмәкәрлеге йүнәлештәренең йыллыҡ планын төҙөү;
•университет тамамлаусылар Ассоциация мәғлүмәт базаһын төҙөү;
• йәмғиәттән актуаль иҡтисади, сәйәси, дини, милләт-ара проблемалар буйынса фекер алышыу өсөн региональ, халыҡ-ара конференциялар, симпозиумдар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, форумдар һ.б. үткәреү;
• Рәсәй мәғариф системаһы һәм айырым алғанда Юғары профессиональ белем биреү үҫешенә ҡағылышлы һорауҙарҙы тикшереү өсөн конференциялар, симпозиумдар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, форумдар һ.б. үткәреү;
•йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләре үҫешенә һиҙелерлек йоғонто яһаған, региональ һәм Рәсәй белеем биреү, фән һәм мәҙәниәт үҙәге булараҡ БДУ үҫешенә булышлыҡ итеүсе саралар үткәреү;
• университет эшмәкәрлегенә финанс, иҡтисади, мораль-сәйәси яҡтан  ярҙам итеүсе үҙәктәр булдырыуға йүнәлтелгән саралар уҙғарыу;
Университетты тамамлаусылар өсөн йәмғиәт, сәйәси, социаль ярҙам күрһәтеү программаларын тормошҡа ашырыу, уларҙың карьера үҫешенә, төрлө эшмәкәрлек өлкәһендә ҡаҙаныштар яулауҙарына булышлыҡ итеү;
• университет тамамлаусы студенттарҙың эш урыны буйынса  үҫеше,  ғилми, етештереү буйынса  һәм башҡа ҡаҙаныштары мониторингы;
• университет тамамлаусыларҙы һәм студенттарҙы бөгөнгө тормошо, фән һәм техника буйынса ҡаҙаныштары, буласаҡ перспектива, сисергә кәрәкле проблемаларҙы хәл итеү өсөн саралар үткәреү, эш урынында үҫеш өсөн студенттар араһында профессиональ һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға саралар үткәреү;
• университет тамамлаусыларҙы социаль яҡтан яҡлау, эш табыуҙа, практикалар үткәреүҙә программалар булдырылған;
• университет етәкселегенә университеттың артабанғы үҫешенең төп йүнәлештәрен формалаштырыу, идара итеү системаһын һәм университет структураһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә;
• университеттың үҫеше, уның авторитетын нығытыу һәм өлкә, ил, дөйөм йәмғиәттең мөһим проблемаларын хәл итеүҙе нығытыу өсөн программа төҙөү;
• студенттарҙа университет өсөн ғорурлыҡ тойғоһон үҫтереү, уның авторитеты өсөн яуаплылыҡ һәм йәмғиәттең сағылыуы бөтә ил буйынса иң яҡшы университет булараҡ Башҡорт дәүләт университетына, Рәсәй йәмғиәтенең элитаһы университеты тамамлаусыларҙың ҙур ҡаҙаныштары буйынса студенттар менән тәрбиә эштәре алып барыу өсөн программа төҙөү;
• студенттар араһында университет йолаларын тәрбиәләү, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсаты менән тәрбиә эштәре буйынса программа төҙөү;
• киң мәғлүмәт саралары аша университет эшмәкәрлеген таныштырыу, университеты тамамлаусыларҙың оло ҡаҙаныштарын пропагандалау;
• университетты тамамлаусыларҙың берҙәмлеген нығытыу өсөн саралар үткәреү (конференция, семинарҙар, түңәрәк өҫтәл, күргәҙмә, фестивалдәр, спорт саралары, осрашыу кисәһе, ял итеү кисәһе һ.б.);
• университеттың мәсьәләләрен хәл итеү маҡсаты менән икенсе ойошма һәм предприятие, физик шәхестәр менән эш итеү.